Башҡорт телен өйрәтеү, телмәр үҫтереү, шул иҫәптән балаларҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү — алдымда торған төп бурыс. Шулай уҡ дәрестәрҙә баланы әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү, шәхес булараҡ формалаштырыу, тәртип, сәләмәт тормош шарттарын үтәргә өйрәтеү маҡсаты ла тора.Күренекле ғалим Ғайса Хөсәйеновтың тел тураһында әйткән һүҙҙәре күңелебеҙҙә уйылып ҡалған: “Уй күрке тел икән, тел күрке — һүҙ. Минең туған башҡорт телем әсәм һөтө менән ҡаныма һеңгән, әсә телем — донъяны танытҡан, кешеләр менән аралашҡан, белем, ғилем биргән ғәзиз телем. Шул тел мине киң донъяға алып сыҡҡан, бүтән телдәрҙе белергә юл асҡан”.
Мин бәләкәйҙән уҡытыусы һөнәрен һайланым. Һайлағанда һис икеләнеү булманы. Атайым да ғүмерен уҡытыуға бағышланы. Тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы ине, шуға мин дә мөғәллимә булырға хыялландым. Улай ғына түгел, ә туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы!
Мәләүез районының Арыҫлан урта мәктәбен тамамлағас, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына индем. Диплом алдым, ләкин минең алда иң тәүҙә тәжрибә туплау бурысы тора ине. Бала бит — йәмғиәттең иң ҙур хазинаһы. Шуның өсөн уға белем биреү шатлыҡлы, ылыҡтырғыс эш. Һәр береһенең күҙендә нур сағылыуын, белем тауына үрмәләүен күреү оло бәхет. Маҡсат та бит – баланың һәләтен үҫтереү, артабанғы тормош юлына әҙерләү.
Тиҫтә йылдан артыҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжында эшләнем. Әлеге ваҡытта студенттарға туған тел һәм әҙәбиәт серҙәрен Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында асам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә күберәк студенттар менән туған телгә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу, телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләргә тырышам. Төркөм икегә бүленә: башланғыс һәм дауам итеүсе башҡорт теле төркөмсәләренә.
Уҡыусылар беҙгә төрлө район ауылдарынан, ҡалаларҙан, хатта күрше өлкәләрҙән килеп уҡый. Башҡорт телен икмәк-тоҙлоҡ белгәндәр ҙә, белмәгәндәр ҙә аҙ түгел. Улар менән өҫтәмә шөғөлләнәм. Ошо төркөмдәргә ярашлы йыллыҡ календарь-тематик план, дәрес пландары төҙөлә. Студенттар һөйләшергә, телмәр мәҙәниәтенә яйлап, оҙаҡ уҡытыуҙан һуң ғына өйрәнә. Күренекле педагог В. Сухомлинский уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙе “телгә һиҙгерлек” тәрбиәләүҙән башларға тәҡдим итә: “Телгә һиҙгерлек тәрбиәләүҙе төрлө күнегеүҙәр менән бойомға ашырырға мөмкин. Мәҫәлән, кешенең тышҡы ҡиәфәтен, характер һыҙаттарын, сифатын билдәләүсе эпитеттар яҙыу”.
Телде белмәгән студенттарға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Иң мөһиме — уларҙы башҡортса һөйләшергә, аралашырға күнектереү. Һөйләмдәр һәм ҡыҫҡа диалогтар аша лексик материал үҙләштерергә ярҙам итеү. Дәрестәрҙә студенттарға белем алыуҙы еңелләштереү маҡсатында ҡыҙыҡлы грамматика алымдары ҡулланырға тырышам. Һәр дәрестә уҡыусы фекерен арттырыу өсөн йомаҡтар, башватҡыстар, кроссвордтар, тиҙәйткестәр һәм башҡа ҡыҙыҡһындырғыс саралар уйлап табам. Төрлө ярыштар, уйын алымдары — төп маҡсаттан да бигерәк, уҡыусыны яҡшыраҡ уҡырға, белергә ынтылырға дәртләндергән мөһим сара ул. Уҡыу-уҡытыуҙың йөкмәткеһенә ярашлы, белем биреүҙә проблемалы уҡытыу, үҫтереүле уҡытыу, ҡатнаш дәрестәр, ғәҙәти булмаған дәрестәр, халыҡ педагогикаһына таянғандары ла отошло. Дәрестең белем һәм тәрбиә биреү функцияһы хәҙерге заман талаптарына яраҡлаштырылды. Башҡорт телен уҡытыуҙа предмет-ара бәйләнеш принцибы яңыртылған алымдар менән ҡулланыла.
Тел, фекерләүҙең туранан-тура ысынбарлығы булараҡ, уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтерә. Әгәр ҙә уҡытыусы дәрестә, балаларҙың үҫеше менән бер рәттән, уларҙың фекерләү ҡеүәһен, уй-хистәрен, хәтерен әүҙемләштерһә, иғтибарлылыҡҡа ла өйрәтә. Фекер йөрөтөү сағыштырыуһыҙ булмай. Шуға күрә дәрес һорауҙарын анализлағанда фекерләү теге йәки был предмет аша сағылдырыла. Бындай алым баланың телмәрен байыта, фәһем бирә.
Уҡыу процесы — уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы үҙ-ара эшмәкәрлек. Уҡытыу, әхлаҡи тәрбиә һәм үҫеш мәсьәләләре ошонда хәл ителә. Тәрбиә — күҙгә күренмәй алып барылған бик ауыр, ҡатмарлы эш.
Уҡыу йорттарында белем һәм тәрбиә биреүҙең сифатын яҡшыртыу, уҡытыуҙың ысын тормош менән бәйләнешен нығытыу, балаларҙы тормошҡа өйрәтеү һәм йәмғиәттә файҙалы хеҙмәткә әҙерләү — көнүҙәк бурыс. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “кеше кешегә дуҫ һәм туған” тигән әхлаҡи ҡанун юҡҡа сығып бара. Шуға ла йәш быуында әхлаҡи сифаттар тәрбиәләүҙе, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына, бай традицияларына өйрәтеүҙе, балаларҙың ижади һәләттәрен, даими рәүештә уҡыу, үҙаллы белем алыуға өйрәнеү күнекмәләрен һәм милли үҙаңын үҫтереүҙе беренсе урынға ҡуйыу мөһим.
Дәреслектәрҙән тыш, ваҡытлы матбуғат, дидактик материалдар ҡулланыу ҙа бик отошло. Бының өсөн туған телдә сыҡҡан баҫмалар алдырыу зарур.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән асыҡ дәрестәр файҙалы. Был йәһәттән беҙҙең студенттарҙың башҡорт теленән уҙғарылған олимпиадаларҙа призлы урындар яулауы ҡыуаныслы. Башҡортостан Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары, республика конкурстарында ҡатнашҡан өсөн диплом, колледж тормошонда әүҙем ҡатнашҡанға маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеү ҙә күп нәмә тураһында һөйләй.
Бөгөн уҡытыусының төп бурысы — рухи һәм физик яҡтан сыныҡҡан, белемле киләсәк граждандарын тәрбиәләү. Был эште гелән ошоноң менән сағыштырам: бәләкәй генә үҫенте ултыртабыҙ, бер нисә тиҫтә йылдан һуң ошо урында мәғрур, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ. Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡ һәм дә ағасты ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ. Был изге эш кешелек донъяһының булмышына хас булһа, уҡытыусы исемен йөрөтөүсе иңенә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ана шул ағастарҙың шаулап үҫеүе беҙҙән тора.
Өфө ҡалаһы.