Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында балалар өйҙәгенән яҡшыраҡ туҡлана

Тағы ла күп уңайлы шарттар булдырылған.

Район үҙәгендәге 5-се балалар баҡсаһын ҡарап хайран ҡалып сыҡтыҡ: иҫ киткес шәп уйын залдары һәм күнекмә урындары, педагогтар һәм табиптар өсөн ниндәй генә кабинеттар, элегерәк заманда хыялға ла инмәгән күпме уңайлыҡтар тыуҙырылған... Тотош бер ҡаласыҡты хәтерләткән был ҙур бина эсендә йөрөгәндә күптән түгел бер кәңәшмәлә әйтелгән “Аҫыл бала эраһы башлана” тигән һүҙҙәр иҫкә төшә...

– Балаларҙың бында теләп йөрөгәнен һиҙеп-күреп торабыҙ, ата-әсәләргә лә беҙҙең учреждение оҡшайҙыр тип уйлайым, сөнки бер ниндәй ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндәре йәки ялыу яҙғандары юҡ, – ти балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Сабирова. – Һәр ата-әсә менән уртаҡ тел табабыҙ. Әйтеү менән теләһә ниндәй сараға әҙерлек мәлендә ярҙамға киләләр. Туҡланыу буйынса ла беҙгә дәғүә юҡ, ашау бик рациональ ойошторолған, аҡһым, углеводтар һәм башҡа микроэлементтар үлсәп, барыһы ла тейешенсә әҙерләп бирелә. Өйҙә ата-әсәләр, бигерәк тә йәштәр, сабыйҙарының нисек туҡланыуын контролдә тота алмаһа йәки өлгөрмәһә, беҙҙә барыһы ла фәнни нигеҙҙә һәм федераль стандарттарға ярашлы әҙерләнә. Тимәк, өйҙәгенән яҡшыраҡ туҡланалар.

Шарттар оҡшамай ҙа булмаҫ: бына музыка менән шөғөлләнеү өсөн бүлмә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү өсөн айырым мөйөш, концерт залы, бер нисә уйын майҙансығы, санитар узелдар, кейенеү-сисенеү урындары, күнекмә кластары, йоҡо бүлмәләре... Тәрбиәселәр әйтеүенсә, логопед, шәфҡәт туташы һәм башҡа белгес­тәргә ҡытлыҡ юҡ. Был, ғөмүмән, Кушнаренколағы алты балалар баҡсаһына ла хас – кадрҙар менән улар тейешенсә тәьмин ителгән икән. Шулай ҙа психолог һәм музыка уҡытыусылары табыу ғына ҡыйынлыҡ тыуҙырғылай.

– Был балалар баҡсаһына дүрт йыл ғына әле, быға саҡлы мин башҡа ошондай учреждениеларҙа эшләнем, улар менән сағыштырғанда, шарттар күпкә яҡшыраҡ һәм заман талаптарына тулыраҡ яуап бирә, – тине өлкән тәрбиәсе Лүзә Ханнанова. – Һәр белгестең үҙ кабинеты бар. Хатта стеналарҙың төҫтәр гаммаһы ла алдан уйлап башҡарылған.

Ошо ҙур балалар учреждениеһын төҙөп файҙаланыуға тапшырыуға күп тә уҙмаған, әле Кушнаренкола яңыһын – тағы ла ҙурырағын төҙөргә тотонған­дар, сөнки тирә-яҡ ауылдарҙан район үҙәгенә күсеп килеүселәр күбәйә, нигеҙҙә, улар йәштәр һәм шуға балалар баҡсаһындағы урынға ла мох­тажлыҡ арта. Район үҙәгенең күптән түгел барлыҡҡа килгән Андреевка биҫтәһендә ҡалҡып сығасаҡ 220 урынлы ошо бинаның беренсе сиратын төҙөүселәр киләһе йылдың тәүге кварталында файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итә.
Кушнаренко районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 1 659

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 726

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 130

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 701

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 964

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 757

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 717

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 745

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 646

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 636

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 626

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 951