Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урал батыр” эпосында үлемһеҙлек
“Урал батыр” эпосында үлемһеҙлек
Аяҙ көндә күк күкрәне, аяҡ аҫтында ер убылғандай булды... Сыуаҡ көндөң шаһиты булған күк йөҙөндәге алтын тәңкә ауыр болот мендәрен яҫтанды. Ер йөҙө ҡара шәлен ябынған көн ине был... Урал ауҙы... Урал үлде, ләкин башҡаларға йәшәү, ғүмер бирҙе – юҡҡа ауманы. Юҡ, ауманы ул! “Ерҙәге тереклектең ғүмере ни өсөн сикләнгән, шул сикте билдәләүсе Әжәлдең үҙен үлтергәндә, ғүмерҙе мәңгелек итеп булмаймы?” тигән һорау менән янып-көйгән, Ер тормошоноң мәңгелеген хәл иткән Урал халҡы йәшәгән төбәктең “кендегендә” иң бейек урында, Йәшәүҙең әжәлдән көслө икәнен раҫлап, бары мөһабәтерәк булып ҡалҡып сыҡты!
Һәр изге йәндең тән йылыһын биреп, күңелендәге рәхмәтенә һуғарыл­ған берәр ус тупраҡтарҙан яңынан хасил булды Урал! Был юлы ул мәң­гелеккә тыуҙы! Мәңгелеккә һәм халҡы өсөн. Был мәғрур бейеклектәр – Уралтау һырты – башҡорт халҡына һәм ерҙәренә тарих, тиңһеҙ тәбиғи байлыҡ бүләк иткән Урал батырҙың ҡаһарман­лығына мәңгелек һәйкәл. Был фекеремде Ғ. Сәләм дә ҡеүәтләй: “Ватан даны өсөн көрәштә үлеү үҙе ғүмер, йәшәү түгелме?”
...Әҫәрҙән алыҫ ысынбарлыҡтың ауаздары ишетелә. Күктә бөркөт саң­ҡый, ыласындар өйөрөлә. Ерҙә яуыз­лыҡ япҡан ҡара пәрҙәләр аша яҡты­лыҡ нурҙары емелдәй. Ул нурҙар бына-бына йыртып килеп өҫкә сығыр ҙа, бөтә Ер йөҙөнә оло бер йылылыҡ, изгелек таратҡан шарға әйләнерҙәй булып, күҙҙе ҡамаштырып балҡый.
Ерҙәге ҡара эштәргә күптәрҙең йөрәге әрней, тик уларҙы кире ҡағырға ғына хәлдәренән килмәй. Быларҙы уйлауҙан ғына ла ғәҙел Урал йөрәге ажарланып шәберәк тибә, тамырҙа­рында ҡаны ҡайнай: яуызлыҡты һис шикһеҙ еңергә! Башта бер уй баһа­дирҙың – тәндәре күккә көл булып осҡан иҫәпһеҙ ҡыҙҙарҙың, кәүҙә өлөш­тәре ҡош-ҡортҡа емтек булған бер гонаһһыҙ ғәзиз йәндәр өсөн дә үс алырға яуыз Ҡатилдан! Һынауҙарға бирешмәй үткән ауыр һәм оҙон юлы­ның офоғондағы өмөт йондоҙҙары балҡышы маһир, таһыллы Уралды тиңһеҙ еңеүҙәргә илтә! Эйе, Ер йөҙө Ҡәһҡәһәнән азат, тик яуызлыҡты төбө-тамыры менән аҡтарып сығармаһаң, ул баҡсаны баҫҡан аҡтамыр үләне кеүек, ҡара эштәрен йәнә лә башлая­сағын һиҙә кешелектең мәңгелеген ҡайғыртҡан Урал. Был көрәше оло еңеүҙәренең башы ғына икәненә лә шикләнмәй ул. Һәр атҡан көнөн уяу ҡаршылай, һәр төн айға ҡарап доға ҡыла: еремә йәшәү бир!
Ер аҫты батшалығынан ҡара таплы, шомло ергә ҡарап рәхәтлек кисергән Әзрәҡәнең дә гонаһлы эштәренән азат итә ерҙе яҡтылыҡ, яҡшылыҡ һөйгән Урал.
Үлем менән йәшәү хаҡында һүҙ барғанда ҡан туған хаҡы менән дә иҫәпләшмәй. Яуызлыҡ арбаһына ултырып, уның көйөн көйләгән Шүлгәнгә ҡаршы барып, ул тыуған ергә булған үлемһеҙ һөйөүен, кеше ғүмере – йәшәү – өсөн янып-көйөүен тағы ла бер ҡат иҫбатлай:
Яҡшылыҡтан күҙ йомдоң,
Ҡан ҡойорға ынтылдың,
Илде утта ҡалдырҙың,
Күпме һыуҙы батырҙың...
... Яманлыҡты яҡшылыҡ
Еңгәнен хәҙер белдеңме?
Кешеләрҙең донъяла
Өҫтөнлөгөн күрҙеңме? – һүҙҙәренән ерҙә йәшәгән һәр бер тереклек һәм һәр бер кеше иңенә төшкән яуыз­лыҡ­тан бөгөлмәҫкә көс таба, йәшәүгә өмөт уяна.
... Сут-сут. Ҡоштар күңеллерәк йыр башланы. Сылтыр йылғалар юлын дәртлерәк дауам итте. Әле яңы ғына ер өҫтөндә баҙлап ҡына емелдәгән эҙҙәр балҡып күтәрелеп, оло бер йомғаҡҡа ойошоп, ерҙе изгелек нур­ҙарына ҡойондора. Оло юғалтыу кисереүе Кешелекте йәшәү тигән ҙур табышҡа илтте, матурлыҡҡа сол­ғаны... Шағирыбыҙ Рәми ағай Ғари­пов әйтмешләй: “Үлемдә лә матурлыҡ бар, Илем, тиеп, үлһәң яуҙарҙа”.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529