Сабый донъяға килеү менән ата-әсәһе уға исем ҡуша. Һәр кемгә үҙ балаһы берҙән-бер һәм иңдәрҙән-иң. Ҡайһы берәүҙәр ғәзиздәренең башҡаларға оҡшамағанлығын үҙенсәлекле, ә ҡайһы саҡ сәйер исем ҡушыу аша сағылдырырға тырыша. Кескәйҙәрҙе өлкәндәрҙең бындай аҙымынан яҡлау өсөн быйыл май айында илебеҙҙә балаларға сәйер, ғәҙәти булмаған исемдәр ҡушыуҙы тыйыу тураһында федераль закон ҡабул ителде. Ғәмәлдә, сикләүҙәр һандарҙан, хәреф-һанлы кодтан, аббревиатуранан торған исемдәргә ҡағылды. Баланы ике фамилия менән теркәү буйынса ла үҙгәрештәр индерелде. Закон күҙлегенәнЗаконға ярашлы, яңы тыуған сабыйға атаһының йә әсәһенең, йә һыҙыҡса аша икеһенең дә фамилияһын берсә яҙыу рөхсәт ителә, әммә был ике һүҙҙән торған фамилияны ғаиләлә үҫкән башҡа балалар ҙа йөрөтөргә тейеш. Шулай уҡ дефистан башҡа ниндәйҙер махсус символдар, һүгенеү һүҙҙәре, ранг, титул, вазифаны белдергән атамалар ҡулланыу тыйылды.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе бер нисә традицион башҡорт исемдәренең закон көсөнә эләгәсәге хәүефләндерҙе. Мәҫәлән, бигерәк тә һуңғы ваҡытта популярға әйләнгән Солтанхан, Әмирхан кеүек “хан” һүҙе ҡушылған исемдәрҙе законға ярашлы башҡаса теркәмәҫкә тейеш булалар. Ә бит улар беҙҙең аңыбыҙ менән титулды билдәләгән атама кеүек түгел, ә саф башҡорт исеме булараҡ ҡабул ителә.
– Федераль законда төбәк, милләт, тел үҙенсәлектәре иҫәпкә алынмаған. Беҙ ошо категориялағы исемдәрҙе яҡлау маҡсатында Дәүләт Думаһына ҡануни инициатива менән мөрәжәғәт итәсәкбеҙ. Беҙҙең позицияны Татарстан, Төньяҡ Кавказ республикаларының һәм башҡа төбәктәрҙең дә хуплаясағына шикләнмәйем, – тип белдергәйне РБ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республика ҡануниәтен федераль законға яраҡлаштырыу буйынса эш башҡарып, ошо көндәрҙә республиканың Ғаилә кодексына индерелгән үҙгәрештәрҙе раҫланы.
Владлендар, Гертрудалар, РедуксиндарАта-әсәләрҙең ғәҙәти булмаған исемдәр менән ҡыҙыға башлауы СССР заманына барып тоташа. Октябрь революцияһы илебеҙгә бик күп үҙенсәлекле исемдәр ҡалдырҙы. Мәҫәлән, Реваль, Люция – “Революция”, Лемар – “Ленин Һәм Маркс” ҡыҫҡартмаһы, Владлен – “Владимир Ленин”, Гертруда – “Героиня Труда”, Ким – “Коммунистический Интернационал Молодежи” һ.б. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тарихи ваҡиғаларҙы, шәхестәрҙе, заман яңылыҡтарын исемдәрҙә мәңгеләштереү даими осрай: Трактор, Космос, Радио, Дарвин, Даздраперма – “Да здравствует Первое мая!”, Кукуцаполь – “кукуруза царица полей”, Стартразав – “Сталинский тракторный завод” һ.б. Һуңғараҡ Электрификация, Конституция, Приватизациялар китә. Әйткәндәй, бындай исемдәрҙең ҡайһы берҙәрен бөгөн дә ҡушалар.
Сәйер исем ҡушыу һуңғы ике тиҫтә йылда “яңы һулыш” алды.
Иң шаҡ ҡатырған йәнә бер осраҡ: Мәскәүҙә йәшәүсе бер ғаилә, улдары тыуғас, БОЧрВФ260602 (“Биологический Объект Человек рода Ворониных-Фроловых, родившийся 26.06.2002 года”) тип исем ҡуша. Бала ата-әсәһенең “бай” фантазияһы арҡаһында ыҙа сигә һәм 14 йәше тулғас ҡына исемен үҙгәртеү хоҡуғын ала.
Ә бер ҡатын, дарыу ашап ябығып, кейәүгә сыға һәм, ҡыҙҙары тыуғас, уны Редуксин тип ошо дарыуҙың исеме менән атай. Һуңғы йылдарҙа Россия, Ҡырым, Сирия тигән исемдәр ҙә ҡуша башлағандар.
Ә Дыуан районының Өлкөндө ауылы халҡындағы ғәҙәти булмаған исемдәр аша философия, тарих, география фәндәрен дә “өйрәнергә” була. Энгельс, Маркс, Казбек, Эльбрус, Белград, Виноград, Рекс, Рюрик, Мандат, Дарвин, Нафталин – ауылдың олораҡ быуынының яртыһына ошолай тип өндәшәләр икән. Элегерәк сәйер исемдәр ҡушыу ауылда үҙенә күрә “мода”ға ингән булған, ә хәҙер традицион исемдәргә өҫтөнлөк бирелә башлаған.
Психологтар билдәләүенсә, ҡайһы бер ата-әсәләрҙә балаларға ғәҙәти булмаған исем һайлау сире бар. Ошондай үтә лә сәйер исемдәр ҡушыуҙан балаларҙы аралау маҡсатында Хөкүмәт сикләүҙәр индерергә мәжбүр булды ла инде.
Исемең ниндәй – яҙмышың шундайХалыҡтар бер-береһе менән аралашып, бәйләнешкә инеп йәшәй. Шул йәһәттән сит исемдәр ҙә үҙләштерелә. Республикабыҙ халҡы сит илдәрҙән, телдәрҙән һәм милләттәрҙән килеп ингәндәрен таратырға, популярға әйләндерергә әҙер генә торған кеүек. Һуңғы йылдарҙа Аделина, Давид, Элина, Юстина, Рената, Милена, Роберт, Ангелина, Тамерлан, Аслан, Аиша тигән исемдәр модаға әйләнеп китте.
Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева фекеренсә, исем ҡушыуға бик етди ҡарарға кәрәк, кешенең исеме яҙмышына ла йоғонто яһай. Ят исем менән бергә телгә сит өндәр ҙә килеп инә, ә уларҙың мәғәнәһе хәрефтәрҙән дә өҫтөнөрәк, сөнки донъяла кешелектән башҡа бар тереклек өндәр аша аралаша. Сәйер исемен алмаштырған кешеләрҙең яҙмыштары ла көйләнеп киткән осраҡтар бихисап.
Яҙыусы Әхмәр Үтәбай: ”Ғәмәл дәфтәренә кешенең исеме теркәлгәс тә, төрлө йәһәттән уға ҡот, байлыҡ, уңыш юл ала. Исеме асылына тура килмәһә, уға тәғәйенләнгән ҡот яҙлығып китә. Шулай итеп, диненә, милләтенә, халҡына тап килмәгән исем йөрөткән кешенең яҙмышы боҙола, ғүмере мәғәнәһеҙ үтә, асылынан ситкә китә”, – тип яҙған.
Әлбиттә, бындай исем йөрөткәндәрҙең һис кенә лә ғәйебе юҡ, сөнки бер кем дә үҙенә үҙе исем һайламай. Ата-әсәләрҙең аңһыҙ, аңлап еткермәй һәр төрлө яңылыҡҡа ынтылыу, тарихи тамырҙарынан ситләшеү, булмыштарын юғалтыу һөҙөмтәһе ул.
Ә бит ата-бабаларыбыҙ исем ҡушыуға бик яуаплы ҡараған. Борон йола буйынса балаға исемде кендек инәһе ҡушҡан. Ул яңы тыуған сабый ҡулына ебәк еп бәйләп, ҡолағына шыбырлап ҡына, исемең шулай булһын, тип йүргәккә төргән. Йүргәк исеме баланы төрлө яман заттарҙан, ен-пәрейҙәрҙән һаҡлай, тип ышанғандар. Ысын исем ҡушыуҙы муллалар атҡарған, аҙан ҡысҡырып, баланың ҡолағына өндәшкәндәр. Уны һайлауҙа ололар, ырыу аҡһаҡалдары ҡатнашҡан. Исем туйы үткәрелгән.
