Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡануниәт яңылыҡтары
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында тикшереүгә ошо закон проекттары тәҡдим ителде:

l “Башҡортостан Респуб­ли­­ка­һы­ның дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында” Башҡорт­остан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһын­да”ғы закон проекты “Рәсәй Фе­дерацияһының дәүләт граж­дан­лыҡ хеҙмәте тураһында” Федераль закон­ға үҙгәрештәр инде­реү тура­һында” 2017 йылдың 29 июлендәге 275-ФЗ һанлы Федераль законды ҡабул итеүгә бәйле әҙерләнде. Федераль закон тара­фынан граждан­лыҡ хеҙмәте хеҙ­мәткәрҙәренең һөнәри үҫешенә ҡағылған үҙгәрештәр индерелде.
Әгәр ҙә өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһендәге быға тиклем ғәмәлдә булған система дәүләт заказы сиктәрендә гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәренең һөнәри әҙерле­ген арттырыуҙы һәм квалифи­ка­цияһын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тотһа, яңы индерелгән үҙгә­рештәргә ярашлы гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәренең һөнәри яҡтан үҫеше өҫтәмә һөнәри белем алыу­ҙан һәм һөнәри үҫеш өсөн кәрәк булған башҡа сараларҙан (семи­нар­ҙарҙан, тренингтарҙан, оҫта­лыҡ дәрестәренән) ғибәрәт. Шулай уҡ атап үтелгән сараларҙы финанслауҙың яңы механизмы индерелә. Ул хәҙер дәүләт заказы ысулы менән генә түгел, ә шулай уҡ дәүләт заданиеһы сиктәрендә йәки тейешле дәүләт органы сығымдары иҫәбенә лә тормошҡа ашырыла. Был үҙгәрештәрҙе республика ҡануниәтендә лә сағыл­дырыу тәҡдим ителә.
l “Башҡортостан Респуб­ли­ка­һы Ғаилә кодексының 121-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты республика ҡануниәтен “Рәсәй Феде­рацияһы Гражданлыҡ процессуаль кодексының 271-се статьяһына һәм Рәсәй Федера­цияһы Ғаилә кодексының 127-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” 2017 йылдың 30 октябрендәге 302-ФЗ һанлы Федераль закон менән ярашлылыҡ­ҡа килтереү маҡсатында әҙерлән­де. Был Федераль закон тарафынан Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының балалыҡҡа алыу хоҡуғына эйә булған кешеләр өсөн сикләүҙәрҙе аныҡлаған норма­һына редакцион характерҙағы үҙгәрештәр индерелде. Ошондай уҡ үҙгәрештәрҙе Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 121-се статьяһына индереү тәҡ­дим ителә. Был үҙгәрештәр ғаилә институтын нығытыуға һәм граж­дандарҙың балалыҡҡа алыуға хоҡуҡтарының өҫтәмә гарантияларын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
l “Административ хоҡуҡ бо­­ҙоу­ҙар тураһында Башҡорт­остан Республикаһы кодексы­ның 8.5-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында” Башҡорт­остан Рес­публикаһы законы проекты тарафынан ошо статья­ла билдәләнгән хоҡуҡ боҙоу сос­тавын аныҡлаш­тырыу тәҡдим ителә. Үҙгәрештәргә ярашлы, тот­ҡарланған, махсуслаш­тырыл­ған туҡталҡаға алып барылған транспорт сараларын иҫәпкә алыу талаптарын, шулай уҡ махсуслаш­тырылған туҡталҡалар хаҡында һәм уларға алып барылған һәм уларҙа һаҡланған транспорт саралары тураһында мәғлүмәт би­реү тәртибен боҙған өсөн яуап­лылыҡ билдәләнә.
Шулай уҡ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡорт­остан Республикаһы кодексының 27.13-сө статьяһының 9-сы өлө­шөндә атап үтелгән айырым ос­раҡ­тарҙы күҙҙә тотоу тәҡдим ите­лә. Закон проекты шулай уҡ транспорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының вәкәләтле башҡарма органы тарафынан билдәләнгән тотҡарлан­ған транспорт сараларын алып барыуға һәм һаҡлауға киткән сығымдарҙы түләү срогын боҙған өсөн яуаплылыҡ билдәләй.
l “Административ хоҡуҡ бо­­ҙоуҙар тураһында Баш­ҡорт­остан Республикаһы кодексына үҙгә­рештәр индереү тура­һын­да” Башҡортостан Респуб­ликаһы законы проекты бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комис­сияларҙың ҡарарҙарын һәм күр­һәт­мәләрен үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ индереүҙе күҙҙә тота. Атап үтелгән катего­рия­лағы административ эштәрҙе тикшереүҙе – мировой судьялар­ға, административ эштәр ҡуҙға­тыу­ҙы был комиссияларҙың рә­йес­тәренә йөкмәтеү тәҡдим ителә.
l “Башҡортостан Респуб­ли­ка­һын­да бәләкәй һәм урта эш­ҡы­уар­лыҡты үҫтереү тура­һында” Баш­ҡортостан Респуб­ликаһы За­конының 6-сы статья­һына үҙгә­рештәр инде­реү тураһында” Баш­ҡортостан Республикаһы законы проекты республика ҡануниәтен “Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү ту­раһында” Федераль закон менән ярашлылыҡҡа килтереү маҡса­тын­да әҙерләнде. Федераль за­кон­ға еңел сәнәғәт предприятиеларын урта эшҡыуарлыҡ субъект­тарына индереү критерий­ҙа­рын аныҡлау өлөшөндә үҙгә­реш­тәр индерелгәйне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте

Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте 29.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул...

Тотош уҡырға 1 294

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ

Медведевтан ярҙам көтәбеҙ 29.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан парламенты депутаттары социаль туҡланыу, айырыуса мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында...

Тотош уҡырға 1 262

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй?

Дәүләт-хоҡуҡ идаралығын кем етәкләй? 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы начальнигы итеп Азат Ғәлин...

Тотош уҡырға 1 327

Идаралыҡта – яңы етәксе

Идаралыҡта – яңы етәксе 28.03.2019 // Сәйәсәт

Искәндәр Әхмәтвәлиев Башҡортостан Башлығының Муниципаль берәмектәр менән эш итеү идаралығы...

Тотош уҡырға 1 350

Яңы вәкил тәғәйенләнде

Яңы вәкил тәғәйенләнде 28.03.2019 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп...

Тотош уҡырға 1 259

Хәйҙәр Вәлиев китте

Хәйҙәр Вәлиев китте 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ваҡытынан алда вазифаһын бушатты....

Тотош уҡырға 1 339

Килешеү төҙөлдө

Килешеү төҙөлдө 28.03.2019 // Сәйәсәт

Бешкәктә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән Ҡырғыҙ Республикаһы Хөкүмәте араһында...

Тотош уҡырға 1 250

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр?

Хәбиров, Байғусҡаров, Беляев... тағы кемдәр? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Бөгөн Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһынан республика Башлығы вазифаһына кандидатуралар тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 255

Йөҙ меңенсе кем?

Йөҙ меңенсе кем? 27.03.2019 // Сәйәсәт

Учалы ҡалаһы “Таусы” хоккей клубының спорт директоры Айрат Нурғәлиевкә “Берҙәм Рәсәй”ҙең...

Тотош уҡырға 1 324

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне

Киров районы 100 йыллыҡты билдәләне 25.03.2019 // Сәйәсәт

Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы Башҡортостанда байрам саралары дауам итә....

Тотош уҡырға 1 238

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр кандидат тәҡдим итә 25.03.2019 // Сәйәсәт

27 мартта “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидатура тәҡдим...

Тотош уҡырға 1 119

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән

Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән 23.03.2019 // Сәйәсәт

Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ...

Тотош уҡырға 1 214