Өмөтбайҙар өмөтлө лә, бай ҙа10.03.2019
Баймаҡ районының Өмөтбай ауылынан мәҙәниәт өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Әнүзә Мәжитова балалар араһында “Иң күп китап уҡыусы” тигән акция ойоштороп, үҙ призын булдырҙы.

Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙы ошо ауыл китапханаһында утыҙ йылға яҡын хеҙмәт итә. Һөнәри бурыстарын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Район, зона буйынса үткән төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа уның бәйгеселәре гел призлы урын яулай. “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет”, “Иман нуры”, “Милләт сәңгелдәге янында ҡатын-ҡыҙ тора”, “Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙарын яттан һөйләү” кеүек ярыштарҙа Өмөтбай халҡы һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.

Ауыл төпкөлдә урынлашҡан тип тормай Әнүзә Хажиәхмәт ҡыҙы: баш ҡаланан яҙыусылар, редакция хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар ойоштора, күрше Әбйәлил, Йылайыр районы ижадсыларын да саҡырырға өлгөрә. Ошо рәүешле бөгөнгө балалар күңелендә әҙәбиәткә, китапҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләүгә тос өлөш индерә ул.

Әнүзә Мәжитова әйтеүенсә, акцияның шарты бик ябай. Бала күберәк китап уҡырға тырышырға, һәр береһенең йөкмәткеһен белергә тейеш.

Акцияға йомғаҡ май айында “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында яһала. Унда иң күп китап уҡыған ике еңеүсебүләкләнәсәк.


Вернуться назад