Аяҙ көндә күк күкрәне, аяҡ аҫтында ер убылғандай булды... Сыуаҡ көндөң шаһиты булған күк йөҙөндәге алтын тәңкә ауыр болот мендәрен яҫтанды. Ер йөҙө ҡара шәлен ябынған көн ине был... Урал ауҙы... Урал үлде, ләкин башҡаларға йәшәү, ғүмер бирҙе – юҡҡа ауманы. Юҡ, ауманы ул! “Ерҙәге тереклектең ғүмере ни өсөн сикләнгән, шул сикте билдәләүсе Әжәлдең үҙен үлтергәндә, ғүмерҙе мәңгелек итеп булмаймы?” тигән һорау менән янып-көйгән, Ер тормошоноң мәңгелеген хәл иткән Урал халҡы йәшәгән төбәктең “кендегендә” иң бейек урында, Йәшәүҙең әжәлдән көслө икәнен раҫлап, бары мөһабәтерәк булып ҡалҡып сыҡты! Һәр изге йәндең тән йылыһын биреп, күңелендәге рәхмәтенә һуғарылған берәр ус тупраҡтарҙан яңынан хасил булды Урал! Был юлы ул мәңгелеккә тыуҙы! Мәңгелеккә һәм халҡы өсөн. Был мәғрур бейеклектәр – Уралтау һырты – башҡорт халҡына һәм ерҙәренә тарих, тиңһеҙ тәбиғи байлыҡ бүләк иткән Урал батырҙың ҡаһарманлығына мәңгелек һәйкәл. Был фекеремде Ғ. Сәләм дә ҡеүәтләй: “Ватан даны өсөн көрәштә үлеү үҙе ғүмер, йәшәү түгелме?”
...Әҫәрҙән алыҫ ысынбарлыҡтың ауаздары ишетелә. Күктә бөркөт саңҡый, ыласындар өйөрөлә. Ерҙә яуызлыҡ япҡан ҡара пәрҙәләр аша яҡтылыҡ нурҙары емелдәй. Ул нурҙар бына-бына йыртып килеп өҫкә сығыр ҙа, бөтә Ер йөҙөнә оло бер йылылыҡ, изгелек таратҡан шарға әйләнерҙәй булып, күҙҙе ҡамаштырып балҡый.
Ерҙәге ҡара эштәргә күптәрҙең йөрәге әрней, тик уларҙы кире ҡағырға ғына хәлдәренән килмәй. Быларҙы уйлауҙан ғына ла ғәҙел Урал йөрәге ажарланып шәберәк тибә, тамырҙарында ҡаны ҡайнай: яуызлыҡты һис шикһеҙ еңергә! Башта бер уй баһадирҙың – тәндәре күккә көл булып осҡан иҫәпһеҙ ҡыҙҙарҙың, кәүҙә өлөштәре ҡош-ҡортҡа емтек булған бер гонаһһыҙ ғәзиз йәндәр өсөн дә үс алырға яуыз Ҡатилдан! Һынауҙарға бирешмәй үткән ауыр һәм оҙон юлының офоғондағы өмөт йондоҙҙары балҡышы маһир, таһыллы Уралды тиңһеҙ еңеүҙәргә илтә! Эйе, Ер йөҙө Ҡәһҡәһәнән азат, тик яуызлыҡты төбө-тамыры менән аҡтарып сығармаһаң, ул баҡсаны баҫҡан аҡтамыр үләне кеүек, ҡара эштәрен йәнә лә башлаясағын һиҙә кешелектең мәңгелеген ҡайғыртҡан Урал. Был көрәше оло еңеүҙәренең башы ғына икәненә лә шикләнмәй ул. Һәр атҡан көнөн уяу ҡаршылай, һәр төн айға ҡарап доға ҡыла: еремә йәшәү бир!
Ер аҫты батшалығынан ҡара таплы, шомло ергә ҡарап рәхәтлек кисергән Әзрәҡәнең дә гонаһлы эштәренән азат итә ерҙе яҡтылыҡ, яҡшылыҡ һөйгән Урал.
Үлем менән йәшәү хаҡында һүҙ барғанда ҡан туған хаҡы менән дә иҫәпләшмәй. Яуызлыҡ арбаһына ултырып, уның көйөн көйләгән Шүлгәнгә ҡаршы барып, ул тыуған ергә булған үлемһеҙ һөйөүен, кеше ғүмере – йәшәү – өсөн янып-көйөүен тағы ла бер ҡат иҫбатлай:
Яҡшылыҡтан күҙ йомдоң,
Ҡан ҡойорға ынтылдың,
Илде утта ҡалдырҙың,
Күпме һыуҙы батырҙың...
... Яманлыҡты яҡшылыҡ
Еңгәнен хәҙер белдеңме?
Кешеләрҙең донъяла
Өҫтөнлөгөн күрҙеңме? – һүҙҙәренән ерҙә йәшәгән һәр бер тереклек һәм һәр бер кеше иңенә төшкән яуызлыҡтан бөгөлмәҫкә көс таба, йәшәүгә өмөт уяна.
... Сут-сут. Ҡоштар күңеллерәк йыр башланы. Сылтыр йылғалар юлын дәртлерәк дауам итте. Әле яңы ғына ер өҫтөндә баҙлап ҡына емелдәгән эҙҙәр балҡып күтәрелеп, оло бер йомғаҡҡа ойошоп, ерҙе изгелек нурҙарына ҡойондора. Оло юғалтыу кисереүе Кешелекте йәшәү тигән ҙур табышҡа илтте, матурлыҡҡа солғаны... Шағирыбыҙ Рәми ағай Ғарипов әйтмешләй: “Үлемдә лә матурлыҡ бар, Илем, тиеп, үлһәң яуҙарҙа”.