Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гётеға кем ҡорал бүләк иткән?
Немец халҡының бөйөк шағиры Иоганн Вольфганг Гётеҙың секретары һәм иң яҡын иптәше Иоганн Петер Эккерман үҙенең “Мемуары, разговоры с Гёте” тигән хәтирәләр китабында дуҫының бер башҡорт полковнигы менән осрашыуы тураһында яҙып ҡалдырған. Был хәл 1812 йылда Германияның Веймер ҡалаһында була.

Ул көндө Гёте үҙенең имение­һындағы эш бүлмәһендә асыҡ тәҙрәгә һөйәлеп уйланып торған була. Көтмәгәндә ишек асылып китә һәм ҡоралланған ғәжәйеп кейемле, ике метр тирәһе кәүҙәле бер баһадир килеп керә. Ул Гёте янына барып баҫа ла: “Мин шиғырҙарығыҙҙы һоҡланып, яратып уҡыйым. Талантығыҙ алдында баш эйәм. Рөхсәт итегеҙ һеҙгә башҡорт халҡы исеменән ҡоралымды бүләк итергә!” – тип матур йәйә менән уҡтар тулты­рылған муҡса бирә. Гёте йәйәне ҡулына алып, керешен тартып ҡарай, тик ул тартылмай. Полковник йәйәне ала ла, уҡ ҡуйып, тәҙрә аша атып ебәрә. Ғәжәп­ләнеүҙән Гёте креслоһына ултыра төшә.
Ошо башҡорт полковнигының кем икәнлеген тарихсылар асыҡланымы икән? Тарихсы, профессор Рим Йәнғужин үҙенең ауылдашы — Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылынан Ҡаһым түрәлер, тип фаразла­ғайны. Тик Ҡаһым түрә ул тиклем бейек кәүҙәле булмаған. Шулай уҡ Гёте менән немец телендә һөйләшеүе һәм ул осорҙағы немец поэзияһын яҡшы белеүе лә шикле.
Шуныһы асыҡ: булған хәл был. Ошо көнгәсә Германиялағы му­зейҙа “Башҡорттар Дрезденда” тигән тарихи картинаның һаҡ­ланы­уы ла мәғлүм. Ҡыҫҡаһы, кем булған икән был шиғри күңелле башҡорт полковнигы?







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 242

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 964

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523