Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән 30.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән...
Ваҡиғала зыян күреүселәр юҡ.

Бөгөн Өфөнөң 16-сы гимназияһына иртәнсәк туғыҙынсы класс уҡыусыһы һөжүм иткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ҡурҡыныс ваҡиға хаҡында һөйләне.
«Зыян күреүселәр юҡ. Үҫмерҙе ҡулға алғандар. Хәлде контролдә тотабыҙ, сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 11.00 сәғәттә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө идаралығына ҡаланың 16-сы гимназияһындағы ваҡиға тураһында хәбәр килде. Күрһәтелгән адресҡа полиция хеҙмәткәрҙәре, Росгвардия һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Ваҡиға урынына БР буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Воронежский килгән.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 9-сы класс уҡыусыларының береһе 16-сы гимназияға дәрескә пластик пневматик автомат менән килгән. Үҫмер өс тапҡыр уҡытыусыға һәм өс уҡыусыға атҡан, петарда шартлатҡан. Урынға килеп еткән полицияның патруль-пост хеҙмәте һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тиелә ведомствоның аңлатмаһында.

Урынға шулай уҡ Өфө мэры Ратмир Мәүлиев килгән.
«16-сы гимназиялағы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлайбыҙ. Уҡыу йортона килдем. Сигнал булыу менән бөтә хеҙмәттәр ҙә ваҡиға урынына ебәрелде», — тип хәбәр итте ҡала мэры.
Mash телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, был көндә класс етәксеһе үҫмер менән әңгәмә үткәрергә планлаштырған. Икенсе мәктәптән гимназияға күскәндән һуң уҡыусы яңы урынға өйрәнеп китә алмаған. Бөгөн ул ике дәрескә килмәгән һәм өсөнсөһөнә һуңлаған. Һөжүм итер алдынан үҫмерҙе класташы видеоға төшөрөп өлгөргән. Ул битлек кейгән, ҙур автомат менән коридор буйлап бара.

Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән 30.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостандың элекке вице-премьеры Марзаев МХО-ға киткән...
Башҡортостанда Баймаҡтың элекке башлығы изоляторҙан сыҡты 28.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Башҡортостанда Баймаҡтың элекке башлығы изоляторҙан сыҡты...
Башҡортостанда машина водителе һәм пассажир һәләк булған 23.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Әбйәлил районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән....
Тубыл ҡалаһы янындағы юл фажиғәһендә ете кешенең ғүмере өҙөлгән 22.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Төмән өлкәһендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Тубыл янындағы Төмән – Ханты-Манси федераль ......
Башҡортостанда ҡоралай һәм өс ҡуян түшкәһен тейәп ҡайтып барған браконьерҙар тотолған 20.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
«Законһыҙ һунар» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған....
Белорет районы башлығы көтөлмәгән осрашыу хаҡында һөйләне 08.10.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Белорет районы башлығы көтөлмәгән осрашыу хаҡында һөйләне...
4 ғүмер өҙөлгән, 17-һе ҡотҡарылған: Башҡортостанда сауҙа үҙәгендә сыҡҡан янғынды һүндереү эштәре бара 22.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында Стәрлетамаҡтағы «Ҡояшлы» сауҙа-сервис комплексында ......
Тотош уҡырға 13
Өфөләрҙе ҡалала үлтереүсе йөрөй тигән хәбәр ҡурҡыуға һалған 22.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Билдәһеҙҙәр ялған мәғлүмәт таратҡан....
Тотош уҡырға 10
Өфө күгендә дошмандың 15 БПЛА-һы юҡ ителгән 21.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Өфө күгендә дошмандың 15 БПЛА-һы юҡ ителгән...
Тотош уҡырға 10
Рәсәй төбәктәрендә 244 БПЛА бәреп төшөрөлгән – оборона министрлығы 21.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Рәсәй төбәктәрендә 244 БПЛА бәреп төшөрөлгән – оборона министрлығы...
Тотош уҡырға 12
Ҡырмыҫҡалы районында теркәлгән юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт билдәле булды 21.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Аварияла балалар имгәнгән....
Тотош уҡырға 11
Йылайыр районында бүреләр ваҡ малды ҡырған 18.09.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Йылайыр районында бүреләр ваҡ малды ҡырған...
Тотош уҡырға 13