Бәләкәй саҡта “Ҙурайғас кем булаһың?” тигән һорауҙы йыш бирәләр ине. Ҡыҙҙарҙың күбеһе — уҡытыусы, врач йә һатыусы, малайҙар иһә — тракторсы, водитель, осоусы... Уйнағанда ла ошо һөнәр эйәләре булып ҡыландыҡ. Үҙебеҙҙән кескәйерәктәрҙе һанарға, уҡырға, яҙырға өйрәтәбеҙ. Билдә ҡуйырға журналыбыҙ, таҡтаға яҙырға аҡбурыбыҙ, указкабыҙ бар. Иренде ҡыҙылға буяйбыҙ, уҡытыусы фәҡәт шулай булырға тейеш тип уйлайбыҙ. “Өй” яһап уйнамағандар бик һирәктер. Ултырғыстарҙы теҙеп йәки өҫтәлде карауат япмаһы менән ябып, йорт эсен ҡораһың, ҡунаҡҡа саҡырышаһың. Өйҙө болартаһығыҙ тип әрләгән кеше юҡ. Өлкәндәрҙең үҙ хәстәре, үҙ мәшәҡәте.
Бер ваҡыт “Башҡортостан ҡыҙы” журналынан ҡатын-ҡыҙ һүрәттәрен ҡырҡып алып уйнарға ғәҙәтләндек. Урта һәм өлкән быуын гүзәл заттары хәтерләйҙер: журнал уртаһында кейем бесергә һәм тегергә өйрәткән ҡушымта була торғайны. Әҙер әйбер ғәмәлдә нисек булырға тейешлеген күрһәтеп, уларҙы һындарға кейҙерәләр ине. Шуларға кейем һүрәте төшөрәбеҙ ҙә, ҡырҡып, “алмаш“ күлдәк әҙерләйбеҙ.
Әсәй-атай булып та уйнайбыҙ. Унан өйҙә “Һәпәләк”, “Йәшенмәк” йәки башҡа зирәклеккә, отҡорлоҡҡа уйындар башлана, урамда иһә — баҫтырыш, йәшенмәк... Ә күпме һанағысты яттан белә инек.
Яҙ ер ҡарҙан әрселеү менән бөтөн балалар бергә йыйыла. Кесерәктәр, ҙурҙарға ҡарап, командала уйнарға, апайҙары, ағайҙары өсөн “көйөргә”, өлкәнерәктәр — бәләкәйҙәрҙе, көслөләр көсһөҙөрәктәрҙе хәстәрләргә, ярҙам итергә өйрәнде.
Ә бөгөнгө балалар ниндәй? Дөрөҫөн әйткәндә, уйнамайҙар, үҙ-үҙенә йомолалар, сөнки хәҙер бөтәһенең дә өйөндә компьютеры, планшеты йә башҡа заман ҡорамалдары бар. Һәр кем тыныс ҡына үҙ мөйөшөнә барып ултыра ла мониторға тексәйә, иң мөһиме — бер кем дә ҡамасауламаһын. Балаһы — ата-әсәһенә, ата-әсәһе — балаһына.
Хәҙерге балаларҙың уйындары ла башҡаса. Төҙөү, нимәлер эшләү кеүек ижадилыҡ талап иткәндәре бик һирәк. Булһа ла, иң бәләкәстәр өсөндөр, бәлки. Күберәге — емереү, үлтереү, юҡ итеү, ҡасыу, баҫтырыу, тотоу, атыу, ватыу... Тормошта булмаған ҡурҡыныс мифик заттарға ҡаршы көрәш. Был уйындар психик яҡтан нығынып өлгөрмәгән балаларҙа насар теләктән башҡа бер нәмә лә тәрбиәләмәй. Ундай балаларҙың күбеһе эргә-тирәһендәгеләргә ҡарата тупаҫ, яндырай, тиҙ ҡыҙып барыусан, үсексән, түҙемһеҙ була.
Күптән түгел бер танышыма ингәйнем. Үҫмер улын дәрес әҙерләргә ултырта алмай аптыраған мәленә тура килдем. Сит кеше бар тип тә уйламай, әсәһе менән телләшә: “Дәресеңде ҡара, тиеүегеҙ менән туйҙырҙығыҙ инде. Уйнап бөтәм дә әҙерләйем, тинем бит!..” Ипләп кенә ни менән шөғөлләнеүе тураһында һорашам. “Ҡараһаң, бөтәһе лә аңлашыла ул”, — тине лә, “эш”ен дауам итте үҫмер.
Баҡтиһәң, ул — ниндәйҙер супермен. Үҙе күренмәй, ә ҡулындағы бысағы ғына ялт-йолт итә. Аҙым һайын төрлө мөйөштән килеп сыҡҡан тере мәйеттәрҙе теге донъяға оҙатыу икән уйындың маҡсаты. Саҡ ҡына иғтибарһыҙлыҡ күрһәтһәң, осло тештәре күренгән, ҡанһыраған ауыҙҙарын асып, зомбиҙар үҙҙәре ташлана. Үҫмерҙең тексәйеп, көсөргәнешле ултырыуҙан күҙе ҡыҙарған, йөҙө асыулы. Был уйындың балала ниндәй тойғолар уятҡанын, ниндәй сифаттар тәрбиәләгәнен аңлағанһығыҙҙыр инде.
Тәрбиәсе булып эшләгән танышым сабыйҙарҙың коллективта, командала уйнай белмәүе тураһында зарланып һөйләне. Хәҙер бит ғаиләләрҙең күбеһендә бер йәки ике генә бала! Ҡайҙан һәпәләк, йәшенмәк уйнай белһендәр? Ысынъяһау итеп йыйыштырылған өйҙә нисек баҫтырыш уйнаһындар? Ҡайҙа инде ул күршенең балаһын индереү? Ҡиммәтле люстра ватылмаһын, затлы келәм, йыһаз бысранмаһын тиһәң, ысынлап та, иң яҡшыһы — балаларҙың компьютерға йәки уйын приставкаһына тексәйеп ултырыуы инде. “Баҡсаға йөрөй башлағандарға ябай ғына уйындарҙы, физик күнекмәләрҙе саҡ өйрәтеп алабыҙ. Балаларҙың уларға хәтере лә етмәй, теләге лә юҡ. Уның ҡарауы, компьютер уйындарының ниндәйен генә белмәйҙәр”, — ти танышым.
“Тормоштан артта ҡалаһың. Ниндәй һәпәләк, ниндәй йәшенмәк, ти ул бөгөнгө заманда?” — тиер кемдер. Эйе, балаларыбыҙ, һис шикһеҙ, алға ҡарап йәшәргә, заман менән бергә атларға тейеш. Ярай, беҙ яратҡандарҙы уйнамаһындар ҙа, ти. Әммә өс-дүрт сәғәт буйы компьютерҙа ултырған бала нисек һағайтмаһын?!