Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана
Һандыҡ

Ҡыҙҙың һандығын кейәү йортона илтешергә ағалары бара. Ике һеңле лә уның өҫтөнә ултырып ала. Барғас, ҡыҙҙың әйбер­ҙәре өсөн хаҡ талап итәләр. Һандыҡты кейәүҙең туғандары һатып ала. Уны, бүләк әйтеп, ҡәйнә аса, ул: “Киленгә – бер бәрәс!” – ти. Һәр кем ошолай әйбер­ҙәрҙе бүләк әйтеп ала. Хаҡ тү­ләнеп бөткәс кенә, һандыҡ ҡәйнә ҡулына күсә.
Барыһы ла киленде яҡшы һүҙ­ҙәр менән маҡтай, изге те­ләктәрен әйтә. Унан күмәкләп сәй эсәләр.

Һыу юлы

Еңгәләр ҡыҙҙы һыу юлына алып сыға. Килен ауыҙына тәңкә ҡабып бара. Йылғаға йә шиш­мәгә еткәс, ауыҙына һыу уртлай ҙа кире түгә. Йәнәһе, үткәндәре, хәүефтәре ағып китә. Күп итеп тәңкә ташлайҙар. Малайҙар һу­ңынан уларҙы йыйып ала.
Ҡыҙ менән еңгә көрәше

Ҡыҙ атаһы йортонан китер алдынан уны кейәүгә ҡушҡан еңгәһе менән көрәштерәләр.
Еңелгән еңгәй ҡыҙға ҡушъ­яу­лыҡ ябындыра, биленә алъяп­ҡыс бәйләй, тәңкә менән сәсен тарай.
Был “уйҙарығыҙ тәңкәләй ял­тыр, саф, донъяғыҙ һәр ваҡыт бай, бөтөн булһын” тигәнде аң­лата.

***
Һыуҙан ҡайтҡас, ҡыҙҙы һике­ләге мендәргә ултырталар. Ете-һигеҙ йәштәге малай, ике уҡлау тотоп, киленде өс тапҡыр әйлә­неп сыға. Йәнәһе, уның ба­шын­дағы йәмһеҙ уйҙарҙы ҡыуып сы­ғара. Шунан килен ҡулындағы селтәрен (сигеүле яулыҡ, ҡулъяу­лыҡ) ҡыҙҙарға ташлай. Кем беренсе күтәреп ала — шул тәүҙә кейәүгә сыға. Шунан килен йорт мейесен үбә: өйҙөң йәне унда бит, ҡатын-ҡыҙ — усаҡ хужаһы.
Бер ҡорҙан – икенсеһенә

Барҙым ҡырҙың ситенә,
Туйҙым сәскә еҫенә.
Туғандарым, ҡарлуғасым,
Һеҙ төшәһеҙ иҫемә...

(Дыуан районының Кәпкәй ауылынан М.С. Сафиуллина (1910 йылғы) һәм М.Ә. Әхмәтованан (1912 йылғы) яҙып алынды).

Тарантасҡа ултырып, кейәү менән ҡыҙ ҡуҙғалып китә. Егет­тәр уларҙы арттарынан баҫты­рып сыға. Әгәр кейәү бер ниндәй ҙә бү­ләк бирмәһә, уны туҡ­май­ҙар инде.

Ҡыҙ оҙатҡанда бәхет әйтеү

Ваҡытым етте китергә,
Белмәм ни хәл итергә.
Тоттом китап, күрҙе
күҙем –
Ҡушҡан сабыр итергә.
Ҡаҙ бәпкәһе һары икән,
Теҙелеп һыуға бар икән.
Атай йортон ташлауҙары
Бигерәк кенә зар икән.

Мәҙрәсәнең ишеге
Эскә табан асыла.
Ҡыҙ баланың ризыҡтары
Илдән-илгә сәселә.

(Балаҡатай районының Билән ауылынан Сиҙаҡай Йосопованан (1913 йылғы) яҙып алынды).

Аңлатмалар

1. Атай йортонан китәһе ҡыҙ­ҙың әхирәттәре менән мунса ине­үе — икенсе статусҡа күсеү алдынан ҡыҙ ҡоронан яңырып айырылыу ысулы.

2. Ата-инәле ҡыҙҙың миндек менән сабыуы — пар­лылыҡ һәм бәхетлелек те­ләү билдәһе. Һыу — изге көс, уның йоғонтоһо, ҡе­үә­те хәл иткес мәлдәрҙә (туй, тыуыу, үлем һ.б.) тәғәйен йола буйынса ҡулланыла, мәр­тәбәләнә.
3. Килендең башы осонда уҡ­лау тотоп, әйләнеп йөрөү — уны ырыуға ылыҡтырыу, шул уҡ ва­ҡытта сирҙәрҙән, ен-шайтандан аралау йолаһы.
4. Мейескә маңлайҙы тейҙе­реп алыу, уны үбеү ут культына бәйле.
5. Килендең һыуға тәңкә һа­лыуы һыу культына ҡарай, һыу эйәһен ризалатыу сараһы.
6. Ҡыҙҙы оҙатҡанда кейәүҙе егеттәрҙең туҡмауы боронғо ырыу-ара бәйләнештәрҙең киҫ­кенлеген сағылдыра. Ситтәрҙең ҡыҙҙы алып киткәне өсөн изге көстәр, ер-һыу “хужалары” алдында яза биреүгә ҡараған йо­лаға бәйле. Аҙаҡ ул уйын, ирмәк ярышыу төҫөн ала.
7. Шәл осона тәң­кә бәйләү — ят ырыу вә­килен ҡотлау, сә­ләм­ләү сараһы.

Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 243

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523