Ҙур залдарҙа кәңәшмә үткәргән, тимәк, оҙаҡ ултырған чиновниктарҙы күҙәткәнегеҙ бармы? “Бөхтә һәм килешле кейенгән”, “һәр һүҙен үлсәп һөйләй”, “үҙен итәғәтле тота” тигән, йәғни тәртипте күҙ уңында тотҡан яуаптарығыҙ менән тулыһынса килешәбеҙ. Айырыуса шуны өҫтәү урынлы, ҡайһы берҙәренең ҡулында нимәлер булыуын абайларһығыҙ. Кемдер ҡәләм-ручканы тегеләй-былай әйләндерә, икенселәр папка менән “уйнай”, ҡағыҙҙарҙы беркетеү ҡулайламаһы степлер сыҡҡанға хәтлем скрепканы бөгөүселәр ҙә етерлек ине. Быны нисек аңлатырға? Фекер туплау, үҙеңде тыныс тотоу, тулҡынланмау һәм иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәү өсөн, тибеҙ. Иғтибар тигәндән, бәләкәйҙән үк сослоғо менән даны сыҡҡан һабаҡташым, етештергән урынынан арзанға күмәртәләп спиннер һатып алып, халыҡ иң күп йөрөгән “Леруа Мерлен” төҙөлөш магазины боролошонда бер ай самаһы сауҙа итте. Һатты тиеү генә әҙ, ярайһы уҡ аҡса ла эшләне. Уның ябайын – йөҙ, ә баҙлап янғанын 150 һумға осорҙо. Магазинға килгәндәр ҙә, унан ҡайтҡандар ҙа туҡтап, хатта автомобилдәренән төшмәйенсә генә тәҙрә аша алыш-биреш иткәндәренә үҙем шаһит булдым.
– Юғары белемең була тороп, ниндәйҙер уйынсыҡ менән һатыу итеү түбәнселек түгелме? – Һораулы ҡарашымды уға төбәнем.
– Урлашмайым, магазинға төшмәгәнмен, иң мөһиме – бер ниндәй ҙә закон боҙоу юҡ, – булды уның яуабы.
Ҡулда кеҫә телефоны шикелле йыш күренгән спиннер ҡайҙан килеп сыҡты? Спиннерҙы (инглизсә – hand spinner, fidget spinner) АҠШ-тың Флорида штатында йәшәгән инженер-химик Кэтрин Хетингер уйлап тапҡан, тиҙәр. Башы бигерәк йомро икән дә ҡатындың! Төптән уйлап ҡараһаң, уның нимәһе бар инде? Подшипникка деталдәрҙе ике яҡтан беркетәһең дә шуның менән вәссәләм. Уйынсыҡты нисек төҙөүе тураһында күптәр һорашҡан-төпсөнгән. Инженер-химик белдереүенсә, беренсенән, Израилгә сәфәрендә итек башы тиклем генә ғәрәп малайҙарының полицейскийҙарға таш бәреүенә иҫе-аҡылы киткән. Ундай этлеккә кем өйрәткән? Өлкән кешегә ниҙер һелтәргә нисек ҡулдары күтәрелә? Тәртип һаҡсыларына ҡарата тегеләрҙең нәфрәттәре шул тиклем көслө булғандырмы, сәйәхәтсе был илгә килеп төшкәндән алып ҡайтып киткәнсе сәйер күренеш менән осрашҡан. “Йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, бигерәк ярһыуҙар, нервылары ҡаҡшаған”, тип һығымта яһаған ҡунаҡ.
Ташып торған энергияны нисек ауыҙлыҡларға? Бәлки, таш урынына ҡулдарына хәрәкәт иткән бүтән төрлө берәй әйбер тотторорғалыр?.. Икенсенән, имеш, уның ҡыҙы аутоиммун ауырыуынан яфаланғас, ҡағыҙҙан уйынсыҡ әтмәләп биргән. Ул ҡағыҙ вертолетҡа оҡшаған. Ғәзиз кешеһе юҡ-барға нервыларын ҡуҙғытмаһын өсөн, уны тотоп уйнатыу иң уңайлыһы тип иҫәпләгән. Ошо ҡағыҙ тәтәй, камиллашыу юлын үтеп, спиннерҙы барлыҡҡа килтергән дә инде тигән фараз йәшәй.
Скотт МакКоскери тигән әфәнде лә ошо уйынсыҡты яһаған, тип әйтәләр. Шуныһы: әлегә спиннерға берәү ҙә патент алмаған.
Спиннер менән ныҡлап мауығыу 2016 йылда башлана. “Forbes” журналы уның файҙаһы тураһында һүрәттәре менән бергә ҡыҙыҡлы мәҡәлә баҫтырғандан һуң, ул балаларҙың ҡулында күренә башлай, тиҙ арала офис уйынсығына әүерелә.
