Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Спиннер. Үҫмер һинһеҙ нисек йәшәр?
Спиннер. Үҫмер һинһеҙ нисек йәшәр?Ҙур залдарҙа кәңәшмә үткәргән, тимәк, оҙаҡ ултырған чиновниктарҙы күҙәткәнегеҙ бармы? “Бөхтә һәм килешле кейенгән”, “һәр һүҙен үлсәп һөйләй”, “үҙен итәғәтле тота” тигән, йәғни тәртипте күҙ уңында тотҡан яуаптарығыҙ менән тулыһынса килешәбеҙ. Айырыуса шуны өҫтәү урынлы, ҡайһы берҙәренең ҡулында нимәлер булыуын абайларһығыҙ. Кемдер ҡәләм-ручканы тегеләй-былай әйләндерә, икенселәр папка менән “уйнай”, ҡағыҙҙарҙы беркетеү ҡулайламаһы степлер сыҡҡанға хәтлем скрепканы бөгөүселәр ҙә етерлек ине. Быны нисек аңлатырға? Фекер туплау, үҙеңде тыныс тотоу, тулҡынланмау һәм иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәү өсөн, тибеҙ.
Иғтибар тигәндән, бәләкәйҙән үк сослоғо менән даны сыҡҡан һабаҡташым, етештергән урынынан арзанға күмәртәләп спиннер һатып алып, халыҡ иң күп йөрөгән “Леруа Мерлен” төҙөлөш магазины боролошонда бер ай самаһы сауҙа итте. Һатты тиеү генә әҙ, ярайһы уҡ аҡса ла эшләне. Уның ябайын – йөҙ, ә баҙлап янғанын 150 һумға осорҙо. Магазинға килгәндәр ҙә, унан ҡайтҡандар ҙа туҡтап, хатта автомобилдәренән төшмәйенсә генә тәҙрә аша алыш-биреш иткәндәренә үҙем шаһит булдым.
– Юғары белемең була тороп, ниндәйҙер уйынсыҡ менән һатыу итеү түбәнселек түгелме? – Һораулы ҡарашымды уға төбәнем.
– Урлашмайым, магазинға төшмәгән­мен, иң мөһиме – бер ниндәй ҙә закон боҙоу юҡ, – булды уның яуабы.
Ҡулда кеҫә телефоны шикелле йыш күренгән спиннер ҡайҙан килеп сыҡты? Спиннерҙы (инглизсә – hand spinner, fidget spinner) АҠШ-тың Флорида штатында йәшәгән инженер-химик Кэтрин Хетингер уйлап тапҡан, тиҙәр. Башы бигерәк йомро икән дә ҡатындың! Төптән уйлап ҡараһаң, уның нимәһе бар инде? Подшипникка деталдәрҙе ике яҡтан берке­тәһең дә шуның менән вәссәләм. Уйынсыҡты нисек төҙөүе тураһында күптәр һорашҡан-төпсөнгән. Инженер-химик белдереүенсә, беренсенән, Израилгә сәфәрендә итек башы тиклем генә ғәрәп малайҙарының полицейскийҙарға таш бәреүенә иҫе-аҡылы киткән. Ундай этлеккә кем өйрәт­кән? Өлкән кешегә ниҙер һелтәргә нисек ҡулдары күтәрелә? Тәртип һаҡсыларына ҡарата тегеләрҙең нәфрәт­тәре шул тиклем көслө булғандырмы, сәйәхәтсе был илгә килеп төшкәндән алып ҡайтып киткәнсе сәйер күренеш менән осрашҡан. “Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бигерәк ярһыуҙар, нервылары ҡаҡшаған”, тип һығымта яһаған ҡунаҡ.
Ташып торған энергияны нисек ауыҙ­лыҡларға? Бәлки, таш урынына ҡулдары­на хәрәкәт иткән бүтән төрлө берәй әйбер тотторорғалыр?.. Икенсенән, имеш, уның ҡыҙы аутоиммун ауырыуынан яфаланғас, ҡағыҙҙан уйынсыҡ әтмәләп биргән. Ул ҡағыҙ вертолетҡа оҡшаған. Ғәзиз кешеһе юҡ-барға нервыларын ҡуҙғытмаһын өсөн, уны тотоп уйнатыу иң уңайлыһы тип иҫәпләгән. Ошо ҡағыҙ тәтәй, камиллашыу юлын үтеп, спиннерҙы барлыҡҡа килтергән дә инде тигән фараз йәшәй.
Скотт МакКоскери тигән әфәнде лә ошо уйынсыҡты яһаған, тип әйтәләр. Шуныһы: әлегә спиннерға берәү ҙә патент алмаған.
Спиннер менән ныҡлап мауығыу 2016 йылда башлана. “Forbes” журналы уның файҙаһы тураһында һүрәттәре менән бергә ҡыҙыҡлы мәҡәлә баҫтырғандан һуң, ул балаларҙың ҡулында күренә башлай, тиҙ арала офис уйынсығына әүерелә.
Кэтринмы, Скоттмы йәки Фәлән Фәлә­новмы, ҡыҫҡаһы, кем генә уйлап тапма­һын, был тәтәй айырыуса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, хатта өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Формаһы буйынса төрлөһөн осратырға мөмкин. Спиннерға уның ниндәй материалдан эшләнеүенә ҡарап хаҡ ҡуйыла. Билдәле инде, тимерҙән яһалғаны ҡыйбат, плас­тиктан – арзаныраҡ.
Әйткәндәй, сәңгелдәктәге бала ханды ла бейеткән, тиҙәр. Омск ҡалаһында йәшәгән күренекле рәссам-микроминиатюрист Анатолий Коненко усҡа йомар­лағанда ла һиҙелмәгән бәләкәй генә спиннер әтмәләгән. Быны алты йәшлек ҡыҙының ҡурайына бейеү тип аңларға кәрәк. Диаметры – һигеҙ миллиметр, ауырлығы – 0,31 грамм. Күҙ алдына килтерәһегеҙҙер.
Йомробаш ир билдәләүенсә, яратҡан ҡыҙына бүләк эшләүгә ни бары бер аҙна ваҡыт сарыф иткән. Бармаҡтар саҡ эләктереп тотҡан тәтәйҙе подшипникһыҙ әйләндереү иң мәшәҡәтлеһе булған. Ысынында ул сәғәттән алынған ике рубин таш ярҙамында әйләнә. Анатолий иң башта – Рәсәйҙең рекордтар китабына, унан инде Гиннесстың рекордтар китабына инергә хыяллана.
Ялбарып һорауҙан бигерәк тиҫтерҙәре янында үҙен кәм-хур тоймаһын тигән уйҙан сығып, иң бәләкәс ҡыҙыма орсоҡтан кәм өйрөлмәгән әйберҙе һатып алдым. Подшипник төбөнә бармаҡтарын ҡайһы­ла­йыраҡ ҡуйыр ҙа, тегенеһе бәләкәс хужаға буйһонормо? Бирҙем дә эш өҫтәленә барып ултырҙым, йәнәһе, үҙенсә маташтырһын. Юрамал бер нимә лә өндәшмәйем. Минең ише, бармаҡтарын өҫлө-аҫлы ҡуйып әйләндереү сүп кенәме икән, бер ваҡыт һуҡ бармағының өҫтөндә бейетә башламаһынмы тегене! Күҙем шарҙай булды. Бер-ике көндән баламдың яңы тәтәйгә ҡыҙыҡһыныуы бөтөнләй һүндеме, бүтәнсә уға әйләнеп тә ҡара­маны. Ә бына ғаилә дуҫтарыбыҙҙың улы һаман да уны ҡулынан төшөрмәй. Малайҙарҙың тимер-томорға ылығыуы көслөлөр инде. Атаһы әйтеүенсә, быныһы унынсыһы инде. Һатып алып өлгөртә алмай, боҙоп ырғытып тора икән.
Баланың тәтәйҙе бармағында өйрөл­төүе яҡшы, ә инде күпләп йыйыуы һағайтырға мәжбүр итә. Ул был аҙымды тиҫтерҙәре араһында беренсе булып күренергә тырышыу маҡсатында эшләй. Күпмелер ваҡытҡа ғына алдынғы булыр һәм шуның менән бөттө-китте. Һан менән генә рейтингты күтәреп булһа икән дә!
Уның ҡарауы, электрон гаджетҡа ҡарағанда, үҫмерҙең ҡулында спиннерҙы күреү күпкә отошло, тип аңлатма бирә ғалимдар.
Баҡтиһәң, балаларҙы спиннер үҙе ҡыҙыҡтырмай. Таныш булмаған әйбер ситтән нисек күренә, ни өсөн ул бик оҙаҡ әйләнә? Бына ошо серҙе тиҙерәк асҡылары килә, үҙ сиратында тамашаны мәрәкә итеп күҙәтәләр.
Спиннерҙың әҙәм балаһын тынысландырыу өсөн ныҡ файҙалы булыуын берәүҙәр иҫбат итһә, икенселәр иғтибарҙы ситкә йүнәлтә, бер кәрәге лә юҡ, тип уны юҡҡа сығарырға маташа.
Психолог Лилиә Ғайсинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, кредиттың төн йоҡоларын бүлеүе, “көрсөк” һүҙен йыш ишетеү, шулай уҡ донъя хәстәрҙәре менән яныу, көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеү, һүҙ ҙә юҡ, әҙәм балаһын көсөргәнештә йәшәтә. Аяҡ һелкеткәндәр, бармаҡ шартлатҡандар, тырнаҡ кимергәндәр, сәс борғослағандар нимә тураһында яна тиһегеҙ? Уларҙың барыһы ла ниндәй ҙә мәсьәләне хәл итергә тырышыуҙан эстән көйә-борсола. “Спиннер иһә ошо һаналғандарҙың барыһын да алмаштыра алыр ине, – тип аңлатма бирә ул. – Был осраҡта бер насарлыҡты ла күрмәйем. Әйбер өйрөл­гәндә кешенең иғтибары бер нөктәгә йүнәлтелә һәм ул ошо мәлдә гипноз ҡармағына эләгә. Ошолай онотолоу күңелгә йыйылған бар ығы-зығыны оноттора, иңдәге һәр төрлө ауырлыҡтан ҡотолдора, насар уйҙарҙан арындыра, хатта күптәрҙең еңеллек алыуын да иҫбат иткәндәр”.
