Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туймазы помидорымы? Беләбеҙ!
Туймазы помидорымы? Беләбеҙ! Шаран районының “Ғәлим” фермер хужалығында быйыл теплицала 1000 тонна йәшелсә үҫтереп һатҡандар. Уның етәксеһе Азат Ғәлимов менән шатлыҡлы көндәренең береһендә осрашып һөйләштек. Ул яңыраҡ Мәскәүҙә үткәрелгән Бөтә Рәсәй “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашып, ҙур танылыу яулаған. Эшендәге яҡшы күрһәткестәре өсөн “Теплицала йәшелсә культураларын үҫтереү” номинацияһында алтын миҙал һәм федераль министрлыҡтың дипломы менән бүләкләнгән.
– Шул сарала ҡатнашыу, унда илдең төрлө төбәктәренән килгән ауыл хужалығы етеште­реүселәре менән аралашыу беҙҙең күңелдәрҙе үҫтереп ебәрҙе, – ти Азат. – Эшемде күреп, шун­дай юғары баһа бирерҙәр, тип һис тә уйла­мағайным. “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә шуны яҡшы тойҙоҡ, хәҙер Рәсәй йәшелсәселәре ҡулланыу баҙарынан сит ил продукцияһын ҡыҫырыҡлап сығарыу буйынса алдарына ҡуйылған оло бурыс­ты уңышлы ғәмәлгә ашыра. Шуныһы шатлыҡлы: Шарандағы беҙҙең фермер хужалығы ла шул эшкә үҙенең күпмелер өлөшөн индерә.
Азат үҙе Туймазы ҡалаһында тыуып үҫкән егет булып сыҡты. Телгә алыуынса, ул фермер­лыҡҡа бынан 12 йыл элек, йәғни Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамам­ламаҫ борон уҡ тотонған. Әлбиттә, кәсебен башлап ебәреүҙә ғүмер буйы ер эшенән айырылмаған атаһының ярҙамы ҙур булған.
– Тәүге тәжрибәне Иҫке Туймазы ауылындағы “Панакс-Агро” йәмғиәтендә эшләгәндә алдым, – ти ул. – Ошо хосуси предприятиеның төп акцио­нерҙарының береһе Денис Латипов менән күптән дуҫлашып өлгөргәйнек. Университетта ла бер факультетта уҡыныҡ. Ул атаһы Әхәт Хаммат улының – заманында Туймазыла иң беренсе­ләрҙән булып ҡыяр һәм помидор үҫтереүҙә үҙенең теплица хужалығын ойошторған, булдыҡлылығы һәм яңыса эшләргә ынтылыуы менән был донъяла яҡты эҙ ҡалдырған ил уҙаманының – изге эшен дауам итә.
– “Панакс-Агро” йәмғиәтендә шулай хужалыҡ мәктәбен үткәндән һуң мин үҙаллы эшләргә ҡарар иттем дә инде. Ни өсөн теплица йәшелсәселеге менән шөғөлләнеүҙә Шаран яҡтарын һайланығыҙ, тиһегеҙме? Ерекле ауылында элекке “Сельхозтехника” предприятие­һының ҡасандыр комбайн цехы урынлашҡан бинаны һатыуҙары хаҡында ишетеп ҡалдыҡ. Атайым кеүек мин дә тәүәккәл кеше. Бындағы күсемһеҙ милеккә эйә булғандан һуң эргәләге ер майҙанын арендаға алдыҡ. Тәүҙә 70 сутыйлыҡ теплица ҡороп ултырттыҡ. Шунан көсөбөҙҙө һәм мөмкинлектәребеҙҙе самалап, агробизнесыбыҙҙы киңәйтергә булдыҡ. Хәҙер инде дүрт гектарға яҡын ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтерәбеҙ.
Уңғандарға уңыш юлдаш, тип белмәй әйтмәй­ҙәр. Азат Ғәлимов та газ менән йылытылған теплицаларҙа йәшелсә культуралары үҫтереү агротехникаһын яҡшыртыу юлдарын эҙләп табырға тырыша. Телгә алыуынса, бөгөн ул үҙ хужалығында тик алдынғы технологияларҙы ҡуллана. Ә инде теплицаларҙы камиллаштырыу буйынса эште әле лә туҡтатмайҙар.
– Яңылыҡтарҙы индереү уңдырышлылыҡты күтәреүгә, эштең һөҙөмтәһен яҡшыртыуға йүнәлтелгән, – ти Ерекле ауылы фермеры. – Теплицаларҙа тамсылап һуғарыу системаһын ҡулланыу бик тә отошло булып сыҡты. Иң мөһиме — һыу һибеүҙә ҡул көсөнән бөтөнләй ҡотолдоҡ, икенсенән, ул алым уңышты арттырыуға, шул уҡ ваҡытта сығымдарҙы һиҙелерлек кәметеүгә булышлыҡ итә. Беҙ тағы ерҙе яҡшылап ашлауға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Был йәһәттән торфлы тупраҡ ҡайтарыуға аҡса йәлләмәйбеҙ. Алдағы миҙгелгә шундай һыйҙы әле үк әҙерләп ҡуйҙыҡ, сөнки серемтәгә бай ерҙә генә мул уңыш үҫтереп алырға мөмкин.
