Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдә ҡалған хәтирәләр
“Сыйырсыҡ дауылы булып, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ осоп китте. Киләһе йыл да моңло тауыштарын, балаларын сығарғас, ҡарға булып ҡарҡылдап ҡурсыуҙарын ишетергә, күрергә насип булһын!” – тип яҙып ҡуйғанмын 2013 йылда. Ә бына былтыр һәм быйыл сыйырсыҡ килмәне лә ҡуйҙы... Күршеләрҙекенә лә ояламаны... Ни булғандыр...
***
Беҙҙең шарттарҙа иң иртә бешә торған емеш – айыу баланы. Бешә тора, иртәләрен кескәй генә сынаяҡҡа һалып индереп, шәкәрләп, сәйебеҙгә тәмлекәс әҙерләп ҡуя торам. Тәмлелеге! Хәҙер әллә күпме баҡса емештәре килеп сыҡты, ә заманында беҙ алманы ла байрамдарҙа ғына күрә инек. Беҙҙең яҡта үҫмәне ул. Хәҙер магазин кәштәләрендә лә емеш-еләк йыл әйләнәһенә тулып ята. Әфлисун-мандариндарға һыу буйы сират торған саҡтар иҫкә төшә...

***
Ҡул етмәй торған ҡағыҙ­ҙарым араһынан яҡташым, арҙаҡлы композитор Заһир ағай Исмәғилевтең 85 йәшен туй­лағанда, районыбыҙға ҡайтҡан сағында, юл ыңғай ғына яҙған шиғырым килеп сыҡты. Сермән ауылы мәҙәниәт йортонда мин дә ҡотлау һүҙе әйтергә тейеш инем, экспромт итеп кенә, бер ҡағыҙ киҫәгенә яҙылғайны ул.
Һикһән биш йәш – йәшме ни ул
Һикереп атҡа менмәле,
Таш ҡапҡалар ябыҡ булһа,
Өҙә тибеп инмәле.
Һикһән биш тә йәшме ни ул
Һеҙҙең кеүек егеткә,
Күңелегеҙ йәш, мохтаж түгел
Беҙҙең өндәү-өгөткә.
Елкендерер йөрәктәрҙе
Һеҙҙең өр-яңы йырҙар,
Аҡһаҡаллылыҡ аҡылы
Беҙҙең күңелде нурлар.
Һикһән биш тә йәшме ни ул
Исмәғилев кеүеккә –
Өҙә баҫып, йырлап торған
Һай уҙаман егеткә!
***
2013, 9 май. Татлыла туғандар йыйылды. Арабыҙҙан иң олоһо – Ғәзиз ағай табында һүҙҙе ошолай башланы:
– Бына беҙ әле ултырған урамдан һуғышҡа 27 кеше киткәйне. Шуларҙың бары етәүһе генә әйләнеп ҡайтты. Өйҙә ҡалған­дарға ла еңел булманы – аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш...
43-сө йыл (ағайға 13 йәш булған) күрше ауылда геологтар ятты. Шулар бер кейем сабатаға 100 грамм он бирә ине. Көнөнә дүрт кейем сабата үрә инем. Аҙна аҙағында 28 кейем сабатаны ялтыратып йөкмәп, күрше ауылға китәм, 2 килограмм 800 грамм он алып ҡайтам. Бер тапҡыр ярма бирҙеләр...
Һуғыш башланған йылы көнөнә кеше башына 450 грамм икмәк бирәләр ине. 1943-тә 150 грамға ҡалды. Һуғыш бөткәнсә шулай бирҙеләр...
Бик мөһим бер нәмәне яҙырға онотҡан­мын.
– Урамыбыҙҙан киткән 27 кешенең ҡайһы берҙәренең 4-5 балаһы ҡалды. Әсәйҙәр үҙе ас булғанда ла, бер балаһын да балалар йортона бирмәне... – тине Ғәзиз ағай.
Ҡәйнәмдең һөйләгәнен мин дә хәтерләйем әле. Төрлө йәштәге 3 балаһы астан үлмәһен өсөн бергә имеҙгән ул. Үҙем башым әйләнеп йығылғылай торғайным, ти ине.

***
Һуғыш башланғанда 11 генә йәшлек булған әсәйем. Ул һөйләгәндәрҙән.
Ирҙәр һуғышҡа китеп бөттө. Тотош колхоз эше ҡатын-ҡыҙ, балалар елкәһендә ҡалды. Көндөҙ баҫыуҙа тырма артынан ҡалған ба­шаҡты йыябыҙ, төнөн иген һуҡҡан ерҙә иген көрәйбеҙ. Үлтереп йоҡо килә – аяҡ өҫтө тороп, лобогрейкаға тотоноп йоҡлай торғайным.
Ҡайтҡанда кейемде тикшерә­ләр – берәй ус иген урлан­мағанмы, йәнәһе. Ойоҡбаш ҡунысында иген табылған 18 йәшлек ҡыҙҙы төрмәгә ебәрҙеләр. Унан хат килде:
– Эш колхоздыҡынан ауы­рыраҡ түгел, әммә режим менән ашаталар, ИКМӘК бирәләр.
Шул хаттан һуң беҙҙең ҡыҙҙар рәттән иген менән тотола башланы.
...Күрше ҡатын өс балаһы менән астан үлде.
***
Күп йылдар күрешмәгән әхирәтемә көндәлек тә түгел, яҙып барған тәьҫорат­тарымды уҡырға биргәйнем.
– Ваҡиғалар, тормош күре­неш­тәре менән йәшәйһең икән, – тип минең үҙем өсөн көтөлмәгән һығымта яһап ҡуйҙы. – Кешеләр менән мөнәсә­бәттәрең ерле юҡ. Булғаны, әйтерһең, тик шатлыҡ килтереп тороусылар ғына. Ҡайһы берҙә берәйһенә төрттөрөп кенә әйттеңме әллә?

***

Ысынлап, яманлыҡ ҡылыу­сы­ларҙы күңелдән юйырға тырышам, ахыры. Шуға яҙма­ларыма ла индермәгәнмендер. Ҡабат­тан уҡығанда ниңә инде күптәнге яраларҙы ҡуҙғытырға, асырға...
Төрттөрөү иһә, ғөмүмән, минең холоҡ түгел. Мин ҡаты итеп күҙгә ҡарап әйтә алам. Унда ла – ныҡ йәнемә тейһәләр.
Нимәлер буйынса фекер белдерәм икән, был тәғәйен кеше түгел, ә күренеш тураһында...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 530