Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Таныш түгел ерҙә баҫып торам
Америкаға ҡунаҡҡа барғас, мине скайп аша күреп белгән ейәнем бик ятһынып торманы, шулай ҙа тәүҙә икебеҙ генә ҡалғанда барыбер мыжып ала ине. Бер көн шулай тыныслан­дырыр өсөн уйынсыҡтары араһынан флаг табып биргәйнем, илауҙан шып туҡтап: “Әмерикән фләг”, – тип алдымда болғап тормаһынмы... Иҫем китте. Бына ҡасандан тәрбиәләнә илһөйәрлек!.. Уларға балалар баҡсаһында уҡ иле, уның ғорурланырлыҡ яҡтары, символдары тураһында аңлатыу эше алып барыла, ә мәктәптә һәр көн дәүләт флагын үбеп, ватандарын яратыуҙары тураһында ант итәләр икән. Һәр өй алдында, балконда, хатта зыяратта флагтар элеүле тора. Төркиәлә лә шулай ине. Башҡортостанда иһә бер иҫерек ирҙең ҡайҙандыр өйөнә флаг алып ҡайтҡаны өсөн хөкөмгә тарттырылырға тейешлеген уҡығас, ни уйларға ла белмәнем.

Американдар балаларын махсус майҙансыҡтарҙа йә балалар өсөн төҙөлгән парктарҙа ғына уйната. Сабый ҡолап-фәлән киткәндә йәрәхәтләнмәһен өсөн майҙансыҡтар резина менән ҡапланған, бәүелсәктәр ҙә еңел пластмассанан. Шундай парктарҙың береһендә Үзбәкстандан ҡыҙына ҡунаҡҡа килгән Бибинур исемле ҡатын менән танышып алдыҡ. “Минең дә атай-әсәйем Башҡортостандан ине, тик ниндәй райондан икәнен белмәйем”, — ти. Шул саҡ мин республикабыҙҙа үткәрелгән Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарының ни тиклем әһәмиәтле саралар булыуына тағы бер тапҡыр инандым. Башҡортостанда зат-ырыуын, тыуған ерен белмәгән кеше юҡлығына иманым камил.
Американан “Азатлыҡ” статуяһын күрмәй ҡайтһам, хилаф булыр ине. Ул һәйкәлдең ерҙән алып факел осона тиклем бейеклеге – 93 метр. Статуя француздарҙың Америкаға бүләге булып 1886 йылда асылған. Эргәһендәге утрауҙа тәүге эмигранттарҙың нисек һәм ниндәй багаж менән килгәнен күрһәткән музей бар. Экспонаттар араһында беҙҙең өләсәйҙәрҙеке кеүек һандыҡтар ҙа осраны.
2001 йылдың 11 сентябрендә Нью-Йорктағы иң бейек башняларҙа — Бөтә донъя сауҙа үҙәгендә — булған фажиғә урынында хәҙер “11 сентябрь” милли мемориалы төҙөлә. 90 илдән 2977 кешенең ғүмерен өҙгән был шартлау. Иң оло йәштәге ҡорбанға — 85, ә иң бәләкәйенә 2 йәш булған. Игеҙәк башнялар урынында ике ҙур бассейн яһалған, һыуы 9 метр бейеклектәге стеналар буйлап күҙ йәше кеүек бер туҡтауһыҙ ағып тора. Мемориал әле төҙөлөп бөтмәгән. Проект буйынса бассейн тирәләй 400 имән ултыртыласаҡ, 541 метр бейеклектәге башня Америкала иң бейек бина буласаҡ.
Төрлө илдәргә сәйәхәт итеү, уларҙың тормош-көнкүреше менән танышыу кешенең аң-белем даирәһен киңәйтә. Хәҙерге заманда туған телеңде белеү — төп бурыс, урыҫ телен белеү— бәхәсһеҙ, ә бер сит телде мотлаҡ белеү һис тә артыҡ түгел, тип уйлайым. “Күп телдәр белгән — күп илдәр күргән” тигән төрөк мәҡәле лә бар бит.

Мәйсәрә ҒӘЛИНА,
Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.









Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 906

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528