Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туған телде һаҡлауҙың отошло юлы
Туған телде һаҡлауҙың отошло юлыИнтернетта, айырыуса "Бәйләнештә" ("Вконтакте") сайтында теркәлгәндәр белә: бөгөн донъя селтәрен "башҡортлаштырыу" бара. Күп төрлө милли төркөмдәр, сайттар булдырыла. Махсус тәржемәселәр йыйылып, ғөмүмән, сайтты башҡортсаға әйләндереү өҫтөндә эшләгәнен дә беләбеҙ. Ә кем һуң улар? Был эш ниндәй шарттарҙа башҡарыла? Бөгөн һүҙҙе ошоноң менән шөғөлләнеүселәргә бирәбеҙ.

“Бәйләнештә” башҡортлаша

Минән йыш ҡына: “Андроид өсөн клавиатура эшләгәндән һуң нимә менән шөғөлләнергә уйлайһың?” — тип һорайҙар. Әлбиттә, идеялар, башланған эш күп. Әммә бик ҙур, етди проекттар ошоғаса юҡ ине.

Майҙа Өфөнән: “Ни өсөн “Бәйләнештә” селтәре һаман булһа башҡортсаға тәржемә ителмәгән?” — тип яҙылған хат алдым. Көйләүҙәрҙәге телдәрҙе асып ҡараһам, унда хатта аҙ һанлы милләттәрҙең — тыва, ҡалмыҡ, эсперанто кеүектәрҙең — тәржемәләре бар. Ә башҡорт теле, ысынлап та, юҡ! Быға бик ғәжәпләндем. Шунда уҡ “Бәйләнештә” селтәренә башҡорт телен индереү проектына тотондом. Эште башлар алдынан үҙемә өс бурыс ҡуйҙым.
Беренсенән, “Бәйләнештә” ижтимағи селтәре – һис шикһеҙ, башҡорттар киң ҡулланған иң ҙур сайт һәм стратегик яҡтан мөһим сара. Ул, аралар алыҫлығына ҡарамаҫтан, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу мөмкинлеген бирә. Был сайтты яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар, ғөмүмән, зыялылар ғына түгел, ябай халыҡ та бик әүҙем файҙалана. Беҙ хәҙер ашығыс рәүештә йәнле һөйләш телен һаҡлау, уны Интернетҡа күсереү буйынса эшләргә тейешбеҙ.
Тәржемә менән бер рәттән икенсе стратегик бурыс — төп Интернет терминологияһын булдырыу. Тәржемәселәрҙең бурысы бик ҡатмарлы һәм яуаплы, сөнки һуңынан Интернет селтәрендә аралашыуҙың теүәллеге һәм сифаты яңы төшөнсәләрҙең ниндәй кимәлдә һайлап алыныуына бәйле буласаҡ. Бер яҡтан ҡарағанда, һүҙҙәр аңлайышлы ла, ғәҙәти ҙә булырға тейеш. Ләкин күп терминологик һүҙҙәр йә бер ваҡытта ла яңы мәғәнәлә ҡулланылмаған, йә бөтөнләй булмаған. Өҫтәүенә, телдең оҙайлы ваҡыт эсендә урыҫлаша, йотола барыуының эҙемтәләрен бөтөрөүе бик ауыр. Шуға күрә лә тәржемәселәр сит һүҙҙәрҙе үҙләштереү яҡлы түгел, уларҙы яҡшы аңлайым.
Етерлек терминология йыйылғандан һуң, ғалимдарҙың, белгестәрҙең һәм һөнәри берләшмәләрҙең фекерҙәрен, кәңәштәрен мотлаҡ иғтибарға аласаҡбыҙ. Һуңынан һәр кем ҡуллана алырлыҡ "онлайн-һүҙлек" төҙөләсәк. Уны башҡа проекттарҙың тәржемәселәре лә файҙалана ала. Был һүҙлек даими рәүештә тулыландырылып камиллаштырыласаҡ.
Өсөнсө мөһим бурыс — Интернет селтәрендә эшләүсе башҡорт тәржемәселәренең көслө берләшмәһен төҙөү. Бындай ойошма күптән кәрәк, уның юҡлығы үҙен ныҡ һиҙҙерә. "Википедия", "Яндекс", "Гугл", "Аndroid", "Windows", "Linux", "оpenOffice" кеүек күп проекттар башҡорт теленә тәржемәләүҙе көтә.

Глобаль "Интернет-ауыл"

2000 йылдарҙа башҡорттар ҙур ҡалаларға күпләп ағыла башланы. Шуға тиклем нәҡ ауылда башҡорт мәҙәниәте, теле йәшәне һәм һаҡланды. Ә беҙ был ваҡытта нимә эшләнек? Ауылдарҙың инфраструктураһын, йәғни мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа объекттар төҙөргә тырыштыҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың ҡалаға күпләп күсеп китеүе көсәйҙе генә.
Минеңсә, хәҙерге заман ысынбарлығы шарттарында мәҙәниәтебеҙ һәм туған телебеҙ күсер бер урын бар. Ул — ҙур башҡорт “Интернет-ауылы”, көслө, үҫешкән, заманса һәм яҡшы сифатлы "Башнет". Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы лабораторияһындағы тикшеренеү һөҙөмтәләрен ҡараһаҡ (http://lcph.bashedu.ru/index. php?go=bashnet), был өлкәлә эштең насар кимәлдә булыуын күрәбеҙ.
"Башнет" инглиз телендәге Интернеттан ғына түгел, хатта "Рунет"тан да күпкә ҡалыша. “Бәйләнештә” селтәре төркөмдәрҙең күп төрлөлөгө һәм ижтимағи структураларҙың ысынбарлығы, тығыҙ аралашыу мөмкинлеге арҡаһында беҙҙең глобаль “ауыл”дың төп инфраструктураһына нигеҙ һалыусы тәүге майҙан булыр, тип ышанам.
Беҙгә "Интернет-ауыл"да тағы нимә етмәй? Яҡшы һәм файҙалы Интернет-сервистар, магазиндар, күңел асыу саралары, көслө мәғариф майҙандары, тикшеренеү проекттары, заманса мәғлүмәти баҫмалар, уңайлы һәм ҙур һүҙлектәр, электрон тәржемәселәр, китапханалар, музыка, радио, телеканалдар... Донъялағы ижтимағи селтәрҙәргә һәм мөмкинлектәргә ҡыйыуыраҡ берләшергә кәрәк. Мәҫәлән, республикалағы журналистарҙың иң тиҙ мәғлүмәт сығанағы "twitter"-ҙы ҡулланмауы мине ғәжәпләндерә. Ғөмүмән, ижтимағи селтәрҙәр тормошобоҙға яй үтеп инә.

Берҙәмлек талап ителә

Көнбайыш Интернетынан күренеүенсә, күмәк кешеләрҙең бергә тупланыуы — проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төп формаһы. Краудсорсинг һәм краудфандинг һүҙҙәре бөгөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Йыһан программалары, инновацион асыштар, күп миллионлыҡ бюджетлы фильмдар, нәфис инсталляциялар кеүек бик ҙур проекттар кешеләрҙең иғәнә йыйыуы, һәр яҡлап ярҙам итеүе арҡаһында тормошҡа ашырыла. Хатта донъялағы иң ҙур тулы энциклопедия булған "Википедия" ла — халыҡтың эше. Һуңғы йылдарҙың миҫалында асыҡ күренә: башҡа бер генә фирҡә лә, ижтимағи селтәр кеүек үк, миллиондарса халыҡты ошолай бергә туплай алмай.
Нәҡ үҙаллы ойошоу, күп проекттар буйынса бергәләп эшләү — уңышҡа илтеүсе юлыбыҙ, тип иҫәпләйем. Мәҙәниәтебеҙҙең һәм туған телебеҙҙең сәскә атыуына юл. Бәлки, ул һеҙгә етди күренмәҫ, сөнки күп аҡса, тиҫтәләрсә йылға һуҙылған ныҡышмалы хеҙмәт, ғилми дәрәжәләр талап итмәй. Ә фәҡәт белем, оҫталыҡ һәм ябай халыҡтың берҙәмлеге кәрәк. Был фекерҙе бөтәһенә лә тиҙерәк еткерергә тейешбеҙ.

Агентлыҡ булдырайыҡ

Тиҙ һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн төрлө проекттарҙа ҡатнашыусы төркөмдәр етерлек буласаҡ. Хәҙер айырым алғанда беҙҙең бөтәһе лә бар: бер кешенең йәки ойошманың һүҙлектәре, кемдәрҙеңдер — аҡсаһы, өсөнсөләрҙең — теләге, дүртенселәрҙең — тәжрибәһе һәм белеме, бишенселәрҙең — күреү һәләте, ә дөйөм алып ҡарағанда бер нәмә лә юҡ. Бөтәһе лә тарҡау, донъяның бер мөйөшөндәге кешеләр икенсе тарафта нимә барғанын күрмәй һәм аңламай.
Әгәр бөтөн процестарҙы бер үк ваҡытта эшләтергә ярҙам итерлек, барлыҡ проекттар буйынса мәғлүмәт тупларлыҡ, кәрәк саҡта техник һәм матди ярҙам күрһәтә алырлыҡ, проекттарҙы ниндәйҙер йүнәлештә берләштерә алырлыҡ көс табылһа, яҡшы буласаҡ. Был проекттар буйынса "Google", "Microsoft" кеүек корпорациялар менән башҡорт халҡы йәки берләшмәләр исеменән һөйләшерлек рәсми вәкил кәрәк, шунһыҙ ябай фекерҙәштәр төркөмө, ирекмәндәр кимәлендә генә уны хәл итеү мөмкин түгел. Шартлы рәүештә “Башҡорт телен үҫтереү буйынса агентлыҡ” тип аталыу күпмелер кимәлдә үҙаллылыҡты һаҡлап ҡала ала. Түрәләрҙең артыҡ ҡыҫылыуынан эшкә файҙа килеүе икеле. Әммә ул халыҡтың ғына түгел, ә дәүләттең дә мәнфәғәтен сағылдыра ала. Шуның өсөн дәүләттең дә был агентлыҡ менән ҡыҙыҡһыныуы мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528