Эйе, теплицаларҙа яңы алымдарҙы, алдынғы агротехниканы индереү үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Уҙған миҙгелдә “Ғәлим” хужалығында бер квадрат метрҙан уртаса 25 килограмм йәшелсә йыйып алыуға өлгәшкәндәр. Был – агробизнестың шул тармағы өсөн бик тә яҡшы күрһәткес. Йыйып әйткәндә, эште яңыса ойошторған фермер хужа­лығы быйыл 1000 тонна витаминлы продукция етештереп һатҡан.
– Шуныһы яҡшы: Туймазы маркаһын хәҙер илдең йәшелсә баҙарында яҡшы беләләр, – ти Азат Марат улы. – Шуға етештергән продукцияны һатыуҙа әллә ни ҡыйынлыҡтар кисермәйбеҙ. Ябыҡ тупраҡта үҫтерелгән уңышты беҙ республи­каның һәм илдең эре сауҙа селтәрҙәренә ебә­рәбеҙ. Өфөләге, күрше Татарстандағы күмәртәләп һатыу итеүселәр менән бәйләнештәребеҙ айырыуса ныҡлы. Һүҙ ҙә юҡ, ҡулланыусыларҙың иң күбе үҙе­беҙҙең республикала һәм күрше төбәктә булыуы һәйбәт, сөнки йыйып алынған уңыш уларға икенсе көнөндә үк барып етә. Шуның өсөн дә беҙҙең менән хеҙмәттәшлек иткән сауҙа селтәрҙәренең кәштәләренә тик яҡшы сифатлы, витаминлы продукция сығарыла. Уңышты ла уларға үҙебеҙ оҙатабыҙ, бының өсөн йөк ташыу менән шөғөлләнгән хосуси транспорт компанияларына мөрәжәғәт итәбеҙ. Ғөмүмән, хәҙер логис­тиканың үҫеше, йәғни транспорт хеҙ­мәтләнде­реүе­нең яңы кимәлгә күтәрелеүе эште бермә-бер еңелләштерҙе. Шуға бөгөн беҙгә хужалыҡта ҙур сығымдар түгеп, йәшелсә һаҡлағыс төҙөүҙең дә бер ниндәй хәжәте юҡ.
Әйткәндәй, фермер Ғәлимов ябыҡ тупраҡта йә­шелсә үҫтереү менән генә сикләнмәй. Ул 120 гектарлыҡ иркен баҫыуында иген игә. Быйыл шул майҙанда көҙгө бойҙайҙың элиталы сортынан мул уңыш йыйып алған. Класлы ашлыҡты тарттырып он һатыу яҡшы ғына табыш бирә. Икен­сенән, урып йыйғанда рулондарға төрөлгән һалам да бушҡа китмәй, уны аҙаҡ теплицаларҙа ерҙең уңдырышлылығын күтәреүҙә файҙа­ланалар.
– Хәҙер асыҡ тупраҡтағы һуғарылған майҙанда йәшелсә үҫтереү хаҡында пландар ҡорабыҙ. Бының өсөн биш скважина быраулап, яһалма быуа быуҙыҡ. Көҙ шул баҫыуҙа ерҙе яҡшылап эшкәрттек. Алдағы яҙ һыуалғысҡа яҡын бер участкала йәшелсә ултыртырбыҙ тип торабыҙ. Ниндәй культураға өҫтөнлөк бирербеҙ – әле шул хаҡта уйлашабыҙ, – тине булдыҡлы ауыл эшҡыуары.
Үҫеш юлынан атлаған “Ғәлим” фермер хужа­лығында ике тиҫтәнән ашыу эш урыны булды­рылған. Миҙгел осоронда теплицаларҙа килешеү нигеҙендә ситтән килгәндәр көс һалһа, ҡалған эш урындарына Ерекленең үҙендә йәшәгән халыҡ ҡабул ителгән. Етештереүсәнлек яҡшы булғас, уларҙың эш хаҡы ла арыу ғына килеп сыға. Хужалыҡта яҙын һәм йәйен алыҫ төбәк­тәрҙән килеп эшләгән кешеләргә торлаҡ мәсьәләһендә лә борсолаһы юҡ, сөнки улар матур итеп йыһаз­лан­ды­рылған ятаҡта йәшәй. Унда яҡты һәм иркен 20 бүлмәнән тыш ашханаһы ла, душы ла бар. Шуға ла күптәр бында ғаиләләре менән килеп эшкә урынлашыуҙы хуп күрә икән.
– Үҙ эшеңдең һөҙөмтәһен күреү, тырыш һәм берҙәм коллектив туплау ҡәнәғәтлек тойғоһо тыуҙыра, – ти Азат Ғәлимов. – Беҙ бит туранан-тура үҙебеҙҙәге ҡулланыу баҙары өсөн эшләйбеҙ. Сит ил продукцияһын кәштәләрҙән бөтөнләй ҡыҫырыҡлап сығарыу өсөн етештереүсәнлекте тағы ла арттырырға тейешбеҙ. Хөкүмәт тә хәҙер теплица йәшелсәселеге өсөн әҙләп булһа ла субсидиялар бирә башланы. Бындай шарттар­ҙа инде беҙгә кәсебебеҙҙе артабан үҫтерәһе, тыуған еребеҙҙә кинәнеп эшләйһе генә ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 492