Бөгөн заман технологияларын ҡулланып, уҡыусыларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен артабан үҫтереү маҡсатында нимәләр генә эшләнмәй?! Төбәктә беренселәрҙән булып 3D-техникаһын ҡулланған Инновациялы йәштәр ижады үҙәге асылған. Үҙәк Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында урынлашҡан. “Меридиан” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2014 йылда Башҡортостан Иҡтисад һәм инновация сәйәсәте министрлығының 7 миллион һумлыҡ грантын яулай. Был суммаға заманса техника ҡоролмалары һатып алынып, ике лабораторияға урынлаштырыла. Әле бында шөғөлләнеүселәр 3D-ручка, 3D-сканер, 3D-принтер аша үҙҙәренә кәрәк булған һыҙмаларҙы, һүрәттәрҙе, схемаларҙы эшләй ала. Бигерәк тә тау колледжында белем алыусы студенттар тарафынан курс, диплом эштәре тап ошо заман технологиялары ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Мәктәп уҡыусылары өсөн үҙәк етәксеһе Илфат Арыҫланов бушлай дәрес үткәрә, теләүселәр үҙҙәре килеп төрлө сувенирҙар эшләү менән дә шөғөлләнә ала. Төрлө сувенирҙарҙың мини-фабрикаһын хәтерләткән үҙәктә нимәләр генә юҡ! Лазер ярҙамында эшләнгән картиналар, төрлө визитка, саҡырыу ҡағыҙҙары, иғлан-афиша, ҡурай өсөн футлярҙар һәм башҡалар. Артабан таштан, төрлө металдарҙан гравировкалау эштәрен атҡарыу ҡарала. Илфат Рәмил улы әйтеүенсә, бөгөн иң ҙур проект – тау техникаһының идара итеү симуляторын булдырыу. Бының өсөн айырым бүлмәлә комбайндың кабинаһы ултыртылған. Компьютер ярҙамында махсус программа нигеҙендә курсант кабинала ултырған килеш, төрлө күнекмәләрҙе үткәрә ала, дөрөҫөрәге, ул бирелгән эште кабинаның тәҙрәһендә күрә һәм виртуаль рәүештә экскаватор ярҙамында ҡушылған эштәрҙе башҡара. Был бигерәк тә имтихан тапшырыу өсөн ҡулайлы буласаҡ.
Быларҙың барыһы ла заман йәштәре өсөн кәрәк. Бөгөн яңы технологиялар менән эш итә алған, яңы техниканы йүгәнләгән йәштәр эш баҙарында ҙур һорау менән файҙалана. Тап бында шөғөлләнеүсе ҡыҙ һәм егеттәрҙең күбеһе техник уҡыу йорттарын һайлай, ҡайҙандыр Интернет селтәре аша ҡыҙыҡһынмай, үҙҙәре үҙәккә килеп эшләй ала икән, тимәк, был уҡыусының ҡыҙыҡһыныуы йәнә артасаҡ, артабан был шөғөл уның хыялына әйләнә. Бәләкәйҙән һәр кем заман технологиялары менән эш итеп үҫә икән, уның тормошта үҙ маҡсаты була. Был тәңгәлдә район йәштәренә ғорурланырға ғына ҡала.