Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сабыйың уйнай беләме?
Сабыйың уйнай беләме? Бәләкәй саҡта “Ҙурайғас кем булаһың?” тигән һорауҙы йыш бирәләр ине. Ҡыҙҙарҙың күбеһе — уҡытыусы, врач йә һатыусы, малайҙар иһә — тракторсы, водитель, осоусы... Уйнағанда ла ошо һөнәр эйәләре булып ҡыландыҡ. Үҙебеҙҙән кескәйерәктәрҙе һанарға, уҡырға, яҙырға өйрәтәбеҙ. Билдә ҡуйырға журналыбыҙ, таҡтаға яҙырға аҡбурыбыҙ, указкабыҙ бар. Иренде ҡыҙылға буяйбыҙ, уҡытыусы фәҡәт шулай булырға тейеш тип уйлайбыҙ.

“Өй” яһап уйнамағандар бик һирәктер. Ултырғыстарҙы теҙеп йәки өҫтәлде карауат япмаһы менән ябып, йорт эсен ҡораһың, ҡунаҡҡа саҡырышаһың. Өйҙө болартаһығыҙ тип әрләгән кеше юҡ. Өлкәндәрҙең үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте.
Бер ваҡыт “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан ҡатын-ҡыҙ һүрәттәрен ҡырҡып алып уйнарға ғәҙәтләндек. Урта һәм өлкән быуын гүзәл зат­тары хәтерләйҙер: журнал урта­һында кейем бесергә һәм тегергә өйрәткән ҡушымта була торғайны. Әҙер әйбер ғәмәлдә нисек булырға тейешлеген күрһәтеп, уларҙы һындарға кейҙерәләр ине. Шуларға кейем һүрәте төшөрәбеҙ ҙә, ҡырҡып, “алмаш“ күлдәк әҙерләйбеҙ.
Әсәй-атай булып та уйнайбыҙ. Унан өйҙә “Һәпәләк”, “Йәшенмәк” йәки башҡа зирәклеккә, отҡорлоҡҡа уйындар башлана, урамда иһә — баҫтырыш, йәшенмәк... Ә күпме һанағысты яттан белә инек.
Яҙ ер ҡарҙан әрселеү менән бө­төн балалар бергә йыйыла. Кесе­рәктәр, ҙурҙарға ҡарап, командала уйнарға, апайҙары, ағайҙары өсөн “көйөргә”, өлкәнерәктәр — бәлә­кәйҙәрҙе, көслөләр көсһөҙөрәктәрҙе хәстәрләргә, ярҙам итергә өйрәнде.
Ә бөгөнгө балалар ниндәй? Дөрөҫөн әйткәндә, уйнамайҙар, үҙ-үҙенә йомолалар, сөнки хәҙер бөтәһенең дә өйөндә компьютеры, планшеты йә башҡа заман ҡорамалдары бар. Һәр кем тыныс ҡына үҙ мөйөшөнә барып ултыра ла мониторға тексәйә, иң мөһиме — бер кем дә ҡамасауламаһын. Балаһы — ата-әсәһенә, ата-әсәһе — балаһына.
Хәҙерге балаларҙың уйындары ла башҡаса. Төҙөү, нимәлер эшләү кеүек ижадилыҡ талап иткәндәре бик һирәк. Булһа ла, иң бәләкәстәр өсөндөр, бәлки. Күберәге — емереү, үлтереү, юҡ итеү, ҡасыу, баҫтырыу, тотоу, атыу, ватыу... Тормошта бул­маған ҡурҡыныс мифик заттарға ҡаршы көрәш. Был уйындар психик яҡтан нығынып өлгөрмәгән бала­ларҙа насар теләктән башҡа бер нәмә лә тәрбиәләмәй. Ундай ба­лаларҙың күбеһе эргә-тирәһен­дәгеләргә ҡарата тупаҫ, яндырай, тиҙ ҡыҙып барыусан, үсексән, түҙемһеҙ була.
Күптән түгел бер танышыма ин­гәй­нем. Үҫмер улын дәрес әҙер­ләр­гә ултырта алмай аптыраған мәленә тура килдем. Сит кеше бар тип тә уйламай, әсәһе менән тел­ләшә: “Дәресеңде ҡара, тиеүегеҙ менән туйҙырҙығыҙ инде. Уйнап бөтәм дә әҙерләйем, тинем бит!..” Ипләп кенә ни менән шөғөлләнеүе тураһында һорашам. “Ҡараһаң, бөтәһе лә аңлашыла ул”, — тине лә, “эш”ен дауам итте үҫмер.
Баҡтиһәң, ул — ниндәйҙер супермен. Үҙе күренмәй, ә ҡулындағы бы­сағы ғына ялт-йолт итә. Аҙым һа­йын төрлө мөйөштән килеп сыҡ­ҡан тере мәйеттәрҙе теге донъяға оҙатыу икән уйындың маҡсаты. Саҡ ҡына иғтибарһыҙлыҡ күрһәтһәң, осло тештәре күренгән, ҡанһыраған ауыҙҙарын асып, зомбиҙар үҙҙәре ташлана. Үҫмерҙең тексәйеп, кө­сөр­гәнешле ултырыуҙан күҙе ҡы­ҙарған, йөҙө асыулы. Был уйындың балала ниндәй тойғолар уятҡанын, ниндәй сифаттар тәрбиәләгәнен аңлағанһығыҙҙыр инде.
Тәрбиәсе булып эшләгән танышым сабыйҙарҙың коллективта, командала уйнай белмәүе тура­һында зарланып һөйләне. Хәҙер бит ғаиләләрҙең күбеһендә бер йәки ике генә бала! Ҡайҙан һәпә­ләк, йә­шенмәк уйнай белһендәр? Ысынъя­һау итеп йыйыштырылған өйҙә нисек баҫтырыш уйнаһындар? Ҡайҙа инде ул күршенең балаһын инде­реү? Ҡиммәтле люстра ватыл­маһын, затлы келәм, йыһаз бысран­маһын тиһәң, ысынлап та, иң яҡшыһы — балаларҙың компью­терға йәки уйын приставкаһына тексәйеп ултырыуы инде. “Баҡсаға йөрөй башлағандарға ябай ғына уйындарҙы, физик күнекмәләрҙе саҡ өйрәтеп алабыҙ. Балаларҙың уларға хәтере лә етмәй, теләге лә юҡ. Уның ҡарауы, компьютер уйындарының ниндәйен генә белмәйҙәр”, — ти танышым.
“Тормоштан артта ҡалаһың. Нин­дәй һәпәләк, ниндәй йәшенмәк, ти ул бөгөнгө заманда?” — тиер кемдер. Эйе, балаларыбыҙ, һис шикһеҙ, алға ҡарап йәшәргә, заман менән бергә атларға тейеш. Ярай, беҙ яратҡандарҙы уйнамаһындар ҙа, ти. Әммә өс-дүрт сәғәт буйы компьютерҙа ултырған бала нисек һағайтмаһын?!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 111

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 465

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 099

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 909

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 668

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 254

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 576

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529