Ҡыңғырау шылтырағанын ишетмәгәндәй гөжләгән уҡыусылар ҡәтғи һәм талапсан әйтелгән бер һүҙҙән шып-шым булды. “Тынысландыҡ!” Сәпкә туп-тура килеп ҡаҙалған уҡтай, ҡымшанырға ла урын ҡалдырманы ир һүҙе.– Ҡаты булырға тура килә. Уҡыусы мәктәптә ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ир-аттың да тауышын ишетергә тейеш бит, – тип шаярыу ҡатыш әйтеп ҡуйҙы тарих уҡытыусыһы Наил Әминев. – Тыңлайҙар. Ҡөрьәндә лә ир-ат һүҙенең көслөрәк, күпкә йоғонтолораҡ булыуы хаҡында әйтелгән бит.
Наил Радик улы – Сибай егете. Тамырҙары Баймаҡ яғына барып тоташа уның. Тыуған ҡалаһындағы 13-сө башҡорт мәктәбендә, артабан БДУ-ның Сибай институтындағы тарих факультетында белем алыу егеттең күңелендәге рухты нығытып, дәрт-дарманды ҡайнатып ебәрә.
– Беҙҙе һәр ваҡыт юғары маҡсатҡа ынтылдырып тәрбиәләнеләр, – ти Наил Радик улы. – Туҡтамайса алға барырға өйрәттеләр. Шуғалыр ҙа институттан һуң аспирантураға индем, баш ҡалабыҙға юлландым. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағас, Чехияға китеү ине уйым. Унда ғалимдарҙың статусы ҙур, эш хаҡы юғары, үҫеш мөмкинлеге киң... Ситтә уҡыуға түләп, йәшәү урынын хәстәрләп бөткәс... кире уйланым. Ҡырҙағына ҡыҙығып, ниңә үҙ ерен ташлап китергә тейеш әле ир кеше? Һәм ошо ҡарарыма һис тә үкенмәйем. Мәктәптә эшләгәнемә инде ете йыл булды. Нәҡ минең урын ул. Ә сит илдәрҙе сәйәхәт итеп тә күреп була. Уҡыусыларыма ла ошоно төшөндөрөргә тырышам.
Эйе, сәйәхәт итергә әүәҫ Наил Радик улы. Донъяның тиҫтәнән ашыу илен гиҙеп сыҡҡан инде. Хәҙер иһә үҙе генә йөрөмәй, балаларҙы ла ала. Мәҫәлән, тиҙҙән IX “Б” класы уҡыусылары менән Швеция һәм Финляндияға юлланасаҡтар.
– Халҡыбыҙҙың “Ҡырҡ тапҡыр ишеткәнсе, бер ҡат күреүең яҡшы” тигән һүҙҙәре тарих фәнен өйрәнгәндә айырыуса әһәмиәтле, – ти остаз. – Дәреслектә тасуирланған хәл-ваҡиғаларҙың аныҡ урынын барып күреү, ҡомартҡыларға шаһит булыу, быуаттар һулышын тойоу йәш быуын күңеленә шул ҡәҙәр ныҡ йоғонто яһай. Тәьҫирләнеп, рухланып ҡайталар. Был фәнде шулай өйрәтмәйенсә лә булмай: кабинетта ултырып ҡына бала күңелендә үткәндәргә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыу мөмкин түгел. Хәрәкәттә – бәрәкәт. Заман мәғарифы ла уҡытыусынан шуны талап итә бит.
Наил Әминев былтыр үҙенә “Башҡортостанды иңләп-буйлап сығасаҡмын” тигән һүҙ биреп, быйыл ниәтенең бер өлөшөн тормошҡа ашырған: дуҫ-фекерҙәштәре менән бергә республиканың 26 районында, шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә булған. Киләһе йылға маҡсаты – ҡалған төбәктәрҙе күреү.
– Таулы яҡтарҙан күңелемә һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ көс тупланым. Бейеклектең ҡөҙрәте лә тап шундалыр: әҙәм балаһын ерҙән өҫкә күтәрелергә генә мәжбүр итмәй, ә кешелек сифаттарының, уй-маҡсаттарҙың юғары булырға тейешлегенә лә төшөндөрә. Тауҙарҙан алып ҡайтҡан яҡтылыҡты, көс-ҡеүәтте уҡыусыларыма тапшырырға тырышам. Шағир әйтмешләй, улар менәсәк фәндәр тауы бик бейек һәм бик текә – уны күңел ҡөҙрәтенән тыш яулау мөмкин түгел.
Бөгөнгө балалар ихлас, асыҡ күңелле, ти Наил Радик улы. Тик уларға тулы тәрбиә биреү өсөн мәктәптә ир-ат уҡытыусылар етешмәй. Башланғыс кластарҙан уҡ кәрәк көслө зат һүҙе, тәртип ҡағиҙәләре. Ә әле Рәсәйҙәге ир-егет педагогтарҙың өс проценты ғына бәләкәстәргә белем бирә. Шул уҡ ваҡытта, уҡытыусының фекеренсә, математика, физика, химия, тарих – көслө зат уҡыта торған предметтар.
– Ошо хәлдән сығыу, мәктәпкә ир-атты йәлеп итеү – күптән көнүҙәккә әйләнгән мәсьәлә, – ти Наил Әминев. – Ғөмүмән, уҡытыусы һөнәре дәүләттең ныҡлы хәстәрлегенә мохтаж. Уға юғары хеҙмәт хаҡы, торлаҡ алыу өсөн аҙ процентлы ипотека кредиты, өҫтәмә түләү һәм башҡа саралар аша йәлеп итеү ойошторолмаһа, йәштәрҙе был өлкәгә килтереп булмаясаҡ.
Дөйөм һөнәр һайлауға килгәндә, барлыҡ эштәр ҙә һәйбәт, тик улар лайыҡлы башҡарылһын. Мәҫәлән, уҡыусыларым араһынан берәү киләсәктә шәп слесарь һәм өлгөлө ғаилә башлығы, һоҡланғыс атай булып китә икән, минең мөғәллимлек бурысым үтәлде тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта кемдер, юғары белем алып та, һөнәрен тейешле кимәлдә башҡара алмаһа, унан ни фәтүә?..
Уҡытыусы үҙе юғарылыҡҡа ынтылмайынса, йәш быуынды фәндәр тауын яуларға әйҙәй алмай шул.