Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...
Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә – Үҫәргән, 1922 йылдан Йылайыр кантонына ҡараған бөгөнгө Ейәнсура районы вәкилдәре лә ҙур роль уйнаған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” исемлегендә беҙҙең райондың ете вәкиле юҡҡа ғына урын алмаған. Уларҙың һәм башҡа шәхестәребеҙҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында районда байтаҡ эш башҡарыла. Мәҫәлән, һигеҙ мәктәпкә, күп кенә урамдарға арҙаҡлы яҡташтарыбыҙҙың исеме бирелгән. Иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйылыуы әле лә дауам итә. Былтыр район үҙәге Иҫәнғолда республика Хөкүмәтенең 1917 – 1919 йылдарҙағы беренсе рәйесе Юныс Бикбов хөрмәтенә бюст асылыуы ла шул турала һөйләй.

“Этбармаҫ” егете

Был шәхестәрҙән башҡа ла район һәм республика өсөн ғәйәт ҙур эштәр башҡарған ейәнсуралар бихисап, ләкин ваҡыт үтеү менән исемдәре онотола барған күренекле райондаштарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Шуларҙың береһе Сәмиғулла Хәлитов 1900 йылда Ғәббәс ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Бейек тауҙар, ҡуйы урмандар араһында урынлашҡан, ҙур булмаған ауыл, рәсми исеменән тыш, халыҡ телендә “Этбармаҫ” тип тә аталған.

Уға ун йәш тирәһендә Ғәббәскә Үрген ауылы муллаһы Вәлиулла Ҡолдәүлә­товтың ҡыҙы Камила килен булып төшә. Атаһында яҡшы белем алған йәш ҡатын малайҙарҙы ла, ҡыҙҙарҙы ла өйөндә уҡыта башлай. Һәләтле малай тиҙ арала уҡырға-яҙырға өйрәнә һәм артабан берәй уҡыу йортонда белем алырға ниәтләй, ләкин 1914 йылда башланған Беренсе донъя һуғышы уның был татлы хыялын селпәрәмә килтерә.

Атаһы хәрби хеҙмәткә алына һәм ғаиләләге бөтә ир-ат эше уның елкәһенә төшә. 14 йәшлек Сәмиғулла урманға ла йөрөй, бесән дә саба, мал да ҡарай, көтөүен дә көтә. Өлкәндәр менән бергә Ырымбур, Һарыҡташ, Петровский баҙарҙарына яңғыҙы атта утын, бесән, септә алып барып һатып, көндәлек кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек алып ҡайта. Шул ваҡыттарҙа “знакум”дарына төшөп ҡунып йөрөй һәм урыҫса икмәк-тоҙлоҡ “һупалай” башлай. Ныҡышмал, ҡыҙыҡһыныусан үҫмер балалар аша урыҫ алфавиты менән танышып, ят телдә бер аҙ уҡып-яҙырға ла өйрәнеп ала. Был артабан уның яҙмышында хәл иткес әһәмиәткә эйә була.

Октябрь революцияһы дауылдарынан һуң яйлап Ғәббәскә лә Совет власы килеп етә. 1920 йылда бер нисә ауыл ингән Өмбәт ауыл советы төҙөлә һәм уның секретары итеп нәҡ рус грамотаһын белгән Сәмиғулла билдәләнә. Күп тә үтмәй, Ғәббәстә комсомол ячейкаһы ойошторолоп, уны етәксеһе итеп тә һайлайҙар.

Комсомолдар ауыл тормошон үҙгәртеп ҡороу буйынса бик әүҙем һәм һөҙөмтәле эш йәйелдерә. Хәлитов ауылдың беренсе коммунисы ла була. Өс йыл секретарь вазифаһында эшләгәс, Өмбәт ауыл советы рәйесе итеп һайлап, 23 йәшлек егеткә ҙур ышаныс күрһәтәләр. Урындарҙа идара итеүҙең яңы формаһы һаналған ауыл Советтарында эшләү буйынса бер кемдең дә тәжрибәһе булмай. Ә уларға бит ярым ас һәм яланғас халыҡты хәстәрләү өсөн бик күп бурыс йөкмәтелә. Бына уларҙың бер нисәүһе генә: тәртип һаҡлау, юлдар һәм күперҙәрҙең төҙөклөгө, һалым йыйыу, урмандарҙы ҡарау, ерҙәр, сәсеүлектәр, орлоҡ, мал һанын иҫәпкә алыу, ауыл хужалығы продукцияһы әҙерләү һәм уны дәүләткә тапшырыу, һаулыҡ һаҡлау һәм уҡытыу мәсьәләләре һәм башҡалар, ҡыҫҡаһы, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәр...

