Гётеға кем ҡорал бүләк иткән?26.02.2016
Немец халҡының бөйөк шағиры Иоганн Вольфганг Гётеҙың секретары һәм иң яҡын иптәше Иоганн Петер Эккерман үҙенең “Мемуары, разговоры с Гёте” тигән хәтирәләр китабында дуҫының бер башҡорт полковнигы менән осрашыуы тураһында яҙып ҡалдырған. Был хәл 1812 йылда Германияның Веймер ҡалаһында була.
Ул көндө Гёте үҙенең имениеһындағы эш бүлмәһендә асыҡ тәҙрәгә һөйәлеп уйланып торған була. Көтмәгәндә ишек асылып китә һәм ҡоралланған ғәжәйеп кейемле, ике метр тирәһе кәүҙәле бер баһадир килеп керә. Ул Гёте янына барып баҫа ла: “Мин шиғырҙарығыҙҙы һоҡланып, яратып уҡыйым. Талантығыҙ алдында баш эйәм. Рөхсәт итегеҙ һеҙгә башҡорт халҡы исеменән ҡоралымды бүләк итергә!” – тип матур йәйә менән уҡтар тултырылған муҡса бирә. Гёте йәйәне ҡулына алып, керешен тартып ҡарай, тик ул тартылмай. Полковник йәйәне ала ла, уҡ ҡуйып, тәҙрә аша атып ебәрә. Ғәжәпләнеүҙән Гёте креслоһына ултыра төшә.
Ошо башҡорт полковнигының кем икәнлеген тарихсылар асыҡланымы икән? Тарихсы, профессор Рим Йәнғужин үҙенең ауылдашы — Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылынан Ҡаһым түрәлер, тип фаразлағайны. Тик Ҡаһым түрә ул тиклем бейек кәүҙәле булмаған. Шулай уҡ Гёте менән немец телендә һөйләшеүе һәм ул осорҙағы немец поэзияһын яҡшы белеүе лә шикле.
Шуныһы асыҡ: булған хәл был. Ошо көнгәсә Германиялағы музейҙа “Башҡорттар Дрезденда” тигән тарихи картинаның һаҡланыуы ла мәғлүм. Ҡыҫҡаһы, кем булған икән был шиғри күңелле башҡорт полковнигы?