Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күп яҡтан әүҙем Шәрифйән
Күп яҡтан әүҙем Шәрифйән Сер түгел: ҡайһы бер ауылдарҙа фермерҙарға әле лә ҡырын күҙ менән ҡарайҙар. Был күптәрҙең тик үҙ кеҫәләрен генә ҡайғыртып, төрлө ысулдар менән табыш артынан ғына ҡыуыуынан да киләлер. Шулай ҙа был һөнәргә тотоноусыларҙың күбеһе хаҡлы ихтирамға лайыҡ. Уны ла Ауыҡ-Бүләктә ололап “беҙҙең Шәрифйән” тип кенә йөрөтәләр.
Һүҙем тырыш һәм булдыҡлылығына өҫтәп үҙен йомарт һәм кешелекле итеп танытҡан әүҙем яҡташым Шәрифйән Харисов хаҡында. Ул – ауылда ойошторолған сараларҙың даими бағыусыһы, дини байрамдарға йыл да мотлаҡ ҡорбан салдыра, һабантуй көрәшендә еңеүселәргә тәкәһен дә алдан әҙерләй.
Оҙаҡ ҡына сит тарафтарҙа хеҙмәт һалған ир-уҙаман 1992 йылда ғаиләһе менән тыуған яғына ҡайтып төпләнә. Әллә ни күп уйлап тормай, халҡыбыҙ­ҙың быуындан быуынға күсеп килгән умартасы һөнәренә тотона.
– Атайым ғүмер буйы бал ҡорттары тотто, шуға ла был шөғөл миңә яҡын да, таныш та ине. Тиҙҙән умарталарым йөҙ илле башҡа етте. Өҫтәмә килем булыр тип, һимертеү өсөн быҙауҙар ҙа алдым, — тип яңы эшенең юл башын хәтерләне Шәрифйән Шәрифулла улы. — Ике йүнәлеште бер юлы алып барыу ҡыйыныраҡ булғас, ит етеш­тереүҙән баш тартырға тура килде.
Артабан йүнсел төп иғтибарын ҡортсолоҡҡа йүнәлтә. Ата-бабаларҙан килгән был һөнәрҙе бик тә аҡсалы тип һанай. Уның һүҙҙәренсә, хатта аҙ ғына тырышлыҡ һалғанда ла, йыл һайын бик шәп бер машина алырға була: был уның умарталыҡтан килгән керемде туранан-тура тауарға күсереүе. Бер ыңғайҙан тыуған төйәгенең хозур тәбиғәте менән һоҡланыуын һәм ғорурланыуын да йәшермәй. Урман уртаһында ултырған ауылда йәшәп тә, үҙе өсөн генә булһа ла бер нисә умарта тотмағандарға һаман да аптырауын белдерә.
Уңған бар яҡтан да уңған тигәндәй, бынан дүрт йыл элек, яҡындары менән кәңәшләшеп, Шәрифйән һарыҡ үрсе­тергә тотона, уларҙың “Романов” тоҡомлоларын бихисап ҡына аралыҡта ятҡан Ырымбур яҡтарынан барып ала.
— Таҙа тоҡомло һарыҡтарҙы хәтһеҙ генә эҙләнем, — ти фермер. — Күп ерҙәрҙә тоҡомдар ҡушылып бөткән. Шулай ҙа теләгемә ирештем. Хәҙер ҡуйҙарымдың һаны йөҙ илленән ашты инде. Тоҡомдо юғалтмаҫ өсөн ике йылға бер тәкәләрҙе яңыртып торам...
Ҡышҡылыҡҡа йөҙ баштан күберәк инә һарыҡ ҡалдырып, ҡалғандарын иткә оҙата. Был үҙенсәлекле ашамлыҡ­ҡа өҫтөнлөк биреүселәр, өйгә килеп, һарыҡтарҙы тиҙ арала алып бөтөрә.
Харисовтар бөтә эштәрен бергәләп башҡара. Хужабикә Фәйрүзә башлыса ҡатын-ҡыҙға хасыраҡ мәшәҡәттәрҙе үҙ өҫтөнә алһа улдары Назимға “тимер ене” ҡағылған: ул бар төр техника менән “һин дә мин”.
Күп яҡтан да ауылдаштарына матур үрнәк күрһәтеп йәшәй фермер Шәриф­йән. Ауыҡ-Бүләк уртаһында күркәм йорт һалып ҡуйған, баҡсаһы артын­дағы быуаға сазан (карп) селбәрәләре ебәргән. “Әкренләп үрсейҙәр бит” тип ҡыуанып йөрөй. Пилорама ҡайтартҡан, яҡын киләсәктә таҡта ярыу эшен дә яйға һалмаҡсы йүнсел.
Ауыл уңғанының башҡа ниәттәре уның тағы ла йәмәғәтсел булыуын күрһәтә: алдағы йылда, теплица ҡороп, ҡыяр үҫтерергә әҙерләнә. “Ҡатын-ҡыҙҙарға эш булыр ине” тиеүе генә лә маҡтауға лайыҡ.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яҡташтары хөрмәтенә һәйкәл асыу теләге Шәрифйән Харисовтың оло йөрәкле илһөйәр булыуын күрһә­тә. Бының өсөн махсус таштар әҙерләп тә ҡуйған, буласаҡ иҫтәлекле урынға кедр үҫентеләре лә ултыртҡан: уларҙы Свердловск өлкәһенән алып ҡайтҡан. Шундай егәрле һәм әүҙем ир-уҙаманды “ауылыбыҙҙың ныҡлы терәге ул” тип нарыҡлауҙары бер ҙә юҡҡа түгел бит!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 333

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 271

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 343

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 294

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 366

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 367

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 327

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 267

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 504