Өфөлә 9-сы класс уҡыусыһы мәктәпкә һөжүм иткән 03.02.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Зыян күреүселәр юҡ....
Ваҡиғала зыян күреүселәр юҡ.

Бөгөн Өфөнөң 16-сы гимназияһына иртәнсәк туғыҙынсы класс уҡыусыһы һөжүм иткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был ҡурҡыныс ваҡиға хаҡында һөйләне.
«Зыян күреүселәр юҡ. Үҫмерҙе ҡулға алғандар. Хәлде контролдә тотабыҙ, сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 11.00 сәғәттә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө идаралығына ҡаланың 16-сы гимназияһындағы ваҡиға тураһында хәбәр килде. Күрһәтелгән адресҡа полиция хеҙмәткәрҙәре, Росгвардия һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Ваҡиға урынына БР буйынса эске эштәр министры, полиция генерал-майоры Александр Воронежский килгән.
«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 9-сы класс уҡыусыларының береһе 16-сы гимназияға дәрескә пластик пневматик автомат менән килгән. Үҫмер өс тапҡыр уҡытыусыға һәм өс уҡыусыға атҡан, петарда шартлатҡан. Урынға килеп еткән полицияның патруль-пост хеҙмәте һәм Росгвардия хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға алған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тиелә ведомствоның аңлатмаһында.

Урынға шулай уҡ Өфө мэры Ратмир Мәүлиев килгән.
«16-сы гимназиялағы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлайбыҙ. Уҡыу йортона килдем. Сигнал булыу менән бөтә хеҙмәттәр ҙә ваҡиға урынына ебәрелде», — тип хәбәр итте ҡала мэры.
Mash телеграм-каналы мәғлүмәттәре буйынса, был көндә класс етәксеһе үҫмер менән әңгәмә үткәрергә планлаштырған. Икенсе мәктәптән гимназияға күскәндән һуң уҡыусы яңы урынға өйрәнеп китә алмаған. Бөгөн ул ике дәрескә килмәгән һәм өсөнсөһөнә һуңлаған. Һөжүм итер алдынан үҫмерҙе класташы видеоға төшөрөп өлгөргән. Ул битлек кейгән, ҙур автомат менән коридор буйлап бара.

Өфөлә 9-сы класс уҡыусыһы мәктәпкә һөжүм иткән 03.02.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Зыян күреүселәр юҡ....
Яҡташтарыбыҙ Сербияла юл һәләкәтенә осраған 02.02.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Стәрлетамаҡтар яҡташтарының ярҙамына мохтаж....
Башҡортостанда 91 йәшлек инәйҙе машина тапаған 29.01.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Ошо көндәрҙә Нефтекамала үлемесле юл фажиғәһе теркәлгән....
Әбйәлилдә сит ил автомобиле йылҡы өйөрөнә барып бәрелгән 26.01.2026 // Хәл-ваҡиғалар
Әбйәлилдә сит ил автомобиле йылҡы өйөрөнә барып бәрелгән...
Ҡыйғыла үҫмер үҙенең ғаиләһен янғындан ҡотҡарған 17.11.2025 // Хәл-ваҡиғалар
Бөгөн төндә Ҡыйғы районындағы бер йортта янғын сыҡҡан....
Тотош уҡырға 12
Башҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала трактор менән юл фажиғәһендә һәләк булған 02.09.2025 // Хәл-ваҡиғалар
Бөгөн Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән....
Тотош уҡырға 19
Башҡортостанда табиптар 6 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өсөн көрәшә 01.09.2025 // Хәл-ваҡиғалар
Баланы йорт ихатаһында машина бәрҙереп киткән....
Тотош уҡырға 25
Республикала табиптар 6 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өсөн көрәшә 01.09.2025 // Хәл-ваҡиғалар
Баланы йорт ихатаһында машина бәрҙереп киткән....
Тотош уҡырға 26
Ауырғазыла 1 сентябрь алдынан биш балалы ғаиләнең йорто янған 01.09.2025 // Хәл-ваҡиғалар
Ауырғазы районының Көйәҙебаш ауылында ишле ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан....
Тотош уҡырға 25
Атаһы ғәфү үтенгән: Өфөлә үҫмер питбайк менән машинаға бәрелгән 27.08.2025 // Хәл-ваҡиғалар
Атаһы ғәфү үтенгән: Өфөлә үҫмер питбайк менән машинаға бәрелгән...
Тотош уҡырға 38
Өфөлә «Мәҙәни программалар дирекцияһы» ойошмаһы етәксеһе ҡулға алынған 15.08.2025 // Хәл-ваҡиғалар
Хоҡуҡ һаҡлаусылар эшҡыуар Гөлнара Юринаны ҡулға алған....
Тотош уҡырға 143
Башҡортостанда йөк машинаһы менән юл фажиғәһендә ике ҡыҙ зыян күргән 15.08.2025 // Хәл-ваҡиғалар
Бөгөн иртән Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары Баймаҡ ......
Тотош уҡырға 88