Интернетта, айырыуса "Бәйләнештә" ("Вконтакте") сайтында теркәлгәндәр белә: бөгөн донъя селтәрен "башҡортлаштырыу" бара. Күп төрлө милли төркөмдәр, сайттар булдырыла. Махсус тәржемәселәр йыйылып, ғөмүмән, сайтты башҡортсаға әйләндереү өҫтөндә эшләгәнен дә беләбеҙ. Ә кем һуң улар? Был эш ниндәй шарттарҙа башҡарыла? Бөгөн һүҙҙе ошоноң менән шөғөлләнеүселәргә бирәбеҙ.
“Бәйләнештә” башҡортлашаМинән йыш ҡына: “Андроид өсөн клавиатура эшләгәндән һуң нимә менән шөғөлләнергә уйлайһың?” — тип һорайҙар. Әлбиттә, идеялар, башланған эш күп. Әммә бик ҙур, етди проекттар ошоғаса юҡ ине.
Майҙа Өфөнән: “Ни өсөн “Бәйләнештә” селтәре һаман булһа башҡортсаға тәржемә ителмәгән?” — тип яҙылған хат алдым. Көйләүҙәрҙәге телдәрҙе асып ҡараһам, унда хатта аҙ һанлы милләттәрҙең — тыва, ҡалмыҡ, эсперанто кеүектәрҙең — тәржемәләре бар. Ә башҡорт теле, ысынлап та, юҡ! Быға бик ғәжәпләндем. Шунда уҡ “Бәйләнештә” селтәренә башҡорт телен индереү проектына тотондом. Эште башлар алдынан үҙемә өс бурыс ҡуйҙым.
Беренсенән, “Бәйләнештә” ижтимағи селтәре – һис шикһеҙ, башҡорттар киң ҡулланған иң ҙур сайт һәм стратегик яҡтан мөһим сара. Ул, аралар алыҫлығына ҡарамаҫтан, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу мөмкинлеген бирә. Был сайтты яҙыусылар, журналистар, уҡытыусылар, ғөмүмән, зыялылар ғына түгел, ябай халыҡ та бик әүҙем файҙалана. Беҙ хәҙер ашығыс рәүештә йәнле һөйләш телен һаҡлау, уны Интернетҡа күсереү буйынса эшләргә тейешбеҙ.
Тәржемә менән бер рәттән икенсе стратегик бурыс — төп Интернет терминологияһын булдырыу. Тәржемәселәрҙең бурысы бик ҡатмарлы һәм яуаплы, сөнки һуңынан Интернет селтәрендә аралашыуҙың теүәллеге һәм сифаты яңы төшөнсәләрҙең ниндәй кимәлдә һайлап алыныуына бәйле буласаҡ. Бер яҡтан ҡарағанда, һүҙҙәр аңлайышлы ла, ғәҙәти ҙә булырға тейеш. Ләкин күп терминологик һүҙҙәр йә бер ваҡытта ла яңы мәғәнәлә ҡулланылмаған, йә бөтөнләй булмаған. Өҫтәүенә, телдең оҙайлы ваҡыт эсендә урыҫлаша, йотола барыуының эҙемтәләрен бөтөрөүе бик ауыр. Шуға күрә лә тәржемәселәр сит һүҙҙәрҙе үҙләштереү яҡлы түгел, уларҙы яҡшы аңлайым.
Етерлек терминология йыйылғандан һуң, ғалимдарҙың, белгестәрҙең һәм һөнәри берләшмәләрҙең фекерҙәрен, кәңәштәрен мотлаҡ иғтибарға аласаҡбыҙ. Һуңынан һәр кем ҡуллана алырлыҡ "онлайн-һүҙлек" төҙөләсәк. Уны башҡа проекттарҙың тәржемәселәре лә файҙалана ала. Был һүҙлек даими рәүештә тулыландырылып камиллаштырыласаҡ.
Өсөнсө мөһим бурыс — Интернет селтәрендә эшләүсе башҡорт тәржемәселәренең көслө берләшмәһен төҙөү. Бындай ойошма күптән кәрәк, уның юҡлығы үҙен ныҡ һиҙҙерә. "Википедия", "Яндекс", "Гугл", "Аndroid", "Windows", "Linux", "оpenOffice" кеүек күп проекттар башҡорт теленә тәржемәләүҙе көтә.
Глобаль "Интернет-ауыл"2000 йылдарҙа башҡорттар ҙур ҡалаларға күпләп ағыла башланы. Шуға тиклем нәҡ ауылда башҡорт мәҙәниәте, теле йәшәне һәм һаҡланды. Ә беҙ был ваҡытта нимә эшләнек? Ауылдарҙың инфраструктураһын, йәғни мәктәптәр, дауаханалар һәм башҡа объекттар төҙөргә тырыштыҡ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡтың ҡалаға күпләп күсеп китеүе көсәйҙе генә.
Минеңсә, хәҙерге заман ысынбарлығы шарттарында мәҙәниәтебеҙ һәм туған телебеҙ күсер бер урын бар. Ул — ҙур башҡорт “Интернет-ауылы”, көслө, үҫешкән, заманса һәм яҡшы сифатлы "Башнет". Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы лабораторияһындағы тикшеренеү һөҙөмтәләрен ҡараһаҡ (http://lcph.bashedu.ru/index. php?go=bashnet), был өлкәлә эштең насар кимәлдә булыуын күрәбеҙ.
