Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ ултыртҡан үҫентеләр
Беҙ ултыртҡан үҫентеләрБашҡорт телен өйрәтеү, телмәр үҫтереү, шул иҫәптән балаларҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү — алдымда торған төп бурыс. Шулай уҡ дәрестәрҙә баланы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү, шәхес булараҡ формалаштырыу, тәртип, сәләмәт тормош шарттарын үтәргә өйрәтеү маҡсаты ла тора.


Күренекле ғалим Ғайса Хөсәйенов­тың тел тураһында әйткән һүҙҙәре күңелебеҙҙә уйылып ҡалған: “Уй күрке тел икән, тел күрке — һүҙ. Минең туған башҡорт телем әсәм һөтө менән ҡаныма һеңгән, әсә телем — донъяны танытҡан, кешеләр менән аралашҡан, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул тел мине киң донъяға алып сыҡҡан, бүтән телдәрҙе белергә юл асҡан”.
Мин бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәрен һайланым. Һайлағанда һис икеләнеү булманы. Атайым да ғүмерен уҡытыуға бағышланы. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыу­сы­һы ине, шуға мин дә мөғәллимә булырға хыялландым. Улай ғына түгел, ә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы!
Мәләүез районының Арыҫлан урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия инс­титутына индем. Диплом алдым, ләкин минең алда иң тәүҙә тәжрибә туплау бурысы тора ине. Бала бит — йәмғиәттең иң ҙур хазина­һы. Шуның өсөн уға белем биреү шат­лыҡлы, ылыҡтырғыс эш. Һәр береһенең күҙендә нур сағылыуын, белем тауына үрмәлә­үен күреү оло бәхет. Маҡсат та бит – баланың һәләтен үҫтереү, артабан­ғы тормош юлына әҙерләү.
Тиҫтә йылдан артыҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжында эшлә­нем. Әлеге ваҡытта студенттарға туған тел һәм әҙәбиәт серҙәрен Өфө сауҙа-иҡтисад колледжын­да асам. Башҡорт теле һәм әҙә­биә­те дәрестәрендә күберәк студенттар менән туған тел­гә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу, телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләргә тырышам. Төркөм икегә бүленә: башлан­ғыс һәм дауам итеүсе башҡорт теле төркөм­сәләренә.
Уҡыусылар беҙгә төрлө район ауылдарынан, ҡалаларҙан, хатта күрше өлкәләрҙән килеп уҡый. Башҡорт телен икмәк-тоҙлоҡ белгәндәр ҙә, белмәгән­дәр ҙә аҙ түгел. Улар менән өҫтәмә шөғөл­ләнәм. Ошо төркөмдәргә ярашлы йыл­лыҡ календарь-тематик план, дәрес пландары төҙөлә. Студенттар һөйлә­шер­гә, телмәр мәҙәниәтенә яйлап, оҙаҡ уҡытыуҙан һуң ғына өйрәнә. Күренекле педагог В. Сухомлинский уҡыусылар­ҙың ижади һәләтен үҫтереүҙе “телгә һиҙ­гер­лек” тәрбиәләүҙән башларға тәҡдим итә: “Телгә һиҙгерлек тәрбиәләү­ҙе төрлө күнегеүҙәр менән бойомға ашырырға мөмкин. Мәҫәлән, кешенең тышҡы ҡиәфәтен, характер һыҙаттарын, сифатын билдәләүсе эпитеттар яҙыу”.
Телде белмәгән студенттарға баш­ҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсә­лектәре бар. Иң мөһиме — уларҙы баш­ҡортса һөйләшергә, аралашырға күнектереү. Һөйләмдәр һәм ҡыҫҡа диалогтар аша лексик материал үҙләш­те­рергә ярҙам итеү. Дәрестәрҙә студент­тарға белем алыуҙы еңелләштереү маҡсатында ҡыҙыҡлы грамматика алымдары ҡулланырға тырышам. Һәр дәрестә уҡыусы фекерен арттырыу өсөн йомаҡ­тар, башватҡыстар, кроссвордтар, тиҙ­әйткестәр һәм башҡа ҡыҙыҡһындырғыс