Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иңдәрендә — ил йөгө
Эшҡыуарҙар үткәргән әллә күпме рәсми сарала ҡатнашҡаным бар. Ни ғәләмәттер, башҡорт эшҡыуарҙары күҙгә бик салынып бармай. Үҙҙәре булдырған мөхиттә генә йөҙәләрме, әллә үтә тыйнаҡтармы — аңлай алмайым. Эшҡыуар Ҡасим Ишембаев менән осраҡлы ғына таныштым, ул хәҙерге заманда бик һирәк осрай торған уңған ирҙәрҙең береһе булып сыҡты. Йүнселлекте, шәхси хужалыҡты күтәреү уйы менән янған эшҡыуарҙың ата-әсәһенең тормош юлы ла миндә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ул Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылында Мәхмүзә менән Ғәбделмәжит Ишембаевтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килгән. 1919 йылғы атаһы Ғәбделмәжит Баймырҙа улы уҡытыусы булып эшләй, 1938 йылда хеҙмәткә саҡырыла.
Күп тә үтмәй, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Зенитсы булып хеҙмәт иткән һалдат Керчь ҡалаһында яралана һәм тотҡонлоҡҡа эләгә. Ә өйҙәренә “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән хат килә. Тик әсәһе улының ҡайтырына өмөтөн юғалтмай, уның өлөшөнә ҡалдырған ҡаҙылығын да тотонмай һаҡлай. Ниһайәт, 1946 йылдың октябрендә Ғәбделмәжит әйләнеп ҡайта.
Ҡасим Ишембаевтың әсәһе Мәхмүзә Ғөбәйҙулла ҡыҙының яҙмышы ла үҙенсәлекле. Ул зирәк ҡыҙ була һәм урыҫса һөйләшә белеүе менән йәштәштәренән айырылып тора. Уны ла тиҫтерҙәре менән бергә Орехово-Зуево ҡалаһына торф эшкәртергә ебәрәләр, шунда урыҫ телен белеүенең файҙаһы тейә. Мәхмүзәне, йәш булыуына ҡарамаҫтан, бригадир итеп ҡуялар. Уның менән бергә Бүреҡаҙған, Айыусы, Мырҙаш, Бәләкәй Аллағыуат ауылдарынан Сәғүрә Әлимбаева, Мөхөпьямал Мәҡсүтова, Хәсбиямал Әлимбаева, Нәсимә Ураҡаева, Сәбилә Ғәйетова һәм Фәйзрахман Мортазин исемле егет тә була. Шул ҡатындарҙың ҡайһы берҙәре менән Ишембаевтар ғаиләһе аҙаҡтан да аралашып йәшәй, уларҙы ихтирам итә. Ошо апайҙар еңел булмаған хеҙмәттәре менән еңеүҙе яҡынайтҡан.
1946 йылдың октябрендә Ғәбделмәжит тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта, ошо ваҡытта Мәхмүзә лә ҡайтҡан була. Йәштәр бергә ғаилә ҡороп ебәрә һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙы бергә еңеп сыға. Эшләйҙәр ҙә, балалар ҙа үҫтерәләр. Ә атайҙары ауырып киткәс, донъя йөгөн әсәләре тарта, ҙур ғаиләне туйындырыусы ла ул була.
Сираттағы декрет ялынан һуң Мәхмүзәгә эш бирмәйҙәр. Ул аптырап ҡалмай, ауылдарынан 5-6 километр алыҫлыҡтағы Айыусыға эшкә барып урынлаша. Ҡышын — саңғыла, йәйен велосипедта үтә был араны. Айыусыла ла һатып алыусыларҙың ихтирамын яулай. Ул 50 йәшендә райпонан хаҡлы ялға сыға, тик, сәләмәтлеге ҡаҡшағанлыҡтан, 56 йәшендә генә вафат була. Ә аталары 81 йәшкә етә. Улар иҫән булһа, балалары өсөн шатланып бөтә алмаҫ ине. Миңйыһандары йәш саҡта Пензала йәшәй, аҙаҡ оҙаҡ йылдар Яңы Федоровка мәктәбендә пионервожатый булып эшләй. Һаҙый Салауат ҡалаһында йәшәй, тыуған ауылына ҡайтып йорт һалған. Таңһылыу, эшҡыуарлыҡты һайлаған. Ул тормош иптәше Вәхит менән Мәләүез ҡалаһында донъя көтә. Балалары Мәҡсүт ауылында әсәләре иҫтәлегенә “Мәхмүзә” мәсете төҙөгән, ул бөгөн бөтә тирә-яҡты нурлап ултыра. Төпсөктәре Ҡадир атаһы юлынан киткән, уҡытыусы булып эшләй. Ун бер йәшендә етем ҡалған һәм улар менән бергә тәрбиәләнгән ике туған ҡустылары Саматты ла бер туғандай күрәләр. Мәхмүзә менән Ғәбделмәжит Ишембаевтарҙың бар балалары ла бер-береһенә ярҙамлашып, ҡатышып йәшәй.
