Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нәсибаш уңғандары
“Эльнара” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен 2008 йылда бер туған ағалы-энеле Әхмәт менән Булат Ғәлиевтәр ойошторған.
Бер ҡайҙан матди ярҙам алмайынса, старт капиталын үҙҙәре туплап, тәүҙә 27 баш ат һәм 68 баш һыйыр малы һатып алып, ең һыҙғанып мал үрсетеү эшенә тотона улар. Колхоз-совхоздар тарҡалғандан бирле буш торған емерек, ташландыҡ хәлдәге Нәсибаш фермаһын 1 миллион һумдан ашыу аҡса һалып ипкә килтереп, йүнәтеп, таҙартып, малдарҙы тәүҙә шунда аҫрайҙар. Әммә бер йылдан һуң Өфөнән килгән конкурс идарасыһы, райондағы элекке ауыл хужалығы биналарын уңлы-һуллы һата. Нәсибаш фермаһын да, район хакимиәтенә ҡаршы килеп, Әхмәт менән Булатты конкурста ла ҡатнаштырмай, кемдәргәлер 30 мең һумға һатып ебәрә.
Малдар шулай ҡыйыҡһыҙ, ҡола яланда ҡала. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн аттар һаны — 100-гә, ә һыйыр малы 150 башҡа еткән.
Шул хәтлем малды аҫрау өсөн ере лә кәрәк бит әле. 2008 йылда эшҡыуарҙар, 500 гектар ер алып, шулай уҡ миллионлап аҡса түгеп, ер эшкәртә, күп йыллыҡ үлән сәсә, иген үҫтерә. Әммә улар шулай күпме тырышып эшкәртеп алған ерҙәренең 300 гектарын һуңынан пайҙарға бүлеп, ауыл халҡына тараталар, ә 2008 йылда ул ерҙәр пай өлөшөнә инмәгән була. Был — Ғәлиевтәр юлында осраған икенсе етди ҡаршылыҡ.
Әхмәт ҡалған 200 гектар ерен ҡуртымға алып, 60 гектарында арыш сәскән. Ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, гектарынан 22-шәр центнер уңыш йыйып алған. Ҡалған майҙанды күп йыллыҡ үлән биләй. Былтыр ике туған 200 гектарҙа 600 тонна бесән әҙерләгән.
Көҙөн эшҡыуар 100 гектар ерен туңға һөрөп ҡуйҙы. Мал аҙығын да, бесәнде лә ағай-эне бергәләшеп, ҡулалмаш эшләй. Техника ла бар: трактор, йөк машинаһы, быйыл 10 процентын ғына үҙҙәре түләп, яңы “Беларусь” алып ебәргәндәр. Ашламаһын, яғыулығын арзаныраҡҡа алғандар.
— Киләсәктә тағы ла һәйбәтерәк булыр тип өмөтләнәбеҙ, — ти Әхмәт Ғәлиев. — Хәҙер бит эшҡыуарҙарға шарттар тыуҙырыла, район етәксеһе Ғәли Ғәләүетдин улы ла, ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Булат Рауил улы ла хәлде һорап ҡына тора. Уларға үпкә юҡ.
Хәйер, Әхмәт үҙе лә тәжрибәле: шофер, агроном, малсы, эшҡыуар. Шуға ла эше яйлы.
Әле ағалы-энеле Ғәлиевтәр, малдарҙы бүлешеп алып, эшҡыуарлыҡ менән һәр береһе айырым шөғөлләнергә ҡарар иткән. Булат, шәхси ихатаһында ферма ҡороп, һыйырҙар аҫрай, ә аттар — Әхмәттә. Уның йортонда ҡолонлай торған 30 баш бейә ҡалдырылған (эргәләрендә 22 ҡолон юрғаҡлап йөрөй ҙә инде), ҡалғандары яланда — тибендә. Ҡырҙа Әхмәт ике ҙур быуа быуған — аттары ла шунда уратып йөрөп тибенләй, һуғарырға ла уңайлы. Киләсәктә эшҡыуар быуала балыҡ үрсетергә ниәтләй, умартасылыҡҡа тотонорға ла иҫәбе бар.
Ике туған, магазиндар асып, сауҙа эшен дә көйгә һалған. Нәсибаштағы “Марфа” магазинына — Булат, ә Малаяҙҙағы “Эльнара”ға Әхмәт хужа. Итте Малаяҙ баҙарына еңел машиналарына тейәп алып барып һаталар, ҡалғанын магазиндарына ҡуялар.
Әхмәттең ғаиләһе йәшелсәселек менән мауығып шөғөлләнә, йәй буйы баҡсаларында кәбеҫтә, ҡыяр, ҡыҙыл сөгөлдөр үҫтереп, шәхси магазиндарында һаталар. Улы Фидан, ҡыҙҙары Марина һәм Эльнара (хужалыҡҡа уның исеме бирелгән) үҫтерә уларҙы. Барыһы ла эшләй, бер кем тик тормай. Бәрәңгене лә ашлап, йәй буйы һыу һибеп тәрбиәләй, йыл һайын Нәсибашта иң ҙур уңышты улар ала.
Ҡатыны Мәҙинә, иҫәп-хисапҡа шәп бухгалтер булыуынан тыш, күпләп ҡош-ҡорт үрсетергә ярата: ихатала 40-лаған күркә ҡупырайып йөрөй, 25-ләгән ҡаҙ һимертеп һуйғандар, тауыҡтар ҡура тулы.
Әхмәт, улы Фиданды Өфөлә ҡалдырырға теләп, унда йорт та һалып ҡуйған. Тик егетте ҡалаға бәйләп тә алып барып булмай, ауылда йәшәргә теләй ул. Тыуған еренә йәбешеп, ең һыҙғанып эшләп, ата-әсәһенә ярҙам итеп, ер эшкәртеп, мал ҡарап, йорт тәрбиәләп, “Эльнара” хужалығы мәшәҡәттәренә башкөллө сумып, көн тимәй, төн тимәй, егелеп ошонда тир түгә. Юғары белемле иҡтисад белгесе, армияла хеҙмәт иткән егет Өфөгә ниңә барһын? Нәсибашта уның батшалығы, бында ул — ер хужаһы, көтөү-көтөү ҡуйҙары, тормош йәме, йәшәү күрке ошонда.
Бына шундай һоҡланғыс эшҡыуар ғаиләләр, илһөйәр һәм ерһөйәр ир-егеттәр йәшәй Салауат районының Нәсибаш ауылында.
Зәйтүнә ХАНОВА.
Салауат районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 294

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 365

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 366

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 266

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 504