"Башнет" инглиз телендәге Интернеттан ғына түгел, хатта "Рунет"тан да күпкә ҡалыша. “Бәйләнештә” селтәре төркөмдәрҙең күп төрлөлөгө һәм ижтимағи структураларҙың ысынбарлығы, тығыҙ аралашыу мөмкинлеге арҡаһында беҙҙең глобаль “ауыл”дың төп инфраструктураһына нигеҙ һалыусы тәүге майҙан булыр, тип ышанам.
Беҙгә "Интернет-ауыл"да тағы нимә етмәй? Яҡшы һәм файҙалы Интернет-сервистар, магазиндар, күңел асыу саралары, көслө мәғариф майҙандары, тикшеренеү проекттары, заманса мәғлүмәти баҫмалар, уңайлы һәм ҙур һүҙлектәр, электрон тәржемәселәр, китапханалар, музыка, радио, телеканалдар... Донъялағы ижтимағи селтәрҙәргә һәм мөмкинлектәргә ҡыйыуыраҡ берләшергә кәрәк. Мәҫәлән, республикалағы журналистарҙың иң тиҙ мәғлүмәт сығанағы "twitter"-ҙы ҡулланмауы мине ғәжәпләндерә. Ғөмүмән, ижтимағи селтәрҙәр тормошобоҙға яй үтеп инә.
Берҙәмлек талап ителәКөнбайыш Интернетынан күренеүенсә, күмәк кешеләрҙең бергә тупланыуы — проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төп формаһы. Краудсорсинг һәм краудфандинг һүҙҙәре бөгөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Йыһан программалары, инновацион асыштар, күп миллионлыҡ бюджетлы фильмдар, нәфис инсталляциялар кеүек бик ҙур проекттар кешеләрҙең иғәнә йыйыуы, һәр яҡлап ярҙам итеүе арҡаһында тормошҡа ашырыла. Хатта донъялағы иң ҙур тулы энциклопедия булған "Википедия" ла — халыҡтың эше. Һуңғы йылдарҙың миҫалында асыҡ күренә: башҡа бер генә фирҡә лә, ижтимағи селтәр кеүек үк, миллиондарса халыҡты ошолай бергә туплай алмай.
Нәҡ үҙаллы ойошоу, күп проекттар буйынса бергәләп эшләү — уңышҡа илтеүсе юлыбыҙ, тип иҫәпләйем. Мәҙәниәтебеҙҙең һәм туған телебеҙҙең сәскә атыуына юл. Бәлки, ул һеҙгә етди күренмәҫ, сөнки күп аҡса, тиҫтәләрсә йылға һуҙылған ныҡышмалы хеҙмәт, ғилми дәрәжәләр талап итмәй. Ә фәҡәт белем, оҫталыҡ һәм ябай халыҡтың берҙәмлеге кәрәк. Был фекерҙе бөтәһенә лә тиҙерәк еткерергә тейешбеҙ.
Агентлыҡ булдырайыҡТиҙ һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн төрлө проекттарҙа ҡатнашыусы төркөмдәр етерлек буласаҡ. Хәҙер айырым алғанда беҙҙең бөтәһе лә бар: бер кешенең йәки ойошманың һүҙлектәре, кемдәрҙеңдер — аҡсаһы, өсөнсөләрҙең — теләге, дүртенселәрҙең — тәжрибәһе һәм белеме, бишенселәрҙең — күреү һәләте, ә дөйөм алып ҡарағанда бер нәмә лә юҡ. Бөтәһе лә тарҡау, донъяның бер мөйөшөндәге кешеләр икенсе тарафта нимә барғанын күрмәй һәм аңламай.
Әгәр бөтөн процестарҙы бер үк ваҡытта эшләтергә ярҙам итерлек, барлыҡ проекттар буйынса мәғлүмәт тупларлыҡ, кәрәк саҡта техник һәм матди ярҙам күрһәтә алырлыҡ, проекттарҙы ниндәйҙер йүнәлештә берләштерә алырлыҡ көс табылһа, яҡшы буласаҡ. Был проекттар буйынса "Google", "Microsoft" кеүек корпорациялар менән башҡорт халҡы йәки берләшмәләр исеменән һөйләшерлек рәсми вәкил кәрәк, шунһыҙ ябай фекерҙәштәр төркөмө, ирекмәндәр кимәлендә генә уны хәл итеү мөмкин түгел. Шартлы рәүештә “Башҡорт телен үҫтереү буйынса агентлыҡ” тип аталыу күпмелер кимәлдә үҙаллылыҡты һаҡлап ҡала ала. Түрәләрҙең артыҡ ҡыҫылыуынан эшкә файҙа килеүе икеле. Әммә ул халыҡтың ғына түгел, ә дәүләттең дә мәнфәғәтен сағылдыра ала. Шуның өсөн дәүләттең дә был агентлыҡ менән ҡыҙыҡһыныуы мөмкин.