Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алдынғы тәжрибә нисек уңышҡа илтә
Алдынғы тәжрибә нисек уңышҡа илтә
“Раевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә эре һәм алдынғы хужалыҡтарҙан һанала. Ауыл эшсәндәре, иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү менән бер рәттән, һөт, ит етештереү, тоҡомло мал аҫрау менән ныҡлап шөғөлләнә. Бынан бер нисә йыл элек ул “Колос Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, “Агрофирма “Красный Клин” хужалыҡтарын да үҙенең ҡанатына һыйындырған. Был хужалыҡтарҙа, нигеҙҙә, иң ҙур шәкәр сөгөлдөрө плантациялары урынлашҡан.


Йәмғиәт аграрийҙары йылдағыса яҙғы сәсеү эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тәүгеләрҙән булып тамамлап, әле ишле малға етерлек күләмдә мал аҙығы хәстәрләү бурысы менән йәшәй. Бөгөнгә улар хужалыҡ ихатаһына 400 тоннанан ашыу бесән ташыған да инде. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү бында ҡыҙыу һәм яҡшы ойошторолған.
Алдынғы тәжрибә нисек уңышҡа илтәКөҙ ауыл эшсәндәре дүрт меңдән ашыу гектарҙа шәкәр сөгөлдөрө, 4169 гектарҙа – бойҙай, арпа, кукуруз һәм башҡа культуралар йыйып аласаҡ. Хужалыҡтың 32 мең гектар ауыл хужалығы ерҙәре бар, шуның 25 мең гектарын һөрөнтө ерҙәр тәшкил итә. Баҫыуҙар тәрбиәле, ҡараулы, уларҙы минераль ашламалар менән туйындырғас, йыл да мул уңыш алыуға өлгәшәләр.
– Беҙҙә тырыш, эшһөйәр халыҡ хеҙмәт өлгөһө күрһәтә, йәштәрҙең булыуы ла һөйөндөрә, шөкөр, ололарға алмаш етерлек, – ти йәмғиәттең генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Илнур Рифғәт улы Йосопов. – Юғары, махсус урта белемле белгестәр ҙә беҙгә ҙур теләк менән эшкә килә.
Техника паркы ла бында бай, 125 трактор иҫәпләнә, төрлө ҡеүәтле заманса комбайндар ҙа бар. Паркты йыл һайын яңы машиналар менән тулыландырып торалар. Ситтән техника йәлеп итмәйҙәр, бар баҫыу эштәрен үҙҙәренең көсө менән башҡаралар. Мәҫәлән, һуңғы бер нисә йылда ғына йәмғиәт етәкселеге 123 миллион һумлыҡ 26 берәмек техника һәм төрлө ҡорамал һатып алыуға өлгәшкән.
“Раевка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төбәктә һөт етештереү буйынса алдынғылар иҫәбендә килә. Бында ете һөтсөлөк фермаһы уңышлы эшләй, малсылар көн һайын 14 тонна сифатлы һөт һауып алып, Стәрле­тамаҡтың “Аллат”, Өфө һөт комбинаттарына оҙаталар. Һатыуҙан килгән табыш фермаларҙы ремонтлауға, тармаҡты яңыртыуға тотонола. Бөгөн һөтсөлөк фермалары заманса йыһазландырылған, ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай. Әле йәмғиәттең өс мең баш симменталь тоҡомло һыйыр малы йәйге лагерҙа тотола, шуның 1300-өн һауалар. Быйылдан башлап йәйге йәйләүҙә тәрбиәләнгән малдарҙы электр көтөүсе көтә. Бындай электр көтөүселәр әле төбәктә тәүгеһе. “Хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыу өҫтөндә йыш эшләйбеҙ. Бының өсөн аҡса йәлләмәйбеҙ, сөнки уларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә хужалыҡ йылдан-йыл яңы ҡаҙаныштарға өлгәшә лә инде”, – ти директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары Руслан Мөхәмәтшин. Бөгөн бында 100-гә яҡын кеше эш менән мәшғүл.
Хужалыҡ етәкселеге көтөүҙе тоҡомло йәш таналар менән тулыландырыу эшен дә алып бара. Бында яһалма ҡасырыу яҡшы ҡуйылған. Тоҡомсолоҡ заводы булараҡ, йыл һайын уңайлы килешеүҙәр төҙөп, мал да һаталар.
Илнур Йосопов етәкселегендәге хужалыҡ базаһында йыш ҡына семинар-кәңәшмәләр үткәрелә, уларҙың тәжрибәһен өйрәнергә тип төрлө райондарҙан да киләләр.
Бынан тыш, йәмғиәт, Башҡортостан ауыл хужалығы институты ғалимдары менән яҡшы мөнәсәбәт булдырып, уларҙы йыл һайын баҫыуҙарға тәжрибә өйрәнеү өсөн саҡыра. Әйткәндәй, сөгөлдөрҙән йыл да мул уңыш алалар, уны Раевка шәкәр заводына оҙатып, һатыуҙан килгән табыш фәҡәт хужалыҡ кәрәк-ярағына, эш хаҡы түләүгә, техника һатып алыуға тотонола икән. Бынан тыш, яңы келәттәр, заманса биналар төҙөлә, һөтсөлөк фермалары төҙөкләндерелә. Көҙ йыйып алынған уңышты юғалтыуһыҙ һаҡлау өсөн ҡеүәтле иген һаҡлағыстар урынлаштырылған.
Ауыл хужалығы ойошмаһында тырыштар һәм хеҙмәттең тәмен, бәҫен белгәндәр генә тир түгә. Етәкселек яһалма ҡасырыу эшен алып барыусы белгестәр Илдар Әхмәҙиев, Валентина Бебякина, Сания Фәйзрахманова, механизатор Мөслим Бейбутов, водителдәр Дамир Мөсәүиров, Рафаэль Ғәйетов, Виктор Самораков, Геннадий Предатченконы маҡтап телгә алды.

Әлшәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503