Ҡасим Ишембаевҡа эшҡыуарлыҡ “ене” әсәһенән бирелгән, тип әйтергә мөмкин. Ул бәләкәй эшҡыуарлыҡтың фәҡәт башланған мәлендә эшкә тотонған һәм еңел булмаған бормалы юлдың соҡор-саҡырын үткән. Бөгөн эшҡыуарлыҡҡа йөҙ менән боролһалар ҙа, үткән быуаттың 90-сы йылдарында башлаған коммерсанттарға, эшҡыуарҙарға бизнесты үҙаллы үҙләштерергә тура килә. Баҙар иҡтисады шарттарында “йөҙә белгәндәр” генә тороп ҡала. Ҡасим Ғәбделмәжит төплө белем алған. Тәүҙә Ишембай ҡалаһында интернатта уҡыған, Салауатта һөнәрселек-техник училищеһын тамамлаған. Әрме һурпаһын Чита өлкәһендә, Байкал аръяғында татыған. Ҡайтыу менән Алһыу исемле ҡыҙға өйләнә. Йәштәр эшҡыуарлыҡтағы тәүге аҙымдарын шәл бәйләүҙән башлап ебәрә. Бәйләү машиналары алғас, был эште Ҡасим үҙе лә үҙләштерә. Йылы шәлдәрҙе хатта Үзбәкстанға ла алып барып һаталар.
Шәхси эшҡыуарлыҡтан килгән тәүге килемдәренә “Жигули” автомобиле һатып алғас, шатлыҡтарының иге-сиге булмай. Был ваҡытта бер-бер артлы Айгөл һәм Алина исемле ҡыҙҙары тыуа. Фатирлы булыр өсөн улар Ырымбурға юллана. Ғаилә башлығы заводҡа эшкә урынлаша. Ул һәр саҡ алдынғылар рәтендә була, яҡшы эшләгәне өсөн бер йыл эсендә ике бүлмәле фатир бирәләр.
Балаларын үҙ мөхитендә уҡытыр өсөн 1989 йылда Ҡасим Ғәбделмәжит улы, фатирын алмаштырып, ғаиләһе менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп ҡайта. Бында ул тормошона тәьҫир итерҙәй яҡшы кешеләр менән таныша. Шуларҙың береһе Марат Бикмөхәмәтов була.
Тормошонда эҙ ҡалдырған кешеләрҙең икенсеһе — 90-сы йылдарҙа эре заводтың ярҙамсы хужалығы етәксеһе булып эшләгән Рәшит Вахитов. Ауыл хужалығы производствоһының бөтә нескәлектәрен белгән юғары класлы белгес булараҡ, ул Ҡасим Ишембаевҡа малсылыҡ серҙәрен төшөндөрә, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Ҡасим уны әле булһа үҙенең уҡытыусыһы һәм остазы тип иҫәпләй.
2006 йылда Стәрлетамаҡ районы уға 14 сутый ер бүлә. Махсус цех төҙөп, ауыл хужалығы мохтажлыҡ кисергән ҡатнаш аҙыҡ эшләп, шәхси хужалыҡтарҙы тәьмин итә. Әйткәндәй, 2010 йылғы ҡоролоҡта Омск өлкәһенән, Алтай крайынан 1200 тонна арпа, бойҙай, көрпә алып ҡайтып, ҡатнаш аҙыҡты шәхси хужалыҡтарға һата.
Ҡасим Ишембаевтан шәхси хужалыҡтарға, фермерлыҡҡа ҡамасаулаған сәбәптәр тураһында һорашам, уның киләсәккә ҡоролған пландары менән дә ҡыҙыҡһынам.
— Беренсенән, ауыл халҡы олоғая, йәштәрҙең күбеһе ҡалаға күсеп китә. Икенсенән, шәхси көтөүлектәрҙә тоҡомло үгеҙҙәр юҡ, шуға ла мал ваҡлана. Өсөнсөнән, һалам, бесән әҙерләгәндә транспорт юҡлығы бәкәлгә һуға. Ә инде хыялдарға килгәндә, 1830 — 1840 йылдарҙа Айыусы ауылында бер йортҡа уртаса 18 ат һәм 20 баш һыйыр малы тура килгән, Мәҡсүттә һәр йортта 16 ат, 14 һыйыр йәки башмаҡ, ике-биш баш һарыҡ та аҫрағандар. Әлеге ваҡытта ла шәхси хужалыҡтарҙы ошо кимәлгә еткерһәк ине. Мәҫәлән, беҙ фермер хужалығы астыҡ, бөлгөнлөккә төшкән “Ашҡаҙар” колхозының 67 эшсеһе пайҙарын миңә тапшырҙы. Әле 536 гектар ерем бар, шуны ҡуртымға биреп, пай хужаларына бесән, һалам, иген бирәсәкмен. Хөкүмәт биргән пайҙарҙы теркәүгә күп ваҡыт китә, уның артынан йөрөргә һәр кемдең дә ҡулынан килмәй, ошо эште ябайлаштырырға кәрәк, сөнки уны башҡарып сығыр өсөн 230 мең һум аҡсамды сарыф иттем. Ауыл кешеһе ерһеҙ, шәхси хужалыҡһыҙ йәшәй алмай. Шәхси хужалыҡтарҙы күтәрергә кәрәк, сөнки һәр кем үҙенә ышанып йәшәргә тейеш, — тип иҫәпләй Ҡасим Ғәбделмәжит улы.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 366

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 337

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503