“Бер нисә йыл элек улым, дәүләт ҡарамағындағы юғары уҡыу йортона инә алмағас, шәхси хеҙмәт күрһәткәненә барырға мәжбүр булғайны. “Унда нисек белем бирерҙәр, яңылышманыҡмы?” тигән һорау көн дә борсоно үҙебеҙҙе. Шикләндек. Ләкин, һөйөнөскә күрә, улым был уҡыу йортон шул ҡәҙәр яратты. Уны яҡшы тамамлап, әле һәйбәт урында эшләп йөрөй.
Ошо хәл мине яңыса уйларға мәжбүр итте. Дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттарына ни өсөн тейешле кимәлдә иғтибар ителмәй икән? Уларҙың маҡсаты бит аҡса табыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Әгәр хеҙмәт сифатын сағыштырһаң, бәғзеләре дәүләт учреждениеларына ҡарағанда ла уңышлыраҡ эшләй”.
Редакцияла ошондай йөкмәткеле хат алғас, шәхси юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлек шарттарына байҡау яһаныҡ.Күрһәткестәргә күҙ һалғанда, дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттары донъя мәғарифының алдынғы сафын билдәләй. Беҙҙең илдә иһә әлегә ундайҙарҙың мөмкинлектәре баһалап еткерелмәгәндәй. Миҫал өсөн, Рәсәй – шәхси юғары уҡыу йорттарына финанс ярҙамы күрһәтмәгән, һалым буйынса ташлама яһамаған берҙән-бер ил. Тимәк, был учреждениелар дөйөм мәнфәғәт өсөн эшләмәй кеүек килеп сыға түгелме? Әлбиттә, муниципаль һәм дәүләт белем биреү ойошмаларынан да һалым алына, әммә сығым ойоштороусы, йәғни дәүләттең үҙе тарафынан бүленгән субсидия иҫәбенән ҡаплана.
Өҫтәүенә, һалым ҡануниәтенә ярашлы, шәхси юғары уҡыу йорттары интеллектуаль эшмәкәрлегенән 10 проценттан ашыу табыш алыу мөмкинлегенә эйә түгел. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге дәүләткә ҡарамаған ҡайһы бер мәғариф учреждениелары, төрлө заманса ҡорамалдар, наноприборҙар етештереп, улар менән донъяның тиҫтәләгән илен даими тәьмин итә. Ә белем усағы алған ошо табыштың ун процентҡа тиклеменә генә дәғүә итә ала.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлегенә мониторинг үткәрелә. Һынауҙан дәүләткә ҡарамағандары ла ситтә ҡалмай. Уларҙың етәкселәре белдереүенсә, баһалау критерийҙары исемлегенә “ғилми эшмәкәрлектән табыш алыу” тигән пунктты ла индерергә кәрәк. Шулай иткәндә, хеҙмәт һөҙөмтәһе күренәсәк, дәүләт ойошмаларынан айырма бармы-юҡмы икәнлеге асыҡланасаҡ, тиҙәр.
Ғөмүмән, тәү сиратта шәхси учреждениеларҙың ни теләгәнен аңларға кәрәк. Улар фәҡәт аҡса эшләргә теләйме, әллә конкурентлыҡҡа һәләтле белем биреү ойошторорға ынтыламы? Маҡсаттың икенсеһе дөрөҫләнә икән, һис шикһеҙ, шәхси юғары уҡыу йортон үҫтереүгә булышлыҡ итеү мөһим. Был йәһәттән ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа 2014 йылғы Мөрәжәғәтнамәһендә: “Дәүләткә ҡарамаған секторҙың хоҡуҡтарын ҡыҫыуҙы туҡтатырға кәрәк. Бүленеүҙе бөтөрөү мөһим”, – тип белдергәйне. Рәсәй етәксеһе шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт тарафынан артабан да ярҙам күрһәтеләсәген, уларҙа Ватан алдындағы бурысын тойған кешеләр тупланғанын билдәләне. “Был граждандарҙың ни ҡәҙәр әүҙем, эшлекле икәнлеген күрәбеҙ, – тине Владимир Путин. – Киҫкен мәсьәләләрҙе күтәреп кенә ҡалмайҙар, ә уларҙы хәл итеүҙә туранан-тура ҡатнашалар. Тимәк, улар – илдең гражданлыҡ ҡеүәте”.
Илебеҙгә ғилми асыштар, яңы технологиялар, заманса фекерләгән белгестәр кәрәк. Улар – иҡтисади үҫештең төп нигеҙе. Тимәк, конкурентлыҡҡа һәләтле икән, дәүләткә ҡарамаған юғары уҡыу йорттары һәр яҡлап ҡеүәтләнергә тейеш.
Бөгөн бөтөн донъяла мәғариф экспорт тармаҡ булараҡ үҫеш ала. Был йәһәттән иң алда Австралия бара. Асыҡланыуынса, унда дәүләткә ҡараған юғары уҡыу йорттарын ғына финанслаған ваҡытта эш ырамаған. Һөҙөмтәлә бюджет ярҙамын алыуҙы конкурс нигеҙенә күсергәндәр. Аҡсаға дәғүә итеү мөмкинлеге дәүләткә ҡарамаған белем учреждениеларына ла бирелгән. Шулай итеп, хәлде тамырынан үҙгәртеүгә өлгәшкәндәр. Хәҙер Австралия, белем биреү хеҙмәттәрен үҫтереү буйынса алдынғылар рәтен биләп, был тармаҡтан иҡтисади табыш ала.
Ҡытайҙы ла миҫал итеп килтерәйек. Мәғлүм булыуынса, улар шәхси юғары уҡыу йорттарын булдырыу эшенә Рәсәйҙән һуңыраҡ тотонғайны. Делегациялары беҙҙең мәғариф учреждениеларының тәжрибәһен дә өйрәнеп йөрөнө. Хәҙер иһә нисек? Аныҡ маҡсат ҡуйып, дәүләткә ҡарамаған белем биреү секторында тулы тәртип булдырып, алдынғылар рәтендә баралар. Үҫеш нигеҙе – мәғариф тармағын конкурентлыҡҡа һәләтле итеп ҡороуҙа. Беҙҙә ошо хәҡиҡәт ҡасан тулыһынса таныла башлар?