Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кеше менән күпме аралашһаң, шул тиклем үҫәһең
Кеше менән күпме аралашһаң, шул тиклем үҫәһең Урал Кәримовты йәш замандаштар яҡшы беләлер. Айырыуса шаяртырға яратыусылар, сөнки Урал — “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы” йәмәғәт ойошмаһының рәйесе. Йыл һайын киңерәк таныла барған башҡорт клубының даирәһе хәҙер инде Башҡортостандан ситкә лә сығып китте. Әүҙем, илһөйәр, телһөйәр егет-ҡыҙҙар ойошҡан унда.
Урал мәктәптә уҡығанда КВН тулҡынына ҡушылып киткән һәм бөгөн дә эшен бик яратып башҡара. БДУ-ның тарих факультетын тамамлаған, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡыған. Баш ҡалабыҙҙағы Информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында эшләй. Урал — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Өфө ҡалаһының Йәштәр палатаһы ағзаһы ла. Ижтимағи тормошта ҡайнап йәшәүсе милләттәшебеҙҙән йәштәргә уңышлы булыу өсөн биш кәңәш.


Атай-әсәйгә
ихтирам


– Атай менән әсәй балаһына бер ҡасан да насарлыҡ теләмәҫ. Беҙ ҙә уларҙы һәм туғандарҙы ҡәҙерләй беләйек. Шуныһы ла бар: ҡайһы бер ата-әсәләр балаһын ситкә ебәрмәҫкә тырыша. Ә бит хәҙер Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡала­ларға уҡырға инеү мөм­кинлеге киң. Өлкәндәр, ул-ҡыҙҙарығыҙ һөнәр алыу өсөн алыҫ вуздарҙы һайлай икән, уларҙы дөрөҫ аңлағыҙ. Үҙ-ара ышаныс булырға тейеш. Игелекле бала тәрбиә­ләһәгеҙ, ул һеҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ.

Йәмәғәтселек эше

– Ниндәй генә эштә мәшғүл булһа ла, уҡып йөрөһә лә, кешенең барыбер буш ваҡыты ҡала. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу – шул ваҡытты файҙаға үткәреү ул. Унда төрлө яҡлап үҫергә мөмкин. Беҙҙең Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ла – йәмәғәт эше. Башҡа ойошмалар ҙа күп. Бигерәк тә студенттарға уҡыуҙан бу­шаған сағын дөрөҫ файҙа­ланырға кәрәк. Йәштәрҙең бит энергияһы ташып тора. Уны хаҡ эштәргә йүнәлтеү мотлаҡ уңышҡа килтерәсәк. Бер ыңғай кешеләр менән аралашыу, коллективта үҙеңде тоторға өйрәнеү йәһәтенән дә бик яҡшы ул ижтимағи эш.

Тырышып уҡыу

– Ҡайҙа ғына белем алһағыҙ ҙа — вуз булһынмы ул, урта һөнәри уҡыу йортомо – яҡшы өлгәшкә ынтылырға кәрәк. Уҡыу йылы дауамында төрлө конференциялар, конкурстар үтеп тора, шуларҙа ҡатнашыуҙың стипендия яғынан файҙалы булыуы бар. Мөмкин булғанса төрлө йүнәлештә үҙ көсөн һынап ҡараһын ине йәштәр. Тырышлыҡтың бер кемгә лә зыян иткәне юҡ.
Үҙ өҫтөңдә эшләү

– Бөгөн, минеңсә, йәштәр­ҙең мөмкинлектәре киң. Заманыбыҙ мәғлүмәткә бай. Шәхесте үҫтереү буйынса ярҙам саралары ла етерлек. Мәҫәлән, төрлө тренингтар, йәштәр өсөн бай тематикалы форумдар. Аллаға шөкөр, хатта һайланырға мөмкинлек бар. Интеллектуаль юҫыҡ­тағы форум-конкурстар йәһәтенән “Таврида”, “iВолга” кеүектәр аралашыу, танышыу, тәжрибә туплау йәһә­тенән бик отошло.

Милләт өсөн эштәрҙә ҡатнашыу

– Уңышҡа ынтылаһың икән, артыңдан башҡаларҙы ла эйәртергә тейешһең. Мин быны Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайының Баш­ҡарма комитеты ағзаһы булараҡ та әйтәм. Ғөмүмән, халҡыңдан ситтә тороп ҡалып булмай. Фестиваль-конкурстар ойошторолоп тора, улар – беҙҙең өсөн. Башҡорт кино сәнғәте лә үҫә. Музейҙар эшләй. Йылдың-йылы матур саралар үткә­релә. Миҫалға “Театрҙар төнө”, “Музейҙар төнө” кеүектәрҙе атар инем. Дөйөм үҫеш өсөн бик тә файҙа­лылар.

Өс һөйөнөс

– Ҡыҙым тыуҙы! Йәйен, Алла бирһә, “Башҡорт проекттары”, “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы”, Силәбе, Мәскәү студенттары ассоциациялары менән берлектә мега-форум үткәрергә йыйынабыҙ. Тағы ла бер һөйөнөсөм – быйыл “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы”на биш йыл тула.

Айсын АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 337

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523