Мәктәптә тығыҙ булмаһын17.11.2018
Октябрьский ҡалаһындағы 2-се гимназия уҡыусылары менән осрашҡанда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәктәпте тамамлаусыларҙың республикабыҙ юғары уҡыу йорттарына инеүенә һәм үҙ төбәгебеҙҙә эшҡә ҡалыуына иғтибар итергә кәрәклекте билдәләне.

Был гимназия ҡалалағы абруйлы уҡыу йорттарының береһе иҫәпләнә, 1200 бала шөғөлләнә. Директор әйтеүенсә, төп проблема – кластарҙа тығыҙ булыуы. Һәр бүлмәлә 30-35-әр бала ултыра. Башланғыс кластар өсөн айырым бина төҙөү зарурлығы тыуған.

Радий Хәбиров республиканың адреслы инвестиция программаһында ошо гимназия өсөн яңы корпус төҙөү мөмкинлеген асыҡларға ҡушты.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика