Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәүләткә ҡарамағас, көсһөҙмө?
Дәүләткә ҡарамағас, көсһөҙмө? “Бер нисә йыл элек улым, дәүләт ҡарамағындағы юғары уҡыу йортона инә алмағас, шәхси хеҙмәт күрһәткәненә барырға мәжбүр булғайны. “Унда нисек белем бирерҙәр, яңылышманыҡмы?” тигән һорау көн дә борсоно үҙебеҙҙе. Шикләндек. Ләкин, һөйөнөскә күрә, улым был уҡыу йортон шул ҡәҙәр яратты. Уны яҡшы тамамлап, әле һәйбәт урында эшләп йөрөй.
Ошо хәл мине яңыса уйларға мәжбүр итте. Дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарына ни өсөн тейешле кимәлдә иғтибар ителмәй икән? Уларҙың маҡсаты бит аҡса табыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Әгәр хеҙмәт сифатын сағыштырһаң, бәғзеләре дәүләт учреждениеларына ҡарағанда ла уңышлыраҡ эшләй”.
Редакцияла ошондай йөкмәткеле хат алғас, шәхси юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлек шарттарына байҡау яһаныҡ.


Күрһәткестәргә күҙ һалғанда, дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттары донъя мәғарифының алдынғы сафын билдәләй. Беҙҙең илдә иһә әлегә ундайҙарҙың мөмкинлектәре баһалап еткерелмәгән­дәй. Миҫал өсөн, Рәсәй – шәхси юғары уҡыу йорттарына финанс ярҙамы күр­һәт­мәгән, һалым буйынса ташлама яһа­маған берҙән-бер ил. Тимәк, был учреж­дениелар дөйөм мәнфәғәт өсөн эшләмәй кеүек килеп сыға түгелме? Әлбиттә, муниципаль һәм дәүләт белем биреү ойошмаларынан да һалым алына, әммә сы­ғым ойоштороусы, йәғни дәүләт­тең үҙе тарафынан бүленгән субсидия иҫәбенән ҡаплана.
Өҫтәүенә, һалым ҡануниәтенә ярашлы, шәхси юғары уҡыу йорттары интеллектуаль эшмәкәрлегенән 10 проценттан ашыу табыш алыу мөмкинлегенә эйә тү­гел. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге дәүләткә ҡа­ра­маған ҡайһы бер мәғариф учрежде­ние­лары, төрлө заманса ҡорамалдар, на­ноприборҙар етештереп, улар менән донъяның тиҫтәләгән илен даими тәьмин итә. Ә белем усағы алған ошо табыштың ун процентҡа тиклеменә генә дәғүә итә ала.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлегенә мониторинг үткәрелә. Һынауҙан дәүләткә ҡарамағандары ла ситтә ҡалмай. Улар­ҙың етәкселәре белдереүенсә, баһалау критерийҙары исемлегенә “ғилми эшмә­кәрлектән табыш алыу” тигән пунктты ла индерергә кәрәк. Шулай иткәндә, хеҙ­мәт һөҙөмтәһе күренәсәк, дәүләт ойошмаларынан айырма бармы-юҡмы икән­леге асыҡланасаҡ, тиҙәр.
Ғөмүмән, тәү сиратта шәхси учрежде­ниеларҙың ни теләгәнен аңларға кәрәк. Улар фәҡәт аҡса эшләргә теләйме, әллә конкурентлыҡҡа һәләтле белем биреү ойошторорға ынтыламы? Маҡ­саттың икенсеһе дөрөҫләнә икән, һис шикһеҙ, шәхси юғары уҡыу йортон үҫтереүгә булышлыҡ итеү мөһим. Был йәһәттән ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа 2014 йылғы Мөрә­жәғәтнамәһендә: “Дәүләткә ҡарамаған секторҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыуҙы туҡта­тырға кәрәк. Бүленеүҙе бөтөрөү мөһим”, – тип белдергәйне. Рәсәй етәксеһе шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойош­маларға дәүләт тарафынан артабан да ярҙам күрһәтеләсәген, уларҙа Ватан алдындағы бурысын тойған кешеләр тупланғанын билдәләне. “Был граждан­дарҙың ни ҡәҙәр әүҙем, эшлекле икән­леген күрәбеҙ, – тине Владимир Путин. – Киҫкен мәсьәләләрҙе күтәреп кенә ҡалмайҙар, ә уларҙы хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашалар. Тимәк, улар – илдең гражданлыҡ ҡеүәте”.
Илебеҙгә ғилми асыштар, яңы техно­логиялар, заманса фекерләгән бел­гестәр кәрәк. Улар – иҡтисади үҫештең төп нигеҙе. Тимәк, конкурентлыҡҡа һәләтле икән, дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттары һәр яҡлап ҡеүәтләнергә тейеш.
Бөгөн бөтөн донъяла мәғариф экспорт тармаҡ булараҡ үҫеш ала. Был йәһәттән иң алда Австралия бара. Асыҡланы­уын­са, унда дәүләткә ҡараған юғары уҡыу йорттарын ғына финанслаған ва­ҡытта эш ырамаған. Һөҙөмтәлә бюджет ярҙамын алыуҙы конкурс нигеҙенә кү­сер­гәндәр. Аҡсаға дәғүә итеү мөмкин­леге дәүләткә ҡарамаған белем учреждениеларына ла бирелгән. Шулай итеп, хәлде тамырынан үҙгәртеүгә өлгәшкән­дәр. Хәҙер Австралия, белем биреү хеҙ­мәттәрен үҫтереү буйынса алдынғылар рәтен биләп, был тармаҡтан иҡтисади табыш ала.
Ҡытайҙы ла миҫал итеп килтерәйек. Мәғлүм булыуынса, улар шәхси юғары уҡыу йорттарын булдырыу эшенә Рә­сәйҙән һуңыраҡ тотонғайны. Делегациялары беҙҙең мәғариф учрежде­ние­ларының тәжрибәһен дә өйрәнеп йөрөнө. Хәҙер иһә нисек? Аныҡ маҡсат ҡуйып, дәүләткә ҡарамаған белем биреү секторында тулы тәртип булдырып, алдын­ғылар рәтендә баралар. Үҫеш нигеҙе – мәғариф тармағын конкурентлыҡҡа һә­ләтле итеп ҡороуҙа. Беҙҙә ошо хәҡиҡәт ҡасан тулыһынса таныла башлар?





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531