Боронғолар исемдәрҙең тылсымлы көскә эйә булыуына ышанған. Миҫалға Үлмәҫбай исемен ҡушыу тарихын килтерергә мөмкин. Бер ғаиләлә балалар тыуыу менән үлеп тик торған. Сираттағы сабыйҙарына Үлмәҫбай тип ҡушҡас, йәшәп киткән икән. Шулай уҡ “миң” һүҙе менән исемдәр таралған булған, әгәр ҙә миңле балаға исем һайлағанда “миң” һүҙе булмаһа, уның бөтә тәнен ҡаплап алыу хәүефе янай, тип хафаланғандар. Ә Йөҙөкәй тигән исемде бөркәнсек (йөҙлөк) менән тыуған балаға ҡушҡандар.
Тыуғанда бөркәнсеге булған балалар оҙон, бәхетле ғүмер кисерә тип һаналған. Ир балаларҙың көслө, сос, ҡыйыу булыуҙарын теләп, Арыҫлан, Айыухан, Йәнбарыҫ тип атағандар.
Һәр кем балаһының көслө, һау-сәләмәт, матур, аҡыллы, һәләтле, тәүфиҡлы булып үҫеүен теләй. Шуға ла исемдәрҙе ихлас теләк менән, яратып ҡушырға кәрәк.
Мәғәнәле, яңғырауыҡлы, яғымлы, милләтебеҙгә килешле исемдәр һайларға тырышайыҡ. Киләсәктә бала үҙ исеменән оялмаһын, мәғәнәһен белеп, яратып үҫһен. Шул саҡта унда милләтенә ҡарата ғорурлыҡ уяныр. Бала исемен ғүмере буйы йөрөтә, исем кеше булмышының бер сифатына, билдәһенә әйләнә бит. Бигерәк тә улдарыбыҙға исем һайлағанда яуаплылыҡ тояйыҡ. Ир бала киләсәктә атай булып, уның аты нәҫел-нәсәпте дауам иткән балаларҙың исеменә әйләнә, ҡайһы бер осраҡта фамилия ла яһай. Шөкөр, һуңғы йылдарҙа башҡорт исемдәрен һайлаусы ғаиләләр күбәйҙе. Кәрим, Мәҙинә, Әминә, Ғайсар, Нурислам, Ибраһим, Салауат, Азамат, Асия, Ғәлиә – үҙебеҙҙең исемдәребеҙ милләтебеҙгә дан йырлаған кеүек матур яңғырай бит. Был ыңғай күренеш, һис шикһеҙ, артабан да дауам итер тип ышанайыҡ.
Таһир БАЯЗИТОВ, Өфө ҡалаһы:– Улыбыҙ тыуғас, Солтан тип ҡуштыҡ. Хәләл ефетемдең олатаһы һәм минең яҡын ғына бабайым да ошо исемде йөрөткән. Был исемде титулды аңлатҡан һүҙ тип түгел, ә ғәрәп теленән ингән ысын башҡорт исеме тип һанайбыҙ. Федераль закондағы етешһеҙлектәрҙе БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының төбәк үҙенсәлектәренә тура килтереп, еренә еткереренә шигебеҙ булманы.
Мәрйәм ҒАФАРОВА, Учалы ҡалаһы:– Ике ейәнебеҙ бар. Беренсеһе – Искәндәр, икенсеһе Әмир исемле. Балаларына туҙға яҙмаған йәки икенсе милләт исемен ҡушҡан ғаиләләргә аптырайым. Уларҙың киләсәген уйламайҙармы икән? Мәҫәлән, ҡыҙҙары тыуғас, бер таныштарыбыҙ уға Алана тип исем бирҙе. “Алама” кеүегерәк яңғырай түгелме?! Милләтебеҙгә хас әллә күпме матур, мәғәнәле исемдәр бар бит, ниңә шуларҙы һайламайҙар икән?
=Исемең ниндәй – яҙмышың да шундай.
=Исемең шәп булһын, ырыуыңа тап булһын, ырыуыңа тап килмәһә, ораныңа тап булһын.
=Исеменә күрә – есеме.
=Бала тыуһа, исем тыуа.
=Исемдәрҙә сағыла холоҡ.
=Исемеңә тап төшөрмә.
=Батыр үлһә лә, исеме үлмәҫ.
=Кеше менән шаярһаң да, исеменән көлмә.
=Үҙ исемең төрлө телдә лә яғымлы яңғырай.
=Исем кешене данламай, кеше исемде данлай.
=Исем – кешеләрҙе бер-береһенән айырыусы тамға.
=Исем кешеһе менән данлана.
=Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ.
=Исемһеҙҙе бер кем дә белмәй ҙә, саҡырмай ҙа.