Һандыҡ
Ҡыҙҙың һандығын кейәү йортона илтешергә ағалары бара. Ике һеңле лә уның өҫтөнә ултырып ала. Барғас, ҡыҙҙың әйберҙәре өсөн хаҡ талап итәләр. Һандыҡты кейәүҙең туғандары һатып ала. Уны, бүләк әйтеп, ҡәйнә аса, ул: “Киленгә – бер бәрәс!” – ти. Һәр кем ошолай әйберҙәрҙе бүләк әйтеп ала. Хаҡ түләнеп бөткәс кенә, һандыҡ ҡәйнә ҡулына күсә.
Барыһы ла киленде яҡшы һүҙҙәр менән маҡтай, изге теләктәрен әйтә. Унан күмәкләп сәй эсәләр.
Һыу юлы Еңгәләр ҡыҙҙы һыу юлына алып сыға. Килен ауыҙына тәңкә ҡабып бара. Йылғаға йә шишмәгә еткәс, ауыҙына һыу уртлай ҙа кире түгә. Йәнәһе, үткәндәре, хәүефтәре ағып китә. Күп итеп тәңкә ташлайҙар. Малайҙар һуңынан уларҙы йыйып ала.
Ҡыҙ менән еңгә көрәше
Ҡыҙ атаһы йортонан китер алдынан уны кейәүгә ҡушҡан еңгәһе менән көрәштерәләр.
Еңелгән еңгәй ҡыҙға ҡушъяулыҡ ябындыра, биленә алъяпҡыс бәйләй, тәңкә менән сәсен тарай.
Был “уйҙарығыҙ тәңкәләй ялтыр, саф, донъяғыҙ һәр ваҡыт бай, бөтөн булһын” тигәнде аңлата.
***
Һыуҙан ҡайтҡас, ҡыҙҙы һикеләге мендәргә ултырталар. Ете-һигеҙ йәштәге малай, ике уҡлау тотоп, киленде өс тапҡыр әйләнеп сыға. Йәнәһе, уның башындағы йәмһеҙ уйҙарҙы ҡыуып сығара. Шунан килен ҡулындағы селтәрен (сигеүле яулыҡ, ҡулъяулыҡ) ҡыҙҙарға ташлай. Кем беренсе күтәреп ала — шул тәүҙә кейәүгә сыға. Шунан килен йорт мейесен үбә: өйҙөң йәне унда бит, ҡатын-ҡыҙ — усаҡ хужаһы.
Бер ҡорҙан – икенсеһенә
Барҙым ҡырҙың ситенә,
Туйҙым сәскә еҫенә.
Туғандарым, ҡарлуғасым,
Һеҙ төшәһеҙ иҫемә...
(Дыуан районының Кәпкәй ауылынан М.С. Сафиуллина (1910 йылғы) һәм М.Ә. Әхмәтованан (1912 йылғы) яҙып алынды).
Тарантасҡа ултырып, кейәү менән ҡыҙ ҡуҙғалып китә. Егеттәр уларҙы арттарынан баҫтырып сыға. Әгәр кейәү бер ниндәй ҙә бүләк бирмәһә, уны туҡмайҙар инде.
Ҡыҙ оҙатҡанда бәхет әйтеү Ваҡытым етте китергә,
Белмәм ни хәл итергә.
Тоттом китап, күрҙе
күҙем –
Ҡушҡан сабыр итергә.
Ҡаҙ бәпкәһе һары икән,
Теҙелеп һыуға бар икән.
Атай йортон ташлауҙары
Бигерәк кенә зар икән.
Мәҙрәсәнең ишеге
Эскә табан асыла.
Ҡыҙ баланың ризыҡтары
Илдән-илгә сәселә.
(Балаҡатай районының Билән ауылынан Сиҙаҡай Йосопованан (1913 йылғы) яҙып алынды).
Аңлатмалар 1. Атай йортонан китәһе ҡыҙҙың әхирәттәре менән мунса инеүе — икенсе статусҡа күсеү алдынан ҡыҙ ҡоронан яңырып айырылыу ысулы.
2. Ата-инәле ҡыҙҙың миндек менән сабыуы — парлылыҡ һәм бәхетлелек теләү билдәһе. Һыу — изге көс, уның йоғонтоһо, ҡеүәте хәл иткес мәлдәрҙә (туй, тыуыу, үлем һ.б.) тәғәйен йола буйынса ҡулланыла, мәртәбәләнә.
3. Килендең башы осонда уҡлау тотоп, әйләнеп йөрөү — уны ырыуға ылыҡтырыу, шул уҡ ваҡытта сирҙәрҙән, ен-шайтандан аралау йолаһы.
4. Мейескә маңлайҙы тейҙереп алыу, уны үбеү ут культына бәйле.
5. Килендең һыуға тәңкә һалыуы һыу культына ҡарай, һыу эйәһен ризалатыу сараһы.
6. Ҡыҙҙы оҙатҡанда кейәүҙе егеттәрҙең туҡмауы боронғо ырыу-ара бәйләнештәрҙең киҫкенлеген сағылдыра. Ситтәрҙең ҡыҙҙы алып киткәне өсөн изге көстәр, ер-һыу “хужалары” алдында яза биреүгә ҡараған йолаға бәйле. Аҙаҡ ул уйын, ирмәк ярышыу төҫөн ала.
7. Шәл осона тәңкә бәйләү — ят ырыу вәкилен ҡотлау, сәләмләү сараһы.
Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.