Ни өсөн оҙаҡ итеп утҡа текләп йәки ағын һыуҙы күҙәтеп ултыралар? Эше иреккәндән дә, берәүҙең ҡушыуы буйынса ла түгел шул. Күңел тулып киткәндә уны бушатып алыу өсөн яңғыҙ ҡалырға ярата әҙәм балаһы.
Балалар психологы Сабира Ниғмәтйә­нова фекеренсә, бигерәк тә бәләкәстәргә моториканы (бармаҡтарҙың етеҙлеге, кәүҙәнең хәрәкәте, баш мейеһенең үҫеше) үҫтереү йәһәтенән спиннер ныҡ отошло. Ә бына АҠШ-та балаларға уны мәктәпкә алып килеүҙе тыйғандар, сөнки дәрестә шөғөлләнергә ҡамасаулай икән.
Һатыусылар һөйләүенсә, спиннерҙы, балаларҙан айырмалы, өлкәндәрҙең, бигерәк тә ир-аттың, һатып алыуы көлкө тойола. Һәр өсөнсө спиннер – улар ҡулында! Нәфисә был хаҡта бер нисә егет менән һөйләшкән. Берәүҙәргә ул тәмәке тартыуҙы ташлап йөрөгәндә ныҡ ярҙам иткән, икенселәр, ысынлап та, ярһыуын баҫыу өсөн ҡулланыуын йәшермәгән.
– Зыр әйләнгән спиннер логик фекер йөрөтөүгә кәртә була алмай, – ти педагог-психолог Нәсимә Назарова. – Ғөмүмән, танып-белеүҙә лә файҙаһы юҡ, шулай уҡ үҫеш йәһәтенән дә. Уның урынына шуға оҡшағаныраҡ берәй башватҡыс уйлап тапһалар, насар булмаҫ ине.
– Уны стресты ҡыуа торған, психик көсөргәнеште сығара торған уйынсыҡҡа тиңләү дөрөҫмө? – тип һорайым.
– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында психология-неврология диспансерынан ауырыуҙарҙы эвакуациялау башланғанда, тегеләр көслө снаряд шартлауын ишетеп, ишектән сығыуҙан ҡырҡа баш тартҡан. Ҡулдарын карауаттарынан айыра алмаған аҡ халатлылар. Шунда бер табип пациент­тарҙың һәммәһенең дә ҡулына подшипник тотторғас ҡына, тегеләр шуға әүрәп авто­мобилгә сығып ултырған, – тип бер ваҡиғаны бәйән итте әңгәмәсем.
Бер нисә йыл элек “тоҙ бөтә” тигән яңылыҡ йәшен тиҙлегендәй халыҡ араһында таралды. Магазиндарҙа һыу буйы сират хасил булды, кәштәләр әҙме-күпме бушап ҡалды-ҡалыуын, әммә көн дә бер-ике семтем ҡулланған аҡ ризыҡҡа ҡытлыҡ тойолманы. Әлбиттә, тоҙҙоң бөт­мәйәсәге көн кеүек асыҡ ине, үҙ сиратында, быны яҡшы төшөнгәндәр ҙә уны тоҡлап алып һаҡланы. Уның ҡарауы, аҡыллы баштар кеҫә ҡалынайтырға өлгөрҙө. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоу кемгә килешмәһен?!
Шуның шикелле спиннерҙың да ваҡыт­лыса ғына мауығыу булыуына тулыһынса ышанам. Быны белгестәр ҙә инҡар итмәй. Һуң, үткән быуаттың 80-се йылдарында кубик рубикты ғәмһеҙҙәр генә уйнатма­ғандыр. Күрерһегеҙ, күп тә үтмәҫ, тағы бер өр-яңы уйынсыҡ барлыҡҡа килер. Шулай уҡ уның хаҡында ла “йәшенә лә, ҡартына ла файҙаһы ҙур” тип һөйләмәҫтәрме?..




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 995

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 904

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 571

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 518

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527