Урал Кәримовты йәш замандаштар яҡшы беләлер. Айырыуса шаяртырға яратыусылар, сөнки Урал — “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы” йәмәғәт ойошмаһының рәйесе. Йыл һайын киңерәк таныла барған башҡорт клубының даирәһе хәҙер инде Башҡортостандан ситкә лә сығып китте. Әүҙем, илһөйәр, телһөйәр егет-ҡыҙҙар ойошҡан унда.
Урал мәктәптә уҡығанда КВН тулҡынына ҡушылып киткән һәм бөгөн дә эшен бик яратып башҡара. БДУ-ның тарих факультетын тамамлаған, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡыған. Баш ҡалабыҙҙағы Информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында эшләй. Урал — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Өфө ҡалаһының Йәштәр палатаһы ағзаһы ла. Ижтимағи тормошта ҡайнап йәшәүсе милләттәшебеҙҙән йәштәргә уңышлы булыу өсөн биш кәңәш.Атай-әсәйгә
ихтирам– Атай менән әсәй балаһына бер ҡасан да насарлыҡ теләмәҫ. Беҙ ҙә уларҙы һәм туғандарҙы ҡәҙерләй беләйек. Шуныһы ла бар: ҡайһы бер ата-әсәләр балаһын ситкә ебәрмәҫкә тырыша. Ә бит хәҙер Мәскәү, Санкт-Петербург кеүек ҡалаларға уҡырға инеү мөмкинлеге киң. Өлкәндәр, ул-ҡыҙҙарығыҙ һөнәр алыу өсөн алыҫ вуздарҙы һайлай икән, уларҙы дөрөҫ аңлағыҙ. Үҙ-ара ышаныс булырға тейеш. Игелекле бала тәрбиәләһәгеҙ, ул һеҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ.
Йәмәғәтселек эше– Ниндәй генә эштә мәшғүл булһа ла, уҡып йөрөһә лә, кешенең барыбер буш ваҡыты ҡала. Йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу – шул ваҡытты файҙаға үткәреү ул. Унда төрлө яҡлап үҫергә мөмкин. Беҙҙең Башҡорт асыҡ КВН лигаһы ла – йәмәғәт эше. Башҡа ойошмалар ҙа күп. Бигерәк тә студенттарға уҡыуҙан бушаған сағын дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Йәштәрҙең бит энергияһы ташып тора. Уны хаҡ эштәргә йүнәлтеү мотлаҡ уңышҡа килтерәсәк. Бер ыңғай кешеләр менән аралашыу, коллективта үҙеңде тоторға өйрәнеү йәһәтенән дә бик яҡшы ул ижтимағи эш.
Тырышып уҡыу– Ҡайҙа ғына белем алһағыҙ ҙа — вуз булһынмы ул, урта һөнәри уҡыу йортомо – яҡшы өлгәшкә ынтылырға кәрәк. Уҡыу йылы дауамында төрлө конференциялар, конкурстар үтеп тора, шуларҙа ҡатнашыуҙың стипендия яғынан файҙалы булыуы бар. Мөмкин булғанса төрлө йүнәлештә үҙ көсөн һынап ҡараһын ине йәштәр. Тырышлыҡтың бер кемгә лә зыян иткәне юҡ.
Үҙ өҫтөңдә эшләү– Бөгөн, минеңсә, йәштәрҙең мөмкинлектәре киң. Заманыбыҙ мәғлүмәткә бай. Шәхесте үҫтереү буйынса ярҙам саралары ла етерлек. Мәҫәлән, төрлө тренингтар, йәштәр өсөн бай тематикалы форумдар. Аллаға шөкөр, хатта һайланырға мөмкинлек бар. Интеллектуаль юҫыҡтағы форум-конкурстар йәһәтенән “Таврида”, “iВолга” кеүектәр аралашыу, танышыу, тәжрибә туплау йәһәтенән бик отошло.
Милләт өсөн эштәрҙә ҡатнашыу– Уңышҡа ынтылаһың икән, артыңдан башҡаларҙы ла эйәртергә тейешһең. Мин быны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ та әйтәм. Ғөмүмән, халҡыңдан ситтә тороп ҡалып булмай. Фестиваль-конкурстар ойошторолоп тора, улар – беҙҙең өсөн. Башҡорт кино сәнғәте лә үҫә. Музейҙар эшләй. Йылдың-йылы матур саралар үткәрелә. Миҫалға “Театрҙар төнө”, “Музейҙар төнө” кеүектәрҙе атар инем. Дөйөм үҫеш өсөн бик тә файҙалылар.
Өс һөйөнөс– Ҡыҙым тыуҙы! Йәйен, Алла бирһә, “Башҡорт проекттары”, “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы”, Силәбе, Мәскәү студенттары ассоциациялары менән берлектә мега-форум үткәрергә йыйынабыҙ. Тағы ла бер һөйөнөсөм – быйыл “Башҡорт асыҡ КВН лигаһы”на биш йыл тула.
Айсын АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.