Америкаға ҡунаҡҡа барғас, мине скайп аша күреп белгән ейәнем бик ятһынып торманы, шулай ҙа тәүҙә икебеҙ генә ҡалғанда барыбер мыжып ала ине. Бер көн шулай тынысландырыр өсөн уйынсыҡтары араһынан флаг табып биргәйнем, илауҙан шып туҡтап: “Әмерикән фләг”, – тип алдымда болғап тормаһынмы... Иҫем китте. Бына ҡасандан тәрбиәләнә илһөйәрлек!.. Уларға балалар баҡсаһында уҡ иле, уның ғорурланырлыҡ яҡтары, символдары тураһында аңлатыу эше алып барыла, ә мәктәптә һәр көн дәүләт флагын үбеп, ватандарын яратыуҙары тураһында ант итәләр икән. Һәр өй алдында, балконда, хатта зыяратта флагтар элеүле тора. Төркиәлә лә шулай ине. Башҡортостанда иһә бер иҫерек ирҙең ҡайҙандыр өйөнә флаг алып ҡайтҡаны өсөн хөкөмгә тарттырылырға тейешлеген уҡығас, ни уйларға ла белмәнем.Американдар балаларын махсус майҙансыҡтарҙа йә балалар өсөн төҙөлгән парктарҙа ғына уйната. Сабый ҡолап-фәлән киткәндә йәрәхәтләнмәһен өсөн майҙансыҡтар резина менән ҡапланған, бәүелсәктәр ҙә еңел пластмассанан. Шундай парктарҙың береһендә Үзбәкстандан ҡыҙына ҡунаҡҡа килгән Бибинур исемле ҡатын менән танышып алдыҡ. “Минең дә атай-әсәйем Башҡортостандан ине, тик ниндәй райондан икәнен белмәйем”, — ти. Шул саҡ мин республикабыҙҙа үткәрелгән Шәжәрә, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарының ни тиклем әһәмиәтле саралар булыуына тағы бер тапҡыр инандым. Башҡортостанда зат-ырыуын, тыуған ерен белмәгән кеше юҡлығына иманым камил.
Американан “Азатлыҡ” статуяһын күрмәй ҡайтһам, хилаф булыр ине. Ул һәйкәлдең ерҙән алып факел осона тиклем бейеклеге – 93 метр. Статуя француздарҙың Америкаға бүләге булып 1886 йылда асылған. Эргәһендәге утрауҙа тәүге эмигранттарҙың нисек һәм ниндәй багаж менән килгәнен күрһәткән музей бар. Экспонаттар араһында беҙҙең өләсәйҙәрҙеке кеүек һандыҡтар ҙа осраны.
2001 йылдың 11 сентябрендә Нью-Йорктағы иң бейек башняларҙа — Бөтә донъя сауҙа үҙәгендә — булған фажиғә урынында хәҙер “11 сентябрь” милли мемориалы төҙөлә. 90 илдән 2977 кешенең ғүмерен өҙгән был шартлау. Иң оло йәштәге ҡорбанға — 85, ә иң бәләкәйенә 2 йәш булған. Игеҙәк башнялар урынында ике ҙур бассейн яһалған, һыуы 9 метр бейеклектәге стеналар буйлап күҙ йәше кеүек бер туҡтауһыҙ ағып тора. Мемориал әле төҙөлөп бөтмәгән. Проект буйынса бассейн тирәләй 400 имән ултыртыласаҡ, 541 метр бейеклектәге башня Америкала иң бейек бина буласаҡ.
Төрлө илдәргә сәйәхәт итеү, уларҙың тормош-көнкүреше менән танышыу кешенең аң-белем даирәһен киңәйтә. Хәҙерге заманда туған телеңде белеү — төп бурыс, урыҫ телен белеү— бәхәсһеҙ, ә бер сит телде мотлаҡ белеү һис тә артыҡ түгел, тип уйлайым. “Күп телдәр белгән — күп илдәр күргән” тигән төрөк мәҡәле лә бар бит.
Мәйсәрә ҒӘЛИНА,
Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы.