Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Заман технологияларын ҡулланып...
Заман технологияларын ҡулланып... Бөгөн заман технологияларын ҡулланып, уҡыусыларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен артабан үҫтереү маҡсатында нимәләр генә эшләнмәй?! Төбәктә беренселәрҙән булып 3D-техникаһын ҡулланған Инновациялы йәштәр ижады үҙәге асылған. Үҙәк Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында урынлашҡан.
“Меридиан” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте 2014 йылда Башҡортостан Иҡтисад һәм инновация сәйәсәте министрлығының 7 миллион һумлыҡ грантын яулай. Был суммаға заманса техника ҡоролмалары һатып алынып, ике лабораторияға урынлаштырыла. Әле бында шөғөлләнеүселәр 3D-ручка, 3D-сканер, 3D-принтер аша үҙҙәренә кәрәк булған һыҙмаларҙы, һүрәттәрҙе, схемаларҙы эшләй ала. Бигерәк тә тау колледжында белем алыусы студенттар тарафынан курс, диплом эштәре тап ошо заман технологиялары ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Мәктәп уҡыусылары өсөн үҙәк етәксеһе Илфат Арыҫланов бушлай дәрес үткәрә, теләүселәр үҙҙәре килеп төрлө сувенирҙар эшләү менән дә шөғөлләнә ала. Төрлө су­ве­нирҙарҙың мини-фабрикаһын хәтерләткән үҙәктә нимәләр генә юҡ! Лазер ярҙамында эшләнгән картиналар, төрлө визитка, саҡырыу ҡағыҙҙары, иғлан-афиша, ҡурай өсөн футлярҙар һәм башҡалар. Артабан таштан, төрлө металдарҙан гравировкалау эштәрен атҡарыу ҡарала. Илфат Рәмил улы әйтеүенсә, бөгөн иң ҙур проект – тау техникаһының идара итеү симуляторын булдырыу. Бының өсөн айырым бүл­мәлә комбайндың кабинаһы ултыртылған. Компьютер ярҙамында махсус программа нигеҙендә курсант кабинала ултырған килеш, төрлө күнекмәләрҙе үткәрә ала, дөрөҫөрәге, ул бирелгән эште кабинаның тәҙрәһендә күрә һәм виртуаль рәүештә экскаватор ярҙамында ҡушылған эштәрҙе башҡара. Был бигерәк тә имтихан тапшырыу өсөн ҡулайлы буласаҡ.
Быларҙың барыһы ла заман йәштәре өсөн кәрәк. Бөгөн яңы технологиялар менән эш итә алған, яңы техниканы йүгәнләгән йәштәр эш баҙарында ҙур һорау менән файҙалана. Тап бында шөғөлләнеүсе ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе техник уҡыу йорттарын һайлай, ҡайҙандыр Интернет селтәре аша ҡыҙыҡһынмай, үҙҙәре үҙәккә килеп эшләй ала икән, тимәк, был уҡыусының ҡыҙыҡһыныуы йәнә артасаҡ, артабан был шөғөл уның хыялына әйләнә. Бәләкәйҙән һәр кем заман технологиялары менән эш итеп үҫә икән, уның тормошта үҙ маҡсаты була. Был тәңгәлдә район йәштәренә ғорурланырға ғына ҡала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 993

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527