Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап килһен
Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап килһенСабый донъяға килеү менән ата-әсәһе уға исем ҡуша. Һәр кемгә үҙ балаһы берҙән-бер һәм иңдәрҙән-иң. Ҡайһы берәүҙәр ғәзиздәренең башҡаларға оҡшамағанлығын үҙенсәлекле, ә ҡайһы саҡ сәйер исем ҡушыу аша сағылдырырға тырыша. Кескәйҙәрҙе өлкәндәрҙең бындай аҙымынан яҡлау өсөн быйыл май айында илебеҙҙә балаларға сәйер, ғәҙәти булмаған исемдәр ҡушыуҙы тыйыу тураһында федераль закон ҡабул ителде. Ғәмәлдә, сикләүҙәр һандарҙан, хәреф-һанлы кодтан, аббревиатуранан торған исемдәргә ҡағылды. Баланы ике фамилия менән теркәү буйынса ла үҙгәрештәр индерелде.


Закон күҙлегенән

Законға ярашлы, яңы тыуған сабыйға атаһының йә әсәһенең, йә һыҙыҡса аша икеһенең дә фамилияһын берсә яҙыу рөхсәт ителә, әммә был ике һүҙҙән торған фамилияны ғаиләлә үҫкән башҡа балалар ҙа йөрөтөргә тейеш. Шулай уҡ дефистан башҡа ниндәйҙер махсус символдар, һүгенеү һүҙҙәре, ранг, титул, вазифаны белдергән атамалар ҡулланыу тыйылды.
Башҡортостанда йәшәүсе­ләрҙе бер нисә традицион башҡорт исемдәренең за­кон көсөнә эләгәсәге хәүефләндерҙе. Мәҫәлән, бигерәк тә һуңғы ваҡытта попу­лярға әйләнгән Солтанхан, Әмирхан кеүек “хан” һүҙе ҡушылған исемдәрҙе законға ярашлы башҡаса теркәмәҫкә тейеш булалар. Ә бит улар беҙҙең аңыбыҙ менән титулды билдә­ләгән атама кеүек түгел, ә саф башҡорт исеме булараҡ ҡабул ителә.
– Федераль законда төбәк, милләт, тел үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмаған. Беҙ ошо катего­риялағы исемдәрҙе яҡлау маҡса­тында Дәүләт Думаһына ҡануни инициатива менән мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Беҙҙең позицияны Татарстан, Төньяҡ Кавказ рес­публикаларының һәм башҡа төбәктәрҙең дә хуплаясағына шикләнмәйем, – тип белдергәйне РБ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика ҡануниәтен федераль законға яраҡлаштырыу буйынса эш башҡарып, ошо көндәрҙә респуб­ликаның Ғаилә кодексына индерелгән үҙгәрештәрҙе раҫ­ланы.

Владлендар, Гертрудалар, Редуксиндар


Ата-әсәләрҙең ғәҙәти булмаған исемдәр менән ҡыҙыға башлауы СССР заманына барып тоташа. Октябрь революцияһы иле­беҙгә бик күп үҙенсәлекле исемдәр ҡалдырҙы. Мәҫәлән, Реваль, Люция – “Революция”, Лемар – “Ленин Һәм Маркс” ҡыҫ­ҡартмаһы, Владлен – “Владимир Ленин”, Гертруда – “Героиня Труда”, Ким – “Коммунистический Интернационал Молодежи” һ.б. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тарихи ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе, заман яңылыҡтарын исемдәрҙә мәңгеләштереү даими осрай: Трактор, Космос, Радио, Дарвин, Даздраперма – “Да здравствует Первое мая!”, Кукуцаполь – “кукуруза царица полей”, Стартразав – “Сталинский тракторный завод” һ.б. Һуңғараҡ Электрификация, Конституция, Приватизациялар китә. Әйткәндәй, бындай исемдәрҙең ҡайһы берҙәрен бөгөн дә ҡушалар.
Сәйер исем ҡушыу һуңғы ике тиҫтә йылда “яңы һулыш” алды.
Иң шаҡ ҡатырған йәнә бер осраҡ: Мәскәүҙә йәшәүсе бер ғаилә, улдары тыуғас, БОЧрВФ260602 (“Биологический Объект Человек рода Ворониных-Фроловых, родившийся 26.06.2002 года”) тип исем ҡуша. Бала ата-әсәһенең “бай” фантазияһы арҡаһында ыҙа сигә һәм 14 йәше тулғас ҡына исемен үҙгәртеү хоҡуғын ала.
Ә бер ҡатын, дарыу ашап ябығып, ке­йәү­гә сыға һәм, ҡыҙҙары тыуғас, уны Редуксин тип ошо дарыуҙың исеме менән атай. Һуңғы йылдарҙа Россия, Ҡырым, Си­рия тигән исемдәр ҙә ҡуша башла­ған­дар.
Ә Дыуан районының Өлкөндө ауылы халҡындағы ғәҙәти булмаған исемдәр аша философия, тарих, география фәндәрен дә “өйрәнергә” була. Энгельс, Маркс, Казбек, Эльбрус, Белград, Виноград, Рекс, Рюрик, Мандат, Дарвин, Нафталин – ауылдың олораҡ быуынының яртыһына ошолай тип өндәшәләр икән. Элегерәк сәйер исемдәр ҡушыу ауылда үҙенә күрә “мода”ға ингән булған, ә хәҙер традицион исемдәргә өҫтөнлөк бирелә башлаған.
Психологтар билдәләүенсә, ҡайһы бер ата-әсәләрҙә балаларға ғәҙәти булмаған исем һайлау сире бар. Ошондай үтә лә сәйер исемдәр ҡушыуҙан балаларҙы аралау маҡсатында Хөкүмәт сикләүҙәр индерергә мәжбүр булды ла инде.

