Ҡануниәт яңылыҡтары20.02.2018
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында тикшереүгә ошо закон проекттары тәҡдим ителде:
l “Башҡортостан Республикаһының дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты “Рәсәй Федерацияһының дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында” 2017 йылдың 29 июлендәге 275-ФЗ һанлы Федераль законды ҡабул итеүгә бәйле әҙерләнде. Федераль закон тарафынан гражданлыҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри үҫешенә ҡағылған үҙгәрештәр индерелде.
Әгәр ҙә өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһендәге быға тиклем ғәмәлдә булған система дәүләт заказы сиктәрендә гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәренең һөнәри әҙерлеген арттырыуҙы һәм квалификацияһын камиллаштырыуҙы күҙ уңында тотһа, яңы индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы гражданлыҡ хеҙмәткәрҙәренең һөнәри яҡтан үҫеше өҫтәмә һөнәри белем алыуҙан һәм һөнәри үҫеш өсөн кәрәк булған башҡа сараларҙан (семинарҙарҙан, тренингтарҙан, оҫталыҡ дәрестәренән) ғибәрәт. Шулай уҡ атап үтелгән сараларҙы финанслауҙың яңы механизмы индерелә. Ул хәҙер дәүләт заказы ысулы менән генә түгел, ә шулай уҡ дәүләт заданиеһы сиктәрендә йәки тейешле дәүләт органы сығымдары иҫәбенә лә тормошҡа ашырыла. Был үҙгәрештәрҙе республика ҡануниәтендә лә сағылдырыу тәҡдим ителә.
l “Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 121-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында”ғы закон проекты республика ҡануниәтен “Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ процессуаль кодексының 271-се статьяһына һәм Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 127-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” 2017 йылдың 30 октябрендәге 302-ФЗ һанлы Федераль закон менән ярашлылыҡҡа килтереү маҡсатында әҙерләнде. Был Федераль закон тарафынан Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының балалыҡҡа алыу хоҡуғына эйә булған кешеләр өсөн сикләүҙәрҙе аныҡлаған нормаһына редакцион характерҙағы үҙгәрештәр индерелде. Ошондай уҡ үҙгәрештәрҙе Башҡортостан Республикаһы Ғаилә кодексының 121-се статьяһына индереү тәҡдим ителә. Был үҙгәрештәр ғаилә институтын нығытыуға һәм граждандарҙың балалыҡҡа алыуға хоҡуҡтарының өҫтәмә гарантияларын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
l “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы кодексының 8.5-се статьяһына үҙгәреш индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы законы проекты тарафынан ошо статьяла билдәләнгән хоҡуҡ боҙоу составын аныҡлаштырыу тәҡдим ителә. Үҙгәрештәргә ярашлы, тотҡарланған, махсуслаштырылған туҡталҡаға алып барылған транспорт сараларын иҫәпкә алыу талаптарын, шулай уҡ махсуслаштырылған туҡталҡалар хаҡында һәм уларға алып барылған һәм уларҙа һаҡланған транспорт саралары тураһында мәғлүмәт биреү тәртибен боҙған өсөн яуаплылыҡ билдәләнә.
Шулай уҡ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы кодексының 27.13-сө статьяһының 9-сы өлөшөндә атап үтелгән айырым осраҡтарҙы күҙҙә тотоу тәҡдим ителә. Закон проекты шулай уҡ транспорт өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының вәкәләтле башҡарма органы тарафынан билдәләнгән тотҡарланған транспорт сараларын алып барыуға һәм һаҡлауға киткән сығымдарҙы түләү срогын боҙған өсөн яуаплылыҡ билдәләй.
l “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы законы проекты бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияларҙың ҡарарҙарын һәм күрһәтмәләрен үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ индереүҙе күҙҙә тота. Атап үтелгән категориялағы административ эштәрҙе тикшереүҙе – мировой судьяларға, административ эштәр ҡуҙғатыуҙы был комиссияларҙың рәйестәренә йөкмәтеү тәҡдим ителә.
l “Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы Законының 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” Башҡортостан Республикаһы законы проекты республика ҡануниәтен “Рәсәй Федерацияһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында” Федераль закон менән ярашлылыҡҡа килтереү маҡсатында әҙерләнде. Федераль законға еңел сәнәғәт предприятиеларын урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына индереү критерийҙарын аныҡлау өлөшөндә үҙгәрештәр индерелгәйне.