Тағы ла күп уңайлы шарттар булдырылған.Район үҙәгендәге 5-се балалар баҡсаһын ҡарап хайран ҡалып сыҡтыҡ: иҫ киткес шәп уйын залдары һәм күнекмә урындары, педагогтар һәм табиптар өсөн ниндәй генә кабинеттар, элегерәк заманда хыялға ла инмәгән күпме уңайлыҡтар тыуҙырылған... Тотош бер ҡаласыҡты хәтерләткән был ҙур бина эсендә йөрөгәндә күптән түгел бер кәңәшмәлә әйтелгән “Аҫыл бала эраһы башлана” тигән һүҙҙәр иҫкә төшә...
– Балаларҙың бында теләп йөрөгәнен һиҙеп-күреп торабыҙ, ата-әсәләргә лә беҙҙең учреждение оҡшайҙыр тип уйлайым, сөнки бер ниндәй ҡәнәғәтһеҙлек белдергәндәре йәки ялыу яҙғандары юҡ, – ти балалар баҡсаһы мөдире Эльвира Сабирова. – Һәр ата-әсә менән уртаҡ тел табабыҙ. Әйтеү менән теләһә ниндәй сараға әҙерлек мәлендә ярҙамға киләләр. Туҡланыу буйынса ла беҙгә дәғүә юҡ, ашау бик рациональ ойошторолған, аҡһым, углеводтар һәм башҡа микроэлементтар үлсәп, барыһы ла тейешенсә әҙерләп бирелә. Өйҙә ата-әсәләр, бигерәк тә йәштәр, сабыйҙарының нисек туҡланыуын контролдә тота алмаһа йәки өлгөрмәһә, беҙҙә барыһы ла фәнни нигеҙҙә һәм федераль стандарттарға ярашлы әҙерләнә. Тимәк, өйҙәгенән яҡшыраҡ туҡланалар.
Шарттар оҡшамай ҙа булмаҫ: бына музыка менән шөғөлләнеү өсөн бүлмә, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү өсөн айырым мөйөш, концерт залы, бер нисә уйын майҙансығы, санитар узелдар, кейенеү-сисенеү урындары, күнекмә кластары, йоҡо бүлмәләре... Тәрбиәселәр әйтеүенсә, логопед, шәфҡәт туташы һәм башҡа белгестәргә ҡытлыҡ юҡ. Был, ғөмүмән, Кушнаренколағы алты балалар баҡсаһына ла хас – кадрҙар менән улар тейешенсә тәьмин ителгән икән. Шулай ҙа психолог һәм музыка уҡытыусылары табыу ғына ҡыйынлыҡ тыуҙырғылай.
– Был балалар баҡсаһына дүрт йыл ғына әле, быға саҡлы мин башҡа ошондай учреждениеларҙа эшләнем, улар менән сағыштырғанда, шарттар күпкә яҡшыраҡ һәм заман талаптарына тулыраҡ яуап бирә, – тине өлкән тәрбиәсе Лүзә Ханнанова. – Һәр белгестең үҙ кабинеты бар. Хатта стеналарҙың төҫтәр гаммаһы ла алдан уйлап башҡарылған.
Ошо ҙур балалар учреждениеһын төҙөп файҙаланыуға тапшырыуға күп тә уҙмаған, әле Кушнаренкола яңыһын – тағы ла ҙурырағын төҙөргә тотонғандар, сөнки тирә-яҡ ауылдарҙан район үҙәгенә күсеп килеүселәр күбәйә, нигеҙҙә, улар йәштәр һәм шуға балалар баҡсаһындағы урынға ла мохтажлыҡ арта. Район үҙәгенең күптән түгел барлыҡҡа килгән Андреевка биҫтәһендә ҡалҡып сығасаҡ 220 урынлы ошо бинаның беренсе сиратын төҙөүселәр киләһе йылдың тәүге кварталында файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙә итә.
Кушнаренко районы.