Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Артыҡ рәнйетмәйҙәр ҙә бит...
Идара итеү даирәһендә “муниципалитет тирәһендәге реформалар” тураһында әленән-әле яңы фекерҙәр, тәҡдимдәр ишетелә. Барса ғәм менән үҙебеҙ үк башҡарасаҡ закондарға ниндәйҙер үҙгәрештәр индерергә мөмкин булыуы – маҡтаулы күренеш, әлбиттә. Бындай һөйләшеүгә ҡала һәм ауыл муниципалитеттарында хеҙмәт иткәндәрҙең күберәк ҡушылыуы һис шикһеҙ ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.


Төп ҡытыршылыҡтар ниҙән ғибәрәт һуң? Нисек итеп урындағы үҙидаралыҡтың абруйын, мәртәбәһен арттырырға? Башҡортостандың бер районында сәфәргә йөрөгәндә ауыл муниципалитеты етәксеһенә лә шундай һорау бирҙем. Оҙаҡ уйлап торманы ул: “Аҡсаң булһа, абруй күтәрелә инде ул”, — тип кенә яуапланы. Унан тағы ла был проблеманы нисек хәл итеүҙәре менән ҡыҙыҡһындым. “Бар күҙ терәп торғаныбыҙ – ауылдағы бәләкәй эшҡыуарҙар, йәғни кескәй магазин асыусылар инде. Шыршы байрамы, һабантуймы, башҡа берәй сарамы, хәйер һораған кеүек шуларға йүгерәбеҙ…” Шулай булғас, был эшҡыуарҙарға мөмкин тиклем ярҙам да итәһегеҙҙер, тип әйтергә ҡыйманым. Һатыусыларҙан белешергә булдым. Әлбиттә, уларҙың береһе лә зарланманы. Шулай ҙа ауыҙ тултырып маҡтағандарын да ишетмәнем. “Артыҡ рәнйетмәйҙәр былай. Ни һораһаң, шуны бирергә торалар, тик барыбер ҙә бөтәһенә лә аҡса талап итәләр”, — тигәнерәк фекер әйттеләр. Бесәнлек бүлеү йәки хужалыҡтан арзан хаҡҡа бесән биреү, утын менән тәьмин итеү йә яғыулыҡ менән ярҙамлашыу… Теләһәң, әллә күпме ысулды һанап үтергә була. Шулай итеп, ауылдағы магазин хужаларын йәлләү тойғоһо уянды.
Ысынында иһә мәсьәлә шулай ҡуйылған икән. “Бизнесты үҫтереү” урындағы властың төп бурыстары теҙмәһенә бөтөнләй инмәгән. Ярай, ауылдарҙа ниндәйҙер ҙур предприятиеләр юҡ, ти. Ә бит әҙме-күпме килем килтергән кешеләргә ярҙам итергә була. Мәҫәлән, бер инвестор үҙенең бизнесын үҫтереү теләге менән ауыл йә район үҙәгенә килә. Эшен асып ебәрһә, урындағы халыҡҡа эш урыны булыр, район, ауылдар терелер, тип уйлай ул. Әммә тап урындағы власть тарафынан күп кенә ҡаршылыҡтарға юлыға. Әлбиттә, иң тәүҙә ул етештереү ҡоролмаларын урынлаштырыу өсөн ер биләмәһе һораясаҡ. Ҡасан тәүге килеүенән үк, хатта уңышлы инвесторға ла, ер биләмәһе бирелгәне бар? Ул бит, беҙҙең аңлауыбыҙса – “КИЛМЕШӘК” , йәғни ситтән килеп, беҙҙең ер менән тиҙ генә байырға самалай. Уға туранан-тура былай тип әйтмәҫтәр, әлбиттә. Әммә төрлө документтар әҙерләү, ҡултамғалар, рөхсәт ҡағыҙҙары йыйыуҙа, ай-һай ярҙам итеүсе табылырмы? Етмәһә, коррупция килеп ҡушылһа?
Был тәңгәлдә фекерҙәр күп. Ярай, урындағы власть бизнесты үҫтереүҙә ярҙам итергә әҙер, ти. Әммә ул ошондағы муниципалитетҡа файҙалы булырға ла тейеш бит әле. Быны нисек тормошҡа ашырырға?
Беренсенән, бары тик ирекле конкурентлыҡ ҡына ыңғай һөҙөмтә бирәсәк. Йәғни инвестор хужалыҡты үҙе һайларға тейеш. Бының өсөн һатып алыуҙы ойоштороу тәртибен яйлау талап ителә.
Тағы ла муниципаль берәмек етәксеһенең төп бурыстарының береһе итеп биләмәлә ыңғай эшлеклелекте үҫтереү һәм күберәк инвестиция йәлеп итеүҙе ҡуйырға. Ошо шартты яҡшы үтәгәндәргә финанс ярҙамы күрһәтелһен ине. Финанс тигәндән, уны һалым сәйәсәтен көйләү аша ла тормошҡа ашырырға мөмкин бит. Мәҫәлән, тейешле күләмдә инвестицияны арттырҙың икән, һалымды аҙыраҡ түләйәсәкһең.
Ҡыҫҡаһы, йәмәғәт, әйҙәгеҙ үҙебеҙҙең тормошобоҙҙо ыңғайға үҙгәртер закондар ҡабул ителгәндә шымып ҡалмайыҡ. Ҡайҙа мөмкин, шунда үҙ тәҡдимебеҙҙе ебәрәйек. Беҙҙеңсә уйлағандар күберәк булһа, закон талаптары ла шул яҡҡа бороласаҡ.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 333

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 388

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 271

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 343

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 294

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 366

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 367

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 338

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 327

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 268

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 506