Күңелдә ҡалған хәтирәләр10.05.2017
“Сыйырсыҡ дауылы булып, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ осоп китте. Киләһе йыл да моңло тауыштарын, балаларын сығарғас, ҡарға булып ҡарҡылдап ҡурсыуҙарын ишетергә, күрергә насип булһын!” – тип яҙып ҡуйғанмын 2013 йылда. Ә бына былтыр һәм быйыл сыйырсыҡ килмәне лә ҡуйҙы... Күршеләрҙекенә лә ояламаны... Ни булғандыр...
***
Беҙҙең шарттарҙа иң иртә бешә торған емеш – айыу баланы. Бешә тора, иртәләрен кескәй генә сынаяҡҡа һалып индереп, шәкәрләп, сәйебеҙгә тәмлекәс әҙерләп ҡуя торам. Тәмлелеге! Хәҙер әллә күпме баҡса емештәре килеп сыҡты, ә заманында беҙ алманы ла байрамдарҙа ғына күрә инек. Беҙҙең яҡта үҫмәне ул. Хәҙер магазин кәштәләрендә лә емеш-еләк йыл әйләнәһенә тулып ята. Әфлисун-мандариндарға һыу буйы сират торған саҡтар иҫкә төшә...
***
Ҡул етмәй торған ҡағыҙҙарым араһынан яҡташым, арҙаҡлы композитор Заһир ағай Исмәғилевтең 85 йәшен туйлағанда, районыбыҙға ҡайтҡан сағында, юл ыңғай ғына яҙған шиғырым килеп сыҡты. Сермән ауылы мәҙәниәт йортонда мин дә ҡотлау һүҙе әйтергә тейеш инем, экспромт итеп кенә, бер ҡағыҙ киҫәгенә яҙылғайны ул.
Һикһән биш йәш – йәшме ни ул
Һикереп атҡа менмәле,
Таш ҡапҡалар ябыҡ булһа,
Өҙә тибеп инмәле.
Һикһән биш тә йәшме ни ул
Һеҙҙең кеүек егеткә,
Күңелегеҙ йәш, мохтаж түгел
Беҙҙең өндәү-өгөткә.
Елкендерер йөрәктәрҙе
Һеҙҙең өр-яңы йырҙар,
Аҡһаҡаллылыҡ аҡылы
Беҙҙең күңелде нурлар.
Һикһән биш тә йәшме ни ул
Исмәғилев кеүеккә –
Өҙә баҫып, йырлап торған
Һай уҙаман егеткә!
***
2013, 9 май. Татлыла туғандар йыйылды. Арабыҙҙан иң олоһо – Ғәзиз ағай табында һүҙҙе ошолай башланы:
– Бына беҙ әле ултырған урамдан һуғышҡа 27 кеше киткәйне. Шуларҙың бары етәүһе генә әйләнеп ҡайтты. Өйҙә ҡалғандарға ла еңел булманы – аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш...
43-сө йыл (ағайға 13 йәш булған) күрше ауылда геологтар ятты. Шулар бер кейем сабатаға 100 грамм он бирә ине. Көнөнә дүрт кейем сабата үрә инем. Аҙна аҙағында 28 кейем сабатаны ялтыратып йөкмәп, күрше ауылға китәм, 2 килограмм 800 грамм он алып ҡайтам. Бер тапҡыр ярма бирҙеләр...
Һуғыш башланған йылы көнөнә кеше башына 450 грамм икмәк бирәләр ине. 1943-тә 150 грамға ҡалды. Һуғыш бөткәнсә шулай бирҙеләр...
Бик мөһим бер нәмәне яҙырға онотҡанмын.
– Урамыбыҙҙан киткән 27 кешенең ҡайһы берҙәренең 4-5 балаһы ҡалды. Әсәйҙәр үҙе ас булғанда ла, бер балаһын да балалар йортона бирмәне... – тине Ғәзиз ағай.
Ҡәйнәмдең һөйләгәнен мин дә хәтерләйем әле. Төрлө йәштәге 3 балаһы астан үлмәһен өсөн бергә имеҙгән ул. Үҙем башым әйләнеп йығылғылай торғайным, ти ине.
***
Һуғыш башланғанда 11 генә йәшлек булған әсәйем. Ул һөйләгәндәрҙән.
Ирҙәр һуғышҡа китеп бөттө. Тотош колхоз эше ҡатын-ҡыҙ, балалар елкәһендә ҡалды. Көндөҙ баҫыуҙа тырма артынан ҡалған башаҡты йыябыҙ, төнөн иген һуҡҡан ерҙә иген көрәйбеҙ. Үлтереп йоҡо килә – аяҡ өҫтө тороп, лобогрейкаға тотоноп йоҡлай торғайным.
Ҡайтҡанда кейемде тикшерәләр – берәй ус иген урланмағанмы, йәнәһе. Ойоҡбаш ҡунысында иген табылған 18 йәшлек ҡыҙҙы төрмәгә ебәрҙеләр. Унан хат килде:
– Эш колхоздыҡынан ауырыраҡ түгел, әммә режим менән ашаталар, ИКМӘК бирәләр.
Шул хаттан һуң беҙҙең ҡыҙҙар рәттән иген менән тотола башланы.
...Күрше ҡатын өс балаһы менән астан үлде.
***
Күп йылдар күрешмәгән әхирәтемә көндәлек тә түгел, яҙып барған тәьҫораттарымды уҡырға биргәйнем.
– Ваҡиғалар, тормош күренештәре менән йәшәйһең икән, – тип минең үҙем өсөн көтөлмәгән һығымта яһап ҡуйҙы. – Кешеләр менән мөнәсәбәттәрең ерле юҡ. Булғаны, әйтерһең, тик шатлыҡ килтереп тороусылар ғына. Ҡайһы берҙә берәйһенә төрттөрөп кенә әйттеңме әллә?
***
Ысынлап, яманлыҡ ҡылыусыларҙы күңелдән юйырға тырышам, ахыры. Шуға яҙмаларыма ла индермәгәнмендер. Ҡабаттан уҡығанда ниңә инде күптәнге яраларҙы ҡуҙғытырға, асырға...
Төрттөрөү иһә, ғөмүмән, минең холоҡ түгел. Мин ҡаты итеп күҙгә ҡарап әйтә алам. Унда ла – ныҡ йәнемә тейһәләр.
Нимәлер буйынса фекер белдерәм икән, был тәғәйен кеше түгел, ә күренеш тураһында...