Һәр башланғыста үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән егет 1926 йылда Күгәрсен ауылында урынлашҡан Сәлих улысының финанс бүлеге мөдире, ә 1928 йылдың август айында бөтә улыстың етәксеһе — башҡарма комитет рәйесе итеп һайлана. Әйтергә кәрәк, ошо осорҙа Сәлих улысы майҙаны буйынса хәҙерге Ейәнсура районының яртыһын тиерлек биләгән.

1925 йылда СССР-ҙа мәжбүри башланғыс белем тураһында закон ҡабул ителеп, мәктәптәр селтәре киңәйә. Ауылдарҙа күпләп мәҙәниәт усаҡтары — изба-читальнялар асыла. Ярлы-ябаға тәүге коллектив хужалыҡтарға — артель, ТОЗ һәм башҡаларға берләшеп, дәүләттән ярҙам алып, бергә тир түгеүҙең тәмен татый башлай. Улар нигеҙендә тәүге колхоздар ойошторола.

Ошондай ҙур һәм мөһим бурыстар етәкселәрҙән дә оло яуаплылыҡ һәм ойоштороу һәләте талап итә. Сәмиғулла Исламетдин улы хеҙмәттәштәре менән бергә бында ла һынатмай. Үҙәктән финанслау етерлек булмаһа ла, яңы тормошҡа ышанған халыҡтың ташып торған энтузиазмын һәм көсөн оҫта йүнәлтеп, улар ҙур уй-ниәттәрҙе башҡарып сыға. Был бигерәк тә 1929 йылда республиканың тәүге юбилейға – Башҡортостан автономия­һының 10 йыллығына әҙерләнгәндә һәм байрамды үткәргәндә асыҡ сағылыш таба.

Улар илде күтәргән

1929 йылдың аҙағында Сәмиғулла Хәлитов Йылайыр кантонының финанс бүлеге мөдире итеп күсерелә. Кантон майҙаны буйынса хәҙерге Башҡортос­тандың сама менән дүрттән бер өлөшөн алып торған һәм составына хәҙерге Йылайыр, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ, Күгәрсен, Бөрйән һәм өлөшләтә Әбйәлил, Көйөргәҙе, Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ райондары ингән.

Өмбәт ауыл советында эшләгәндә үк Сәмиғулла Хәлитов Үҫәргән кантонының хәрби комиссары Мөхәммәт Абдуллин менән таныша. Мөхәммәт Сәләхетдин улы – ҙур тормош тәжрибәһе туплаған шәхес. Ул Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлай, Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Зәки Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт армияһында рота командиры булып хеҙмәт итә. Хәлитов күсеп килгәндә, ул Йылайыр кантонының хәрби комиссары була.

1930 йылда кантондар урынына яңы территориаль берәмектәр — райондар ойошторола. Хәлитов Хәйбулла районының финанс бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә, ә 1931 йылдың октябрь айында Хәйбулла район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана. Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәгән, үҙенең тәбиғи һәләттәре арҡаһында ғына ошондай бейек үрҙәр яулаған кешегә ғәжәпләнеү аша һоҡланмау мөмкин түгел.
Бына, ниһайәт, уға белем алыу мөмкинлеге тыуа. 1933 йылда Хәлитовты партия үҙәк комитетының Өфөләге өс йыллыҡ марксизм-ленинизм мәктәбенә ҡабул итәләр, ләкин бында бер йыл ғына уҡырға насип була.

30-сы йылдар башында колхоздар ойоштороу башланғас, уларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында машина-трактор станциялары – МТС-тар төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ошо юл менән әлегә күп булмаған ауыл хужалығы машиналары бер урында туплана. Шулай уҡ ауыл хужалығына идара итеү маҡсатында МТС-тарҙа һәм совхоздарҙа политбүлектәр булдырыла.

