Ҡурған өлкәһендәге Сафакүл районының Надеждинка төп белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Йәлил Садиҡов менән быйыл баш ҡалабыҙҙа үткән “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһендә таныштыҡ. Телгә, милләткә булған һөйөү һәм хөрмәт уны әллә нисәмә йөҙҙәрсә саҡрымдан алып килгән. “Башҡортса рәхәтләнеп аралашып йөрөйөм әле”, — тип, әллә ҡыуанысын уртаҡлашырға теләп, әллә ғорурланып, әңгәмәбеҙгә ихлас ҡушылды ул.— Йәлил Фәйрүз улы, уҡытыусы ғүмере буйы белемен камиллаштырырға тейеш, тиҙәр. Был йәһәттән бөгөнгөләй саралар ана шул талаптың нәҡ өҫтөнә баҫа түгелме?
— Ысынлап та, үҙем өсөн әллә күпме яңылыҡ астым, коллегаларым менән аралашып кинәндем, сағыштырыу мөмкинлеге лә ғәйәт ҙур булды. Ғөмүмән, форсаттан файҙаланып, ойоштороусыларға, Мәғариф министрлығына, өлкә башҡорттары ҡоролтайына, етәкселеккә ҙур рәхмәт белдерер инем. Беҙгә, сит төбәк уҡытыусыларына, бындай бәйгеләр ысын мәғәнәһендә тәжрибә майҙансығына тиң. Алла бойорһа, киләсәктә лә ҡатнашырға, Башҡортостан уҡытыусылары менән бер рәттән көс һынашырға иҫәп бар.
— Уҡытыусының ҡаҙанышын тәү сиратта уның уҡыусылары билдәләй...
— Шулай. Уҡыусыларым башҡорт телен ихлас өйрәнә. Өлкә кимәлендәге, төбәк-ара олимпиадаларҙа ҡатнашалар, призһыҙ ҡалғандары юҡ.
— Өлкәлә башҡорт теле уҡытыла, тимәк.
— Һис һүҙһеҙ. Беҙҙең Надеждинка ауылында, мәҫәлән, туғыҙ йыллыҡ мәктәп бар. Беренсе кластан алып аҙнаһына ике тапҡыр башҡорт теле дәресе уҡытыла.
— Ҡайһы бер өлкәләрҙә башҡорт теле бөтөнләй уҡыу программаһынан алып ташланғанда, ҡурғандарға был йәһәттән афарин тиергә генә ҡала.
— Һәр төбәктең — үҙ проблемаһы тигәндәй. Беҙҙә, әйтәйек, уҡыу сәғәттәре ҡаралған, әммә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етешмәй. Мәҫәлән, бөгөн районыбыҙҙың Абылтай ауылында башҡортса шул сәбәптән генә уҡытмайҙар.
— Йәлил Фәйрүз улы, нисек уйлайһығыҙ, бөгөн мәктәптә башҡорт теле дәресенең юҡлығы туған телеңде белмәүгә, ғөмүмән, өйрәнергә теләмәүгә сәбәп була аламы?
— Юҡ, әлбиттә. Барыһы ла ғаиләнән башлана. Мәктәп — белгәнеңде камиллаштырыу, дөрөҫ йүнәлеш һайлау урыны ғына бит. Ғаиләлә бала менән туған телдә аралашмайһың икән, ул бер ваҡытта ла башҡортса һөйләшергә урамда өйрәнеп ҡайтмаясаҡ. Баланың теле “әсәй”, “атай” тип асыла икән, тимәк, тел ошо ғаилә мөхитендә генә булһа ла йәшәйәсәк тигән һүҙ.