Исемең ниндәй – яҙмышың шундай

Халыҡтар бер-береһе менән аралашып, бәйләнешкә инеп йәшәй. Шул йәһәттән сит исемдәр ҙә үҙләштерелә. Республи­кабыҙ халҡы сит илдәрҙән, телдәрҙән һәм милләттәрҙән килеп ингән­дәрен таратырға, популярға әйләндерергә әҙер генә торған кеүек. Һуңғы йылдарҙа Аделина, Давид, Элина, Юстина, Рената, Милена, Роберт, Ангелина, Тамерлан, Аслан, Аиша тигән исемдәр модаға әйләнеп китте.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева фекеренсә, исем ҡушыуға бик етди ҡарарға кәрәк, кешенең исеме яҙмышына ла йоғонто яһай. Ят исем менән бергә телгә сит өндәр ҙә килеп инә, ә уларҙың мәғәнәһе хәрефтәрҙән дә өҫтө­нөрәк, сөнки донъяла кешелектән башҡа бар тереклек өндәр аша аралаша. Сәйер исемен ал­маштырған кешеләрҙең яҙ­мыштары ла көйләнеп киткән осраҡтар бихисап.
Яҙыусы Әхмәр Үтәбай: ”Ғәмәл дәфтә­ренә кешенең исеме теркәлгәс тә, төрлө йәһәттән уға ҡот, байлыҡ, уңыш юл ала. Исеме асылына тура килмәһә, уға тәғәйенләнгән ҡот яҙлығып китә. Шулай итеп, диненә, милләтенә, халҡына тап килмәгән исем йөрөткән кешенең яҙмышы боҙола, ғүмере мәғәнәһеҙ үтә, асылынан ситкә китә”, – тип яҙған.
Әлбиттә, бындай исем йөрөт­кәндәрҙең һис кенә лә ғәйебе юҡ, сөнки бер кем дә үҙенә үҙе исем һайламай. Ата-әсәләрҙең аңһыҙ, аңлап еткермәй һәр төрлө яңы­лыҡҡа ынтылыу, тарихи тамырҙа­рынан ситләшеү, булмыштарын юғалтыу һөҙөмтәһе ул.
Ә бит ата-бабаларыбыҙ исем ҡушыуға бик яуаплы ҡараған. Борон йола буйынса балаға исемде кендек инәһе ҡушҡан. Ул яңы тыуған сабый ҡулына ебәк еп бәйләп, ҡолағына шыбырлап ҡына, исемең шулай булһын, тип йүргәккә төргән. Йүргәк исеме баланы төрлө яман заттарҙан, ен-пәрейҙәрҙән һаҡлай, тип ышанғандар. Ысын исем ҡу­шыуҙы муллалар атҡарған, аҙан ҡысҡырып, баланың ҡолағына өндәшкәндәр. Уны һайлауҙа ололар, ырыу аҡһаҡалдары ҡат­нашҡан. Исем туйы үткәрелгән.
Боронғолар исемдәрҙең тылсымлы көскә эйә булыуына ышанған. Миҫалға Үлмәҫбай исемен ҡушыу тарихын килтерергә мөмкин. Бер ғаиләлә балалар тыуыу менән үлеп тик торған. Сираттағы сабыйҙарына Үл­мәҫбай тип ҡушҡас, йәшәп киткән икән. Шулай уҡ “миң” һүҙе менән исемдәр таралған булған, әгәр ҙә миңле балаға исем һайлағанда “миң” һүҙе булмаһа, уның бөтә тәнен ҡаплап алыу хәүефе янай, тип хафаланғандар. Ә Йөҙөкәй тигән исемде бөркәнсек (йөҙлөк) менән тыуған балаға ҡушҡандар.
Тыуғанда бөркәнсеге булған балалар оҙон, бәхетле ғүмер кисерә тип һаналған. Ир бала­ларҙың көслө, сос, ҡыйыу булыу­ҙарын теләп, Арыҫлан, Айыухан, Йәнбарыҫ тип атағандар.
Һәр кем балаһының көслө, һау-сәләмәт, матур, аҡыллы, һәләтле, тәүфиҡлы булып үҫеүен теләй. Шуға ла исемдәрҙе ихлас теләк менән, яратып ҡушырға кәрәк.
Мәғәнәле, яңғырауыҡлы, яғым­лы, милләтебеҙгә килешле исем­дәр һайларға тырышайыҡ. Килә­сәктә бала үҙ исеменән оялма­һын, мәғәнәһен белеп, яратып үҫһен. Шул саҡта унда миллә­тенә ҡарата ғорурлыҡ уяныр. Бала исемен ғүмере буйы йөрөтә, исем кеше булмышының бер сифатына, билдәһенә әйләнә бит. Бигерәк тә улдарыбыҙға исем һайлағанда яуаплылыҡ тояйыҡ. Ир бала киләсәктә атай булып, уның аты нәҫел-нәсәпте дауам иткән балаларҙың исеменә әйләнә, ҡайһы бер осраҡта фамилия ла яһай. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа башҡорт исемдәрен һайлаусы ғаиләләр күбәйҙе. Кәрим, Мәҙинә, Әминә, Ғайсар, Нурислам, Ибраһим, Салауат, Азамат, Асия, Ғәлиә – үҙебеҙҙең исемдәребеҙ милләтебеҙгә дан йырлаған кеүек матур яңғырай бит. Был ыңғай күренеш, һис шикһеҙ, артабан да дауам итер тип ышанайыҡ.

Таһир БАЯЗИТОВ, Өфө ҡалаһы:
– Улыбыҙ тыуғас, Солтан тип ҡуштыҡ. Хәләл ефетемдең олатаһы һәм минең яҡын ғына бабайым да ошо исемде йөрөткән. Был исемде титулды аңлатҡан һүҙ тип түгел, ә ғәрәп теленән ингән ысын башҡорт исеме тип һанайбыҙ. Федераль закондағы етешһеҙлектәрҙе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының төбәк үҙенсәлектәренә тура килтереп, еренә еткереренә шигебеҙ булманы.

Мәрйәм ҒАФАРОВА, Учалы ҡалаһы:
– Ике ейәнебеҙ бар. Беренсеһе – Искәндәр, икенсеһе Әмир исемле. Балаларына туҙға яҙмаған йәки икенсе милләт исемен ҡушҡан ғаиләләргә аптырайым. Уларҙың киләсәген уйламайҙармы икән? Мәҫәлән, ҡыҙҙары тыуғас, бер таныштарыбыҙ уға Алана тип исем бирҙе. “Алама” кеүегерәк яңғырай түгелме?! Милләтебеҙгә хас әллә күпме матур, мәғәнәле исемдәр бар бит, ниңә шуларҙы һайламайҙар икән?

=Исемең ниндәй – яҙмышың да шундай.
=Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын, ырыуыңа тап килмәһә, ораныңа тап булһын.
=Исеменә күрә – есеме.
=Бала тыуһа, исем тыуа.
=Исемдәрҙә сағыла холоҡ.
=Исемеңә тап төшөрмә.
=Батыр үлһә лә, исеме үлмәҫ.
=Кеше менән шаярһаң да, исеменән көлмә.
=Үҙ исемең төрлө телдә лә яғымлы яңғырай.
=Исем кешене данламай, кеше исемде данлай.
=Исем – кешеләрҙе бер-береһенән айырыусы тамға.
=Исем кешеһе менән данлана.
=Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ.
=Исемһеҙҙе бер кем дә белмәй ҙә, саҡырмай ҙа.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 647

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 332

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519