Кэтринмы, Скоттмы йәки Фәлән Фәләновмы, ҡыҫҡаһы, кем генә уйлап тапмаһын, был тәтәй айырыуса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы, үҫмерҙәрҙе, хатта өлкәндәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Формаһы буйынса төрлөһөн осратырға мөмкин. Спиннерға уның ниндәй материалдан эшләнеүенә ҡарап хаҡ ҡуйыла. Билдәле инде, тимерҙән яһалғаны ҡыйбат, пластиктан – арзаныраҡ.
Әйткәндәй, сәңгелдәктәге бала ханды ла бейеткән, тиҙәр. Омск ҡалаһында йәшәгән күренекле рәссам-микроминиатюрист Анатолий Коненко усҡа йомарлағанда ла һиҙелмәгән бәләкәй генә спиннер әтмәләгән. Быны алты йәшлек ҡыҙының ҡурайына бейеү тип аңларға кәрәк. Диаметры – һигеҙ миллиметр, ауырлығы – 0,31 грамм. Күҙ алдына килтерәһегеҙҙер.
Йомробаш ир билдәләүенсә, яратҡан ҡыҙына бүләк эшләүгә ни бары бер аҙна ваҡыт сарыф иткән. Бармаҡтар саҡ эләктереп тотҡан тәтәйҙе подшипникһыҙ әйләндереү иң мәшәҡәтлеһе булған. Ысынында ул сәғәттән алынған ике рубин таш ярҙамында әйләнә. Анатолий иң башта – Рәсәйҙең рекордтар китабына, унан инде Гиннесстың рекордтар китабына инергә хыяллана.
Ялбарып һорауҙан бигерәк тиҫтерҙәре янында үҙен кәм-хур тоймаһын тигән уйҙан сығып, иң бәләкәс ҡыҙыма орсоҡтан кәм өйрөлмәгән әйберҙе һатып алдым. Подшипник төбөнә бармаҡтарын ҡайһылайыраҡ ҡуйыр ҙа, тегенеһе бәләкәс хужаға буйһонормо? Бирҙем дә эш өҫтәленә барып ултырҙым, йәнәһе, үҙенсә маташтырһын. Юрамал бер нимә лә өндәшмәйем. Минең ише, бармаҡтарын өҫлө-аҫлы ҡуйып әйләндереү сүп кенәме икән, бер ваҡыт һуҡ бармағының өҫтөндә бейетә башламаһынмы тегене! Күҙем шарҙай булды. Бер-ике көндән баламдың яңы тәтәйгә ҡыҙыҡһыныуы бөтөнләй һүндеме, бүтәнсә уға әйләнеп тә ҡараманы. Ә бына ғаилә дуҫтарыбыҙҙың улы һаман да уны ҡулынан төшөрмәй. Малайҙарҙың тимер-томорға ылығыуы көслөлөр инде. Атаһы әйтеүенсә, быныһы унынсыһы инде. Һатып алып өлгөртә алмай, боҙоп ырғытып тора икән.
Баланың тәтәйҙе бармағында өйрөлтөүе яҡшы, ә инде күпләп йыйыуы һағайтырға мәжбүр итә. Ул был аҙымды тиҫтерҙәре араһында беренсе булып күренергә тырышыу маҡсатында эшләй. Күпмелер ваҡытҡа ғына алдынғы булыр һәм шуның менән бөттө-китте. Һан менән генә рейтингты күтәреп булһа икән дә!
Уның ҡарауы, электрон гаджетҡа ҡарағанда, үҫмерҙең ҡулында спиннерҙы күреү күпкә отошло, тип аңлатма бирә ғалимдар.
Баҡтиһәң, балаларҙы спиннер үҙе ҡыҙыҡтырмай. Таныш булмаған әйбер ситтән нисек күренә, ни өсөн ул бик оҙаҡ әйләнә? Бына ошо серҙе тиҙерәк асҡылары килә, үҙ сиратында тамашаны мәрәкә итеп күҙәтәләр.
Спиннерҙың әҙәм балаһын тынысландырыу өсөн ныҡ файҙалы булыуын берәүҙәр иҫбат итһә, икенселәр иғтибарҙы ситкә йүнәлтә, бер кәрәге лә юҡ, тип уны юҡҡа сығарырға маташа.