Был яңы ойошмаларға етәкселек итеү өсөн тәжрибәле кадрҙар етешмәй, уларҙы һыналған белгестәр араһынан ғына эҙләп табалар. Һөҙөмтәлә Сәмиғулла Исламетдин улы “Бүздәк” совхозының политбүлек начальнигы урынбаҫары һәм район гәзите мөхәррире вазифаларына тәғәйенләнә. Бында ике йылға яҡын эшләгәс, ул тәүҙә – партия өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге инструкторы, унан һуң өс йылға яҡын Өфө ҡала советы рәйесе урынбаҫары йөгөн тарта.

1937 – 1938 йылдарҙағы репрессия­ларҙа ауыл ерҙәрендә лә күп кенә етәкселәр ҡулға алына. Улар урынына баш ҡаланан байтаҡ яуаплы хеҙмәткәрҙәр йүнәлтелә, шул иҫәптән Хәлитов та Ҡыйғы МТС-ы директоры итеп ҡуйыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул районына ҡайтып, 1941 – 1943 йылдарҙа Абҙан МТС-ы политбүлеге начальнигы була. 1943 йылда – партияның Бөрйән, 1944 йылда Әбйәлил район комитеттарының беренсе секретары итеп һайланып, 1950 йылға тиклем ошо юғары вазифаларҙы башҡара. Ҡәһәрле һуғыш һәм унан һуңғы ауыр йылдарҙа ике төпкөл районды оҙаҡ йылдар уңышлы етәкләү өсөн күпме көс, түҙемлек, һаулыҡ сарыф ителеүен ул үҙе генә белгәндер, моғайын.
1950 – 1960 йылдарҙа Сәмиғулла Хәлитов, тыуған яғына ҡайтып, пенсияға сыҡҡансы район Советы рәйесе урынба­ҫары һәм партия район комитетының яуап­лы вазифаларында эшләй. Бына шулай, яҙмыш ҡушыуы буйынса, уның ғәжәп бай эшмәкәрлегенең тәүге ун һәм һуңғы ун йылы тыуған төйәгенә һәм уның кешеләренә фиҙакәр хеҙмәт менән үтә. Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн ул Почет Билдәһе ордены, күп миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.

Ғаилә менән берҙәм булып...

Сәмиғулла Хәлитовтың ҡатыны Разия Фәтхелислам ҡыҙы Юланова 1905 йылда күрше Мәзит ауылында тыуған. Ғаиләләге берҙән-бер ҡыҙ Роза 1924 йылда Ғәббәстә донъяға килгән. Ул 1949 йылда Львов политехник институтын тамамлай һәм 1949 – 1986 йылдарҙа ғилми-тикшеренеү институтында инженер, бүлек мөдире булып эшләй. Роза Сәмиғулла ҡыҙы – техник фәндәр кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Уның тормош иптәше Фәрит Әхмәтов – Учалы районынан, ҡатыны менән бергә шул уҡ юғары уҡыу йортон тамамлай. Оҙаҡ йылдар Өфө нефть эшкәртеү заводында баш инженер, директор урынбаҫары булып эшләй, партияның Өфө ҡала комитетының икенсе секретары вазифаһын да башҡара. Фәрит Ғәли улы фән менән дә шөғөлләнә. Йөҙҙән ашыу мәҡәлә авторы, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Киң күңелле Хәлитовтар кесе туғанда­рын уҡытып, кеше итеүгә лә күп көс түгә. Шәрифулла Хәлитов оҙаҡ йылдар Ейән­сура районының Күгәрсен ауыл советы рәйесе булып эшләне. Таһир Юланов, Каруанһарайҙа педагогия техникумын тамамлап, район мәктәптәрендә уҡытты. Уларҙың балалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ете бала үҫтергән Таһирҙың улы Марсты Хәлитовтар үҙҙәренә алып тәрбиәләне.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, Хәлитовтар балаларының уңыштарына һөйөнөп, туғандарының һәм яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, оҙайлы ғүмер кисерә. 1991 йылда – Сәмиғулла Исламетдин улы, ә бер йылдан Разия Фәтхелислам ҡыҙы ла баҡыйлыҡҡа күсә. Бөтә тормошон халҡына хеҙмәт итеүгә арнаған Сәмиғулла Хәлитов бөгөн дә оло ихтирамға лайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 251

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 089

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 471

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 541

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ 19.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз....

Тотош уҡырға 11 379

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 119

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 102

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 11 624