Башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлгөнә Ғөбәйҙуллинаның мәктәптә эшләүенә – 25 йыл. Ваҡыт үтеү менән һөнәренә һөйөүе көсәйә генә бара уның: һәр иртә балалар янына ашҡынып килә.Бәләкәйҙән үк уҡытыусы булырға хыялланған Гөлгөнә туған мәктәбенән һуң Сибай педагогия училищеһын, унан Магнитогорск дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Мәғариф тармағында өҙлөкһөҙ барған үҙгәрештәргә ҡарата һис ниндәй дәғүә белдермәй ул. Киреһенсә, заман технологияларын ныҡлы өйрәнергә, белемен даими камиллаштырырға тырыша. Яңы талаптарҙың һәр яҡлап үҫеш мөмкинлеге биреүен билдәләй.
– Уҡыусыларыма белемдең әһәмиәте хаҡында һәр ваҡыт әйтә киләм, – ти Гөлгөнә Сәйфулла ҡыҙы. – Улар мәктәпкә гелән ашҡынып, дәрестәрҙе һағынып килһен өсөн бөтөн күңел көсөмдө һалам. Һәр бала үҙенсәлекле талантҡа эйә. Ошо һәләттәрен асыу һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бүләм. Һөҙөмтәлә уҡыусылар район, республика конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Интернет аша ойошторолған бәйгеләрҙән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Балалар спортта һәм йыр-бейеүҙә лә алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың күңелендә үҙ-үҙенә ышаныс, ихтыяр көсө тәрбиәләү айырыуса мөһим тигән фекерҙәмен.
Шул уҡ ваҡытта уҡытыусыны хәҙерге балаларҙың телмәр ярлылығы, әҙәбиәтте аҙ уҡыуы борсой. Был йәһәттән ул ата-әсә менән даими һөйләшеү алып бара, йыйылыштарҙа тәрбиәүи темаларға фекер алышыу ойоштора, әңгәмәләр үткәрә. Киң ҡарашлы педагогтың күп йыллыҡ тәжрибә өлгөләрен, уҡытыуҙың яңы технологияларын уңышлы ҡулланып, белем биреүҙең яңы стандарттарына таянып эш итеүе хеҙмәттәштәре күңелендә лә ҙур ихтирам уята.