Психолог Лилиә Ғайсинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, кредиттың төн йоҡоларын бүлеүе, “көрсөк” һүҙен йыш ишетеү, шулай уҡ донъя хәстәрҙәре менән яныу, көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеү, һүҙ ҙә юҡ, әҙәм балаһын көсөргәнештә йәшәтә. Аяҡ һелкеткәндәр, бармаҡ шартлатҡандар, тырнаҡ кимергәндәр, сәс борғослағандар нимә тураһында яна тиһегеҙ? Уларҙың барыһы ла ниндәй ҙә мәсьәләне хәл итергә тырышыуҙан эстән көйә-борсола. “Спиннер иһә ошо һаналғандарҙың барыһын да алмаштыра алыр ине, – тип аңлатма бирә ул. – Был осраҡта бер насарлыҡты ла күрмәйем. Әйбер өйрөлгәндә кешенең иғтибары бер нөктәгә йүнәлтелә һәм ул ошо мәлдә гипноз ҡармағына эләгә. Ошолай онотолоу күңелгә йыйылған бар ығы-зығыны оноттора, иңдәге һәр төрлө ауырлыҡтан ҡотолдора, насар уйҙарҙан арындыра, хатта күптәрҙең еңеллек алыуын да иҫбат иткәндәр”.
Ни өсөн оҙаҡ итеп утҡа текләп йәки ағын һыуҙы күҙәтеп ултыралар? Эше иреккәндән дә, берәүҙең ҡушыуы буйынса ла түгел шул. Күңел тулып киткәндә уны бушатып алыу өсөн яңғыҙ ҡалырға ярата әҙәм балаһы.
Балалар психологы Сабира Ниғмәтйәнова фекеренсә, бигерәк тә бәләкәстәргә моториканы (бармаҡтарҙың етеҙлеге, кәүҙәнең хәрәкәте, баш мейеһенең үҫеше) үҫтереү йәһәтенән спиннер ныҡ отошло. Ә бына АҠШ-та балаларға уны мәктәпкә алып килеүҙе тыйғандар, сөнки дәрестә шөғөлләнергә ҡамасаулай икән.
Һатыусылар һөйләүенсә, спиннерҙы, балаларҙан айырмалы, өлкәндәрҙең, бигерәк тә ир-аттың, һатып алыуы көлкө тойола. Һәр өсөнсө спиннер – улар ҡулында! Нәфисә был хаҡта бер нисә егет менән һөйләшкән. Берәүҙәргә ул тәмәке тартыуҙы ташлап йөрөгәндә ныҡ ярҙам иткән, икенселәр, ысынлап та, ярһыуын баҫыу өсөн ҡулланыуын йәшермәгән.
– Зыр әйләнгән спиннер логик фекер йөрөтөүгә кәртә була алмай, – ти педагог-психолог Нәсимә Назарова. – Ғөмүмән, танып-белеүҙә лә файҙаһы юҡ, шулай уҡ үҫеш йәһәтенән дә. Уның урынына шуға оҡшағаныраҡ берәй башватҡыс уйлап тапһалар, насар булмаҫ ине.
– Уны стресты ҡыуа торған, психик көсөргәнеште сығара торған уйынсыҡҡа тиңләү дөрөҫмө? – тип һорайым.
– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында психология-неврология диспансерынан ауырыуҙарҙы эвакуациялау башланғанда, тегеләр көслө снаряд шартлауын ишетеп, ишектән сығыуҙан ҡырҡа баш тартҡан. Ҡулдарын карауаттарынан айыра алмаған аҡ халатлылар. Шунда бер табип пациенттарҙың һәммәһенең дә ҡулына подшипник тотторғас ҡына, тегеләр шуға әүрәп автомобилгә сығып ултырған, – тип бер ваҡиғаны бәйән итте әңгәмәсем.
Бер нисә йыл элек “тоҙ бөтә” тигән яңылыҡ йәшен тиҙлегендәй халыҡ араһында таралды. Магазиндарҙа һыу буйы сират хасил булды, кәштәләр әҙме-күпме бушап ҡалды-ҡалыуын, әммә көн дә бер-ике семтем ҡулланған аҡ ризыҡҡа ҡытлыҡ тойолманы. Әлбиттә, тоҙҙоң бөтмәйәсәге көн кеүек асыҡ ине, үҙ сиратында, быны яҡшы төшөнгәндәр ҙә уны тоҡлап алып һаҡланы. Уның ҡарауы, аҡыллы баштар кеҫә ҡалынайтырға өлгөрҙө. Болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоу кемгә килешмәһен?!
Шуның шикелле спиннерҙың да ваҡытлыса ғына мауығыу булыуына тулыһынса ышанам. Быны белгестәр ҙә инҡар итмәй. Һуң, үткән быуаттың 80-се йылдарында кубик рубикты ғәмһеҙҙәр генә уйнатмағандыр. Күрерһегеҙ, күп тә үтмәҫ, тағы бер өр-яңы уйынсыҡ барлыҡҡа килер. Шулай уҡ уның хаҡында ла “йәшенә лә, ҡартына ла файҙаһы ҙур” тип һөйләмәҫтәрме?..