Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ниндәй бәхет, малай-шалай һырып алһа: “Ағай! Ағай!..”
Ниндәй бәхет, малай-шалай һырып алһа: “Ағай! Ағай!..” Ҡыңғырау шылтырағанын ишетмәгәндәй гөжләгән уҡыусылар ҡәтғи һәм талапсан әйтелгән бер һүҙҙән шып-шым булды. “Тынысландыҡ!” Сәпкә туп-тура килеп ҡаҙалған уҡтай, ҡымшанырға ла урын ҡалдырманы ир һүҙе.

– Ҡаты булырға тура килә. Уҡыусы мәктәптә ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ир-аттың да тауышын ишетергә тейеш бит, – тип шаярыу ҡатыш әйтеп ҡуйҙы тарих уҡытыусыһы Наил Әминев. – Тыңлайҙар. Ҡөрьәндә лә ир-ат һүҙе­нең көслөрәк, күпкә йоғонтолораҡ булыуы хаҡында әйтелгән бит.
Наил Радик улы – Сибай егете. Тамырҙары Баймаҡ яғына барып тоташа уның. Тыуған ҡа­ла­һындағы 13-сө башҡорт мәктәбендә, артабан БДУ-ның Сибай институтындағы тарих факультетында белем алыу егеттең күңелен­дәге рухты нығытып, дәрт-дарманды ҡайнатып ебәрә.
– Беҙҙе һәр ваҡыт юғары маҡсатҡа ынтылдырып тәрбиәләнеләр, – ти Наил Радик улы. – Туҡтамайса алға барырға өйрәттеләр. Шуғалыр ҙа институттан һуң аспирантураға индем, баш ҡалабыҙға юлландым. Канди­датлыҡ диссертацияһын яҡлағас, Чехияға китеү ине уйым. Унда ғалимдарҙың статусы ҙур, эш хаҡы юғары, үҫеш мөмкинлеге киң... Ситтә уҡыуға түләп, йәшәү урынын хәстәрләп бөткәс... кире уйланым. Ҡырҙағына ҡыҙығып, ниңә үҙ ерен ташлап китергә тейеш әле ир кеше? Һәм ошо ҡарарыма һис тә үкенмәйем. Мәктәптә эшләгәнемә инде ете йыл булды. Нәҡ минең урын ул. Ә сит илдәрҙе сәйәхәт итеп тә күреп була. Уҡыусыларыма ла ошоно төшөндөрөргә тырышам.
Эйе, сәйәхәт итергә әүәҫ Наил Радик улы. Донъяның тиҫтәнән ашыу илен гиҙеп сыҡҡан инде. Хәҙер иһә үҙе генә йөрөмәй, балаларҙы ла ала. Мәҫәлән, тиҙҙән IX “Б” класы уҡыусылары менән Швеция һәм Финляндияға юлланасаҡтар.
– Халҡыбыҙҙың “Ҡырҡ тапҡыр ишеткәнсе, бер ҡат күреүең яҡшы” тигән һүҙҙәре тарих фәнен өйрәнгәндә айырыуса әһәмиәтле, – ти остаз. – Дәреслектә тасуирланған хәл-ваҡи­ғаларҙың аныҡ урынын барып күреү, ҡомарт­ҡыларға шаһит булыу, быуаттар һулышын тойоу йәш быуын күңеленә шул ҡәҙәр ныҡ йоғонто яһай. Тәьҫирләнеп, рухланып ҡайта­лар. Был фәнде шулай өйрәтмәйенсә лә булмай: кабинетта ултырып ҡына бала күңелендә үткәндәргә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Заман мәғарифы ла уҡытыусынан шуны талап итә бит.
Наил Әминев былтыр үҙенә “Башҡортос­танды иңләп-буйлап сығасаҡмын” тигән һүҙ биреп, быйыл ниәтенең бер өлөшөн тормошҡа ашырған: дуҫ-фекерҙәштәре менән бергә республиканың 26 районында, шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә булған. Киләһе йылға маҡсаты – ҡалған төбәктәрҙе күреү.
– Таулы яҡтарҙан күңелемә һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ көс тупланым. Бейеклектең ҡөҙрәте лә тап шундалыр: әҙәм балаһын ерҙән өҫкә күтәрелергә генә мәжбүр итмәй, ә кешелек сифаттарының, уй-маҡсаттарҙың юғары булырға тейешлегенә лә төшөндөрә. Тауҙарҙан алып ҡайтҡан яҡтылыҡты, көс-ҡеүәтте уҡыусыларыма тапшырырға тырышам. Шағир әйтмешләй, улар менәсәк фәндәр тауы бик бейек һәм бик текә – уны күңел ҡөҙрәтенән тыш яулау мөмкин түгел.
Бөгөнгө балалар ихлас, асыҡ күңелле, ти Наил Радик улы. Тик уларға тулы тәрбиә биреү өсөн мәктәптә ир-ат уҡытыусылар етеш­мәй. Башланғыс кластарҙан уҡ кәрәк көслө зат һүҙе, тәртип ҡағиҙәләре. Ә әле Рәсәйҙәге ир-егет педагогтарҙың өс проценты ғына бәлә­кәстәргә белем бирә. Шул уҡ ваҡытта, уҡытыу­сының фекеренсә, математика, физика, химия, тарих – көслө зат уҡыта торған предметтар.
– Ошо хәлдән сығыу, мәктәпкә ир-атты йәлеп итеү – күптән көнүҙәккә әйләнгән мәсьәлә, – ти Наил Әминев. – Ғөмүмән, уҡы­тыусы һөнәре дәүләттең ныҡлы хәстәрлегенә мохтаж. Уға юғары хеҙмәт хаҡы, торлаҡ алыу өсөн аҙ процентлы ипотека кредиты, өҫтәмә түләү һәм башҡа саралар аша йәлеп итеү ойошторолмаһа, йәштәрҙе был өлкәгә килтереп булмаясаҡ.
Дөйөм һөнәр һайлауға килгәндә, барлыҡ эштәр ҙә һәйбәт, тик улар лайыҡлы башҡарыл­һын. Мәҫәлән, уҡыусыларым араһынан берәү киләсәктә шәп слесарь һәм өлгөлө ғаилә башлығы, һоҡланғыс атай булып китә икән, минең мөғәллимлек бурысым үтәлде тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта кемдер, юғары белем алып та, һөнәрен тейешле кимәлдә башҡара алмаһа, унан ни фәтүә?..
Уҡытыусы үҙе юғарылыҡҡа ынтылмайынса, йәш быуынды фәндәр тауын яуларға әйҙәй алмай шул.


Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526