Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ваҡыт үтә – һөйөү көсәйә
Ваҡыт үтә – һөйөү көсәйә Башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлгөнә Ғөбәйҙуллинаның мәктәптә эшләүенә – 25 йыл. Ваҡыт үтеү менән һөнәренә һөйөүе көсәйә генә бара уның: һәр иртә балалар янына ашҡынып килә.

Бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырға хыялланған Гөлгөнә туған мәктә­бе­нән һуң Сибай педагогия учи­ли­щеһын, унан Магнитогорск дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Мәғариф тармағында өҙлөкһөҙ барған үҙгәрештәргә ҡарата һис ниндәй дәғүә белдермәй ул. Киреһенсә, заман технологияларын ныҡлы өйрәнергә, белемен даими камиллаштырырға тырыша. Яңы талаптарҙың һәр яҡлап үҫеш мөмкинлеге биреүен билдәләй.
– Уҡыусыларыма белемдең әһә­миәте хаҡында һәр ваҡыт әйтә ки­ләм, – ти Гөлгөнә Сәйфулла ҡыҙы. – Улар мәктәпкә гелән ашҡынып, дәрестәрҙе һағынып килһен өсөн бөтөн күңел көсөмдө һалам. Һәр бала үҙенсәлекле талантҡа эйә. Ошо һәләттәрен асыу һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләм. Һөҙөмтәлә уҡыу­сылар район, республика конкурс­тарында әүҙем ҡатнаша. Интернет аша ойошторолған бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Балалар спортта һәм йыр-бейеүҙә лә алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың күңелендә үҙ-үҙенә ышаныс, ихтыяр көсө тәрбиәләү айырыуса мөһим тигән фекерҙәмен.
Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыны хәҙерге балаларҙың телмәр ярлы­лығы, әҙәбиәтте аҙ уҡыуы борсой. Был йәһәттән ул ата-әсә менән даими һөйләшеү алып бара, йыйы­лыштарҙа тәрбиәүи темаларға фекер алышыу ойоштора, әңгәмәләр үткәрә. Киң ҡарашлы педагогтың күп йыллыҡ тәжрибә өлгөләрен, уҡытыуҙың яңы технологияларын уңышлы ҡулланып, белем биреүҙең яңы стандарттарына таянып эш итеүе хеҙмәттәштәре күңелендә лә ҙур ихтирам уята.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 098

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 452

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 988

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 896

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 657

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 244

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 463

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523