Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Шәхестәребеҙгә ихтирам йөҙөнән.

...Аҙаштырған болан балаһылай,
Яңғыҙ башым ситтә интегәм.
Көндәрен дә, төнөн йөрәгем яна,
Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.
(“Илсе Ғайса”);
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан,
Урал тауы буйлап көн битләп.
Илкәйемә лә, шул, ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп.
(“Ғилмияза”).

Ни өсөн әлеге яҙмамды тыуған иленән йыраҡта йәшәгән, уны һағынып зарыҡҡан заттарҙың йыр-моңонан башлайым, тиерһегеҙ? Беренсенән, күптән түгел интернет селтәрендә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты шағир Салауат Әбүзәрҙең “Киҫәнбикә” исемле романын уҡып сыҡҡандан һуң, икенсенән, “Башҡортостан” гәзитенең былтырғы 20 ноябрь һанында Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәмилә Мусинаның ошо роман геройы Киҫәнбикә Байрасованың, ысынлап та, 1739 йылдың 30 апрелендә хәҙерге Екатеринбург ҡалаһының үҙәк майҙанында тереләй яндырылыуы хаҡындағы мәҡәләһен күргәс, тетрәндем һәм үҙемдең уй-фекерҙәрем менән уртаҡлашыу теләге тыуҙы.

Киҫәнбикәнең яҙмышы

Бик ҡатмарлы ХХI быуатта йәшәйбеҙ: кешеләрҙе хәҙер торнадо ла, һыу баҫыуҙар ҙа, ер тетрәүҙәр ҙә аптыратмай шикелле. Шундай заманда исемемде иҫкә төшө­рөрҙәр тип уйланымы икән Киҫәнбикә? Бәлки, ул да “Илкәйемә лә, шул, ҡайтыр инем, аяҡтарым талһа, имгәкләп” тигән йырҙағыса Ғилмиязаның һағыныу хистәрен кисер­гәндер? Батыр ҡатындың Тыуған илен һағынып, өс тапҡыр ҡасыуы тетрән­дерә – ул да алда килтерелгән йыр өҙөктә­рендәгесә һағыш, сараһыҙлыҡ, ҡайғы-хәсрәт менән янғандыр... Ә яндырылыуы күкрәгендә йөрәге типкән һәр башҡортто икеләтә тетрән­дерәлер, тип уйлайым.

Әҫәрҙә властарға тоғро “вирнай­ҙарҙы”ла Салауат Әбүзәр бар дөрөҫ­лөгөндә һүрәтләгән – улар хаҡында ла уҡып нәфрәтләнәһең.
Киҫәнбикәнең, ҡасҡаны өсөн ике тапҡыр ҡамсыланыуына ҡарамаҫтан, ни өсөн өсөнсөгә иреккә ынтылыуын аңлатырға тырышып ҡарайыҡ. Уның аҙымын үҙе сит тарафтарҙа йәшәп ҡарамаған кеше аңлата алмаҫ кеүек, сөнки ваҡытлыса ҡырға китеп һағыныу менән ят ерҙә сит кешеләр менән йәшәп, илең, телең, кендек ҡаның тамған, ата-бабаларыңдың һөйәктәре ятҡан тыуған ереңде һағыныу икеһе ике төрлө хис-тойғо. Ваҡытлыса киткән кешенең һағыныу хистәре бөтөнләй башҡаса булыуы ихтимал, сөнки ул бер аҙнананмы, айҙанмы, йылданмы барыбер әйләнеп ҡайтасаҡ. Ә ситтә ғүмер һөргән­дәрҙең һағыныу-юҡһыныуы тап “Ғилмияза” йырындағыса: “Илкәйемә лә, шул, ҡайтыр инем, аяҡтарым талһа, имгәкләп...”

