Өфө янындағы нефть базаһында сыҡҡан янғында зыян күргән эшсе вафат булған18.05.2026

Өфө янындағы нефть базаһында сыҡҡан янғында зыян күргән эшсе вафат булған

Фото: Башҡортостан прокуратураһы | Мах

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Башҡортостан буйынса Ростехнадзор идаралығы менән берлектә Өфө районының «Нөрлө» линия производство-диспетчер станцияһында булған бәхетһеҙ осраҡты тикшерә башланы.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 13 майҙа файҙаланыуҙан сығарылған резервуарҙы таҙартыу эштәре барышында янғын сыҡҡан, ике предприятие эшселәре зыян күргән. Объектта ремонт эштәрен башҡарған «Геоэкокад» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһының өс эшсеһе төрлө йәрәхәттәр менән Өфөнөң 18-се дауаханаһына оҙатылған.

Эш биреүсенең мәғлүмәте буйынса, улар нефть шламын һурҙырған люктың тышҡы яғында булған. Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе Татьяна Астрелина әйтеүенсә, 54 һәм 35 йәшлек таҙартыусыларҙың тәне ныҡ бешкән, шулай уҡ 25 йәшлек мастер йәрәхәтләнгән. 15 майҙа «Транснефть-Урал» акционерҙар йәмғиәтенең Черкассы нефть үткәргес идаралығы (филиалы) эшселәренең өс мәйете табылған. Резервтарҙы файҙаланыу участкаһының технологик ҡулайламаларын ремонтлау слесарын эҙләү эштәре алып барыла.

Бөгөн, 18 майҙа, «Геоэкокад» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 54 йәшлек таҙартыусыһы дауаханала йән биргән, уның тәненең 90% бешкән булған.

Бынан алдараҡ «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте «Нөрлө» линия производство-диспетчер станцияһында теркәлгән ғәҙәттән тыш хәл тураһында рәсми мәғлүмәт биргәйне.



Вернуться назад