Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙгәрешһеҙ үҫеш булмай
Үҙгәрешһеҙ үҫеш булмайШаран районында хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың 27 процентҡа яҡыны иҡтисадтың шәхси секторында эшләй
Тәжрибә күрһәтеүенсә, хәҙерге көндә бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә туранан-тура ҡулланыу баҙары өсөн эшләгән, етештереүҙе киңәйтеүгә үҙ инвестицияларын һалған, продукцияның сифатын тәүге урынға ҡуйған шәхси предприятиелар йылдам үҫеш ала. Ә социаль йүнәлеште һайлаған бизнес урындағы муниципаль власть һәм үҙидара органдары тарафынан һәр саҡ яҡлау таба.
Шаранда шәхси эшҡыуар Юрий Дәүләтов етәкләгән коллективты нәҡ шундай предприятиелар рәтенә индерергә мөмкин. Хәҙер уның бәләкәй икмәкханаһын районда белмәгән кеше юҡтыр. Технологияны яңыртып, ул етештереүсәнлекте һиҙелерлек күтәреүгә өлгәшкән. Ә сифатлы продукция кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай. Шуны телгә алыу ҙа етә: бөгөн Шаранда икмәк баҙарының 70 процентын “Дәүләтов” предприятиеһы үҙ ҡулына алған. Икмәк бешереү оҫталары хәҙер Туймазы баҙарына ла үтеп инә башлаған. Әле ҡаланың 15 аҙыҡ-түлек магазинына улар үҙ продукцияһын илтә.
Ә бит шәхси бизнесҡа Юрий Дәүләтов та ярайһы уҡ урау юлдар аша килгән. Ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң Шарандағы “Аҡбарыҫ” совхозында, артабан Мишкә районында агроном булып эшләй. Шунан бәхет эҙләп Себер яҡтарына сығып китә, ундағы теплица хужалығында йәш белгескә эше лә табыла.
Ләкин тыуған төйәк барыбер үҙенә тарта. Шаранда элекке күмәк хужалыҡтарҙың бөлгөнлөккә төшкәнен, ҡайһы берҙәренең бөтөнләй тарҡалып бөткәнен күрә. Себерҙә хужалыҡ итеү мәктәбен үткән Юрий ҡатыны Надежда менән бергәләп үҙ эшен асырға ҡарар итә лә инде. Тәүҙә ҡулланыу баҙарындағы хәлде ентекләп өйрәнәләр. Ҡулдағы капиталды аҙыҡ-түлек етештереүгә һалыу отошлораҡ буласаҡ, сөнки ундай төр продукцияға ваҡлап һатыу селтәрендә лә, йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларында ла һорау ҙур, тигән фекергә киләләр. Икенсенән, бәләкәй икмәкханалар менән кондитер цехтары һалынған сығымдарҙы ла тиҙ ҡаплай, йәғни икмәк бешереү ауыл ерендә лә юғары рентабелле етештереү тармағы булып ҡала.
Дәүләтовтар ҙур теләк менән бизнес-проекттарын ғәмәлгә ашырыуға тотона. 2003 йылдың октябрендә үҙҙәренең бәләкәй икмәкханаһын асалар. Әлбиттә, шәхси эшҡыуарҙарға бер кем дә таҡыр юл һалып ҡуймай. Икмәк бешереүсе предприятие башта ҡуртымға алынған бинала урынлаша. Шул дәүерҙә бәләкәй һәм урта бизнестың мәнфәғәттәрен яҡлаған закон ҡабул ителә. Шунан файҙаланып, Дәүләтовтар дөйөм майҙаны 400 квадрат метр булған бинаны осһоҙораҡ хаҡҡа һатып ала. Был етештереүҙе киңәйтеүҙә, технологияны яҡшыртыуҙа, продукцияның ассортиментын байытыуҙа яңы офоҡтар аса.
— Үҙгәрешһеҙ үҫеш булмай, тиҙәр түгелме? Был бәләкәй бизнесҡа ла ҡағыла, — ти Юрий Ислам улы. — Тәүҙә бинаның беренсе ҡатында реконструкция эштәре үткәрҙек, бының өсөн 1,5 миллион һум күләмендә инвестиция һалдыҡ. Хәҙер бында үҙебеҙҙең һатыу нөктәһе һәм кондитер цехы эшләй. Икмәкхананы яңы юғары етештереүсәнле ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ. Баш технолог ролен ҡатыным Надежда үҙ иңенә алды. Яңы бешкән икмәкте тәмләндереүҙә уның үҙ серҙәре лә бар. Ҡамыр әсеткәндә ҡомалаҡ сүпрәһен генә файҙаланабыҙ. Витаминлы үҫемлекте йәй район биләмәһендә үҙебеҙ әҙерләйбеҙ.
— Продукция сифатлы булғас, һатыу күләме лә арта, — тип предприятиеның эшмәкәрлеге менән таныштырыуын дауам итте ул. — Хәҙер көнөнә 2,5 мең икмәк бешерәбеҙ. Цехта эште яңыса ойоштороп, продукцияның ассортиментын да киңәйттек. Беҙ ауыл биләмәләрендәге сауҙа предприятиеларын, мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын, шулай уҡ Мичурин һәм Баҙғыя яҡтарындағы социаль учреждениеларҙы яңы бешкән икмәк менән тәьмин итәбеҙ. Продукцияны ҡулланыусыларға илтеү өсөн предприятиеның дүрт махсус машинаһы бар. Хәҙер баҙарҙа көндәшлек көслө. Райондың үҙендә бер нисә икмәкхана эшләй, бешергән ризыҡты Туймазы, Октябрьскийҙан да алып киләләр. Шуны иҫәпкә алып, халыҡтың ихтыяжын яҡшыраҡ ҡәнәғәтләндерергә тырышабыҙ, һатып алыусыларҙың заказы буйынса затлы ашамлыҡтар, бәлештәр ҙә бешерәбеҙ. Яңыраҡ үҙебеҙҙең ярымфабрикаттар цехын астыҡ. Унда билмән яһайбыҙ, шулай уҡ торт әҙерләйбеҙ. Бығаса беҙҙең предприятиела 35 кеше ине, һуңғы осорҙа тағы ете эш урыны өҫтәлде.
Әле Дәүләтовтар яңы инвестиция проектын бойомға ашырыу ниәте менән янып йәшәй. Икмәкхана, магазин һәм кондитер цехы урынлашҡан бинаның икенсе ҡатында капиталь ремонт үткәрергә лә өлгөргәндәр. Юрий Ислам улы әйтеүенсә, унда балалар кафеһы асырға, бәләкәстәрҙе туңдырма һәм һөт коктейле менән һыйларға уйлайҙар. Шаран ауылының был төбәгендә ундай йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары бөтөнләй юҡ икән. “Ул кафе беҙгә ҙур табыш килтермәйәсәк, әйҙә, балалар ата-әсәләре менән килеп ял итһен, рәхмәт әйтеп яҡшы кәйеф менән китһен — беҙҙең өсөн шуныһы мөһим”, — ти эшҡыуар.
Хәҙер Дәүләтовтарҙың эш һөҙөмтәләре районда ғына түгел, республикала ла яҡшы баһа алған. Былтыр бәләкәй предприятиеға Башҡортостандың иҡтисады үҫешенә индергән өлөшө өсөн тармаҡ министрлығының дипломы тапшырылған. Бындай хеҙмәт еңеүе уңған коллективы, булдыҡлылығы менән алдырған Юрий Ислам улын яңы уңыштарға әйҙәй.
Миҙхәт Шәрипов




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 292

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503