Киҫәнбикә ихтилалда ҡатнашҡан батыр ирҙең ҡатыны булараҡ ҡоллоҡҡа алынған. Алтмыш йәшлек ҡатынды башҡа үҙе кеүек бәхетһеҙҙәр менән бергә Екатеринбург тарафтарына, мал әйҙәгән кеүек ҡыуып алып барғандар. Ә бит шунса ергә, я Рабби, хатта машина менән барыуы ла еңел түгел! Ә күпме халыҡ юлда аслыҡтан, хәлһеҙлектән, ауырыуҙан ҡырылған! Унда барып еткәс тә меҫкендәрҙе ҡоллоҡҡа һатҡандар һәм суҡындырғандар. Шунда Киҫәнбикә лә Екатерина булып китә, тотҡондарҙы суҡыныу өсөн сиркәүгә йөрөткәндәр. Әммә ул ихлас суҡынмаған, эстән генә ҡотолорона ышанған һәм доғаларын ташламаған. Үҙ илендә ҡалған туғандарын, ғүмер иткән йорт-ерен, балаларын, туған телен, моңон һағынып йәшәгән батыр ҡатын. Ҡаса ҡалһа, үҙен хәтәр яҙмыш көткәнен дә аңлаған. Шулай ҙа тыуған ерен өҙөлөп һағыныу шунса ерҙән аслы-туҡлы көйө, йәшерен-батырын йәйәүләп булһа ла китергә мәжбүр иткән.

Ә йәш ағасты ҡайҙа күсереп ултыртһаң да үҫә ул! Шуның кеүек, ҡуш йөрәкле милләттәшебеҙ менән бергә юлланған ике йәш ҡатын иһә башҡа был хәлде ҡабатламаған, был аҙымдан уларҙы ҡурҡыу көсө туҡтатҡан. Әгәр Киҫәнбикә кеүек яҙмыштарына күнмәйенсә, суҡындырылған көйө улар ҙа ҡасһа, барыһын да яндырырҙар ине. Быны мин сит илдә йәшәгән оло кеше булараҡ үҙем күҙәтеп яҙам, сөнки сит илгә уҡырға йә эшләргә килгән йәштәр шундағы мөхиткә тиҙерәк өйрәнә.

Һәйкәлдәр тереләр өсөн...

Ә хәҙер Бейеш, Ғайса, Буранбайҙар кеүек ир заттарына яҡыныраҡ киләйек. Улар хаҡындағы йырҙарҙа ла һәр ҡайһыһының тыуған илен һағыныу тойғоһо хөкөм һөрә. Тыуған тупраҡты һағыныу хисе уларҙы ҡасырға этәргән икән, әммә барыһын да яңынан бығаулап ебәргәндәр. Ә бит шул шәхестәр тыуған еренән тиктәҫкә айы­рылмаған, ә башҡорт ерҙәрен талап, алдап тартып алырға ынтылған баҫҡын­сыларға, башҡортто урыҫлаш­тырырға тырышҡан иҙеүселәргә ҡаршы һүҙ әйткәнгә ҡыуылған. Уларҙың хатта бына ошо халыҡты яҡлап һүҙ әйтеүе генә лә үҙ мәлендә кешеләрҙең рухын күтәргән! Юҡһа халыҡ йыр сығарыр инеме лә бөгөнгәсә һаҡлап уларҙы йырлар инеме?!

Чех халҡының ғына түгел, тотош Европаның рухи яҡлаусыһы һәм билдәле шәхесе Ян Густың (1369 – 1415), Киҫәнбикә кеүек, яндырып һәләк ителеүенә быйыл 600 йыл тулды. Былтыр тағы ла бер ҙур дата – Беренсе донъя һуғышы тамамланыу (1914 – 1918) ваҡиғалары билдәләнде, хәҙер иһә һүҙҙе шунда йүнәлтәйек. Беренсе донъя һуғышының тамамланыуын билдәләп, тотош Европала һуғышҡа арналған кинолар төшөрөлдө, политологтар, тарихсылар һуғыш­тың ни сәбәпле, ниндәй шарттарҙа башланғанын аңлатып, халыҡ алдында сығыш яһаны, радио-телевидениела батырҙарса ҡор­бан булғандарҙың исемдә­рен асыҡлау һәм уларға һәйкәлдәр ҡуйыу хаҡында һөйләне-күрһәтте. Һәр һу­ғыш­тың үҙ батырҙары бу­ла. Уларҙың исемен асыҡ­лауға яугирҙәрҙең иҫән ҡалған өсөнсө һәм дүртенсе быуын балалары һәм бүләләре лә шөғөлләнде, Францияла, Англияла, Чехияла, Германияла ла һуғыш үткән ҡала, ауыл, ҡасабаларҙа яугир­ҙәргә һәйкәлдәр ҡойолдо. Мәғлүм булыуынса, һәйкәлдәр тереләр өсөн йәки киләсәк быуындар һәм тарих өсөн кәрәк, халыҡ телендә “ярман һуғышы” исеме менән йөрөтөлгән Беренсе донъя һуғышы ҡаһармандары хаҡында онотмаһаҡ, билдәһеҙҙәрен асыҡларға тырышһаҡ ине!