саралар уйлап табам. Төрлө ярыштар, уйын алымдары — төп маҡсаттан да бигерәк, уҡыусыны яҡшыраҡ уҡырға, белергә ынтылырға дәртләндергән мөһим сара ул. Уҡыу-уҡытыуҙың йөкмәт­кеһенә ярашлы, белем биреүҙә проблемалы уҡытыу, үҫтереүле уҡытыу, ҡат­наш дәрестәр, ғәҙәти булмаған дә­рес­тәр, халыҡ педагогикаһына таянған­дары ла отошло. Дәрестең белем һәм тәрбиә биреү функцияһы хәҙерге заман талаптарына яраҡлаштырылды. Баш­ҡорт телен уҡытыуҙа предмет-ара бәйләнеш принцибы яңыртылған алымдар менән ҡулланыла.
Тел, фекерләүҙең туранан-тура ысынбарлығы булараҡ, уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтерә. Әгәр ҙә уҡытыусы дәрестә, балаларҙың үҫеше менән бер рәттән, уларҙың фекерләү ҡеүәһен, уй-хистәрен, хәтерен әүҙем­ләштерһә, иғтибарлы­лыҡҡа ла өйрәтә. Фекер йөрөтөү сағыштырыуһыҙ булмай. Шуға күрә дәрес һорауҙарын анализ­лағанда фекерләү теге йәки был предмет аша сағылдырыла. Бындай алым баланың телмәрен байыта, фәһем бирә.
Уҡыу процесы — уҡыусы менән уҡы­тыусы араһындағы үҙ-ара эшмәкәрлек. Уҡытыу, әхлаҡи тәрбиә һәм үҫеш мәсьәләләре ошонда хәл ителә. Тәрбиә — күҙгә күренмәй алып барылған бик ауыр, ҡатмарлы эш.
Уҡыу йорттарында белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатын яҡшыртыу, уҡытыу­ҙың ысын тормош менән бәйләнешен нығытыу, балаларҙы тормошҡа өйрәтеү һәм йәмғиәттә файҙалы хеҙмәткә әҙерләү — көнүҙәк бурыс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “кеше кешегә дуҫ һәм туған” тигән әхлаҡи ҡанун юҡҡа сығып бара. Шуға ла йәш быуында әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүҙе, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, бай традицияларына өйрәтеүҙе, балаларҙың ижади һәләттәрен, даими рәүештә уҡыу, үҙаллы белем алыуға өйрәнеү күнекмә­ләрен һәм милли үҙаңын үҫтереүҙе беренсе урынға ҡуйыу мөһим.
Дәреслектәрҙән тыш, ваҡытлы мат­буғат, дидактик материалдар ҡулланыу ҙа бик отошло. Бының өсөн туған телдә сыҡҡан баҫмалар алдырыу зарур.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән асыҡ дәрестәр файҙалы. Был йәһәттән беҙҙең студенттарҙың башҡорт теленән уҙға­рылған олимпиадаларҙа призлы урындар яулауы ҡыуаныслы. Баш­ҡортостан Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары, республика конкурстарында ҡатнашҡан өсөн диплом, колледж тормошонда әүҙем ҡатнашҡанға маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеү ҙә күп нәмә тураһында һөйләй.
Бөгөн уҡытыусының төп бурысы — рухи һәм физик яҡтан сыныҡҡан, белемле киләсәк граждандарын тәрбиә­ләү. Был эште гелән ошоноң менән сағыш­тырам: бәләкәй генә үҫенте ултыртабыҙ, бер нисә тиҫтә йылдан һуң ошо урында мәғрур, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ. Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡ һәм дә ағасты ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ. Был изге эш кешелек донъяһының булмышына хас булһа, уҡытыусы исемен йөрөтөүсе иңенә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ана шул ағастарҙың шаулап үҫеүе беҙҙән тора.

Өфө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 106

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 461

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527