Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тел тамыры — ғаиләлә
Тел тамыры — ғаиләлә Ҡурған өлкәһендәге Сафакүл районының Надеждинка төп белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Йәлил Садиҡов менән быйыл баш ҡалабыҙҙа үткән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһендә таныштыҡ. Телгә, милләткә булған һөйөү һәм хөрмәт уны әллә нисәмә йөҙҙәрсә саҡрымдан алып килгән. “Башҡортса рәхәтләнеп аралашып йөрөйөм әле”, — тип, әллә ҡыуанысын уртаҡлашырға теләп, әллә ғорурланып, әңгәмәбеҙгә ихлас ҡушылды ул.

— Йәлил Фәйрүз улы, уҡытыусы ғүмере буйы белемен камил­лаш­ты­рырға тейеш, тиҙәр. Был йәһәттән бө­гөнгөләй саралар ана шул талаптың нәҡ өҫтөнә баҫа түгелме?
— Ысынлап та, үҙем өсөн әллә күпме яңылыҡ астым, коллегаларым менән аралашып кинәндем, сағыштырыу мөм­кин­ле­ге лә ғәйәт ҙур булды. Ғө­мүмән, фор­саттан файҙаланып, ойош­то­роу­сыларға, Мәғариф министр­лығына, өлкә башҡорттары ҡоролтайына, етәкселеккә ҙур рәхмәт белдерер инем. Беҙгә, сит төбәк уҡытыусыларына, бындай бәйгеләр ысын мәғәнәһендә тәжрибә майҙансығына тиң. Алла бойорһа, киләсәктә лә ҡатнашырға, Башҡортостан уҡытыусылары менән бер рәттән көс һынашырға иҫәп бар.
— Уҡытыусының ҡаҙанышын тәү сиратта уның уҡыусылары билдәләй...
— Шулай. Уҡыусыларым башҡорт телен ихлас өйрәнә. Өлкә кимәлендәге, төбәк-ара олимпиадаларҙа ҡатнашалар, призһыҙ ҡалғандары юҡ.
— Өлкәлә башҡорт теле уҡытыла, тимәк.
— Һис һүҙһеҙ. Беҙҙең Надеждинка ауылында, мәҫәлән, туғыҙ йыллыҡ мәктәп бар. Беренсе кластан алып аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт теле дәресе уҡытыла.
— Ҡайһы бер өлкәләрҙә башҡорт теле бөтөнләй уҡыу програм­ма­һы­нан алып ташланғанда, ҡурғ­андарға был йәһәттән афарин тиергә генә ҡала.
— Һәр төбәктең — үҙ проблемаһы тигәндәй. Беҙҙә, әйтәйек, уҡыу сәғәттәре ҡаралған, әммә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етешмәй. Мәҫәлән, бөгөн районыбыҙҙың Абылтай ауылында башҡортса шул сәбәптән генә уҡытмайҙар.
— Йәлил Фәйрүз улы, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн мәктәптә баш­ҡорт теле дәресенең юҡлығы туған те­леңде белмәүгә, ғөмүмән, өйрә­нергә теләмәүгә сәбәп була аламы?
— Юҡ, әлбиттә. Барыһы ла ғаиләнән башлана. Мәктәп — белгәнеңде камиллаштырыу, дөрөҫ йүнәлеш һайлау урыны ғына бит. Ғаиләлә бала менән туған телдә аралашмайһың икән, ул бер ваҡытта ла башҡортса һөйләшергә урамда өйрәнеп ҡайтмаясаҡ. Баланың теле “әсәй”, “атай” тип асыла икән, тимәк, тел ошо ғаилә мөхитендә генә булһа ла йәшәйәсәк тигән һүҙ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 113

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 466

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 100

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 910

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 669

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 255

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 577

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 521

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 531