Яҙыусы Максим Горькийҙың “Социализм ярлылар өсөн түгел, ә байҙар өсөн кәрәк” тигән һүҙҙәрен иҫкә төшөрһәк, быны, минеңсә, Беренсе донъя һуғышы һәм уның эҙемтәһе булған Граждандар һуғышы һәм унан һуңғы аслыҡ, золом, колхозлашыу йылдарындағы төрмәләргә ебәреүҙәр тулыһынса аҡлай. Ошо ҡот осҡос йылдарҙа әллә нисәшәр миллион халыҡ ҡырыла. Тимәк, илебеҙ тарихының бер ҡанлы өлөшө булған Беренсе донъя һуғышы ваҡиғалары хаҡында оноторға тейеш түгелбеҙ.

Хәтәр аҙым

Ә хәҙер Киҫәнбикә ише яндырылған Ян Гус тураһында. Уны ниҙә ғәйепләгәндәр һуң? Чехтар – славян халҡы, ләкин уларҙы ла көслөк менән католиктар яһағандар. Билдәле ки, католиктарҙың костелдары (сиркәүҙәре) алтынға мансылғандай ултыра, халыҡ кеҫәһенән алынған аҡсалар иҫәбенә биҙәлгәнгә шулай ул. Фараждар әле лә (поп­тар) халыҡ аҡсаһына йәшәй.
Был хәлгә Карлов университеты ректоры фәйләсүф, ғалим, рухани Ян Гус түҙеп тора алмай һәм халыҡты бөлгөнлөккә илткән сәйәсәткә беренсе булып ҡаршы сыға. Быға яуап итеп король Зигмунд Ян уны Германия-Швейцария сигендәге Констанц ҡалаһына үлемгә ебәрә. Унда килеп етеү менән Ян Густы төрмәгә ябалар һәм суд ҡарары менән тереләй яндырыуға хөкөм итәләр. “Һуңғы һүҙеңде әйт, тәүбәңә кил”, – ти уға король һәм судьялар, ләкин “Правда на моей стороне, от правды не отступлюсь!” тигән яуап ишетәләр.

...Бер йылдан остазының эшен дауам иткән ҡуш йөрәкле Еремин Пражскийҙы ла яндыралар һәм тарихта “Утыҙ йыллыҡ һуғыш” исеме менән инеп ҡалған ҡан ҡойошло яу башлана. Уның башында аҡыллы һәм белемле Ян Жижка исемле воевода тора. Асылда арзан дин өсөн башланған утыҙ йыллыҡ һуғыш халыҡтың хәлен ала, бөлгөнлөккә төшөрә. Сағыш­тырыу өсөн: Емельян Пугачев һәм Салауат Юлаев етәкселегендәге Крәҫтиәндәр һуғы­шынан һуң да шулай булған бит. Иллә-мә­гәр чехтар, шул иҫәптән тотош Европа, “ар­зан дин” яулауға өлгәшкән: “протест” һүҙе ҡаршы сығыу тигәнде аңлатҡанға күрә, яңы барлыҡҡа килгән динде лә протестантизм тип атағандар. Киҫәнбикәбеҙгә килһәк инде, уның ҡасыуы – тыуған еренән, диненән, теле­нән яҙҙырып, үҙ иленән айырып ҡол­лоҡ­ҡа һатылыуға ҡаршы эшләнгән хәтәр аҙым ул. Икенсе төрлө әйткәндә, властарға ҡар­шы эшләнгән протест түгелме ни? Әле ҡасан ундайҙарҙың яҙмышы шыма булғаны бар?..

Асылда тереләй яндырылған Ян Гус та, Еремин Пражский ҙа, Рогервикка ташланған Салауат, Алдар батыр, Бейеш, Буранбай, Ғайсалар, яндырылған Туйгилде – барыһы ла илен-халҡын ҡурсалап власҡа ҡаршы көрәшкән бөйөк шәхестәр ул. Иманым камил, әле булмаһа киләсәктә барыһына ла, шул иҫәптән Киҫәнбикәгә лә, халҡыбыҙ һәйкәлдәр ҡуйыр, музейҙар асыр. Әгәр Екатеринбург ҡалаһында ҡылыс менән биләмәне буйһон­дорған Татищевҡа һәйкәл бар икән, ни өсөн Киҫәнбикәгә, Туйгилдегә булмаҫҡа тейеш әле?! Ана, Констанц ҡалаһында Ян Гус ул­тыр­ған төрмәне тарих өсөн бына тигән му­зей­ға әйләндереп ҡуйғандар, ә беҙ кемдән кәм?

Тарихты һаҡлау фарыз

Әгәр кемдәрҙер, мәҫәлән, һәйкәлдәр, мемориалдар асыуҙы милләт-ара татыулыҡҡа шына ҡағыу тип иҫәпләй икән, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерәм. Шуның тәүгеһе – һуғыш ваҡытында нацистар тарафынан элекке Чехословакияның Лидице һәм Лежаки исемле ике ҡасабаһын 1942 йылда бер төн эсендә кешеләре, өйҙәре менән яндырып, ер менән тигеҙләп ҡуйыуҙы алайыҡ. Һуғыш тамамланыуға инде етмеш биш йыл тулып килә, иллә-мәгәр был хәлдең бөгөн немецтар һәм чехтарҙың үҙ-ара дуҫлығына ҡама­саулыҡ иткәне юҡ. Рустар менән беҙ, башҡорттар ҙа, Мостай Кәрим яҙғанса, “яуҙаш, дандаш, табындаш” түгелме ни? Әгәр тарих дөрөҫлөктө ярата тибеҙ икән, исемдәре онотолмаһын, рухтары рәнйе­мәһен өсөн, тимәк, Киҫәнбикә, Туйгилде, Һөйәнтүҙ фажиғәләренә бәйле ерҙәрҙә халҡыбыҙ­ҙың азатлыҡ һөйгән шәхестәренә һәйкәл­дәр, мемориалдар ҡуйылырға тейеш!

Әгәр Ян Гус, Ян Жижканың ғәҙеллек өсөн көрәше, тотош Европаға таралып, бөгөн дә уларҙың тарихында һәм рухи тормошонда ниндәйҙер роль уйнай икән, был хәл Пугачевтың уң ҡулы булған Салауат Юлаевтың Рәсәй тарихында тотҡан урынына бәрәбәр ул. Ярҙам кәрәккәндә башҡорттарға таянған Бүгәс Салауат Юлаевһыҙ ниндәй уңыштар яулар ине икән? Шуға күрә һүҙемде йомғаҡлап, милләттәштәремә, илһөйәр шәхестә­ребеҙҙе һынлы сәнғәттә, әҙәбиәттә, музыкала мәңгеләштерәйек. Мәктәптәрҙә уҡытыусылар әңгәмәләр үткәрһен, иншалар яҙылһын, шиғыр конкурстары уҙғарыл­һын ине. Барса халыҡтар үҙ тарихын күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлағанда, беҙ ҙә үткәнебеҙгә шәхестәребеҙгә иғтибарлы, ихтирамлы булайыҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 251

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 089

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 471

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 541

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 379

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 405

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 